Атайҙар, һеҙҙе көтәләр!23.11.2016
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең иң әүҙем һәм өлгөлө атайҙарынан Бөтә Рәсәй “Йыл атайы-2016” премияһына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Премияны “Атайлыҡ” фонды яуаплы атай булыу ҡиммәттәрен танытыу, ундайҙарға булышлыҡ итеү маҡсатында тапшыра.
Быйыл награда өс номинацияла бирелә. Ныҡлы һәм ҙур ғаилә ҡороуҙа, балаларының һәләттәрен үҫтереүҙә өлгө булырлыҡ атай “Иң яҡшы ғаилә башлығы” исемен аласаҡ. Балаларҙы үҫтереү һәм уларҙың ялын ойоштороу өсөн инфраструктура булдырыуҙа уңышҡа өлгәшкән ир-егеттәр араһынан “Иң яҡшы атай-йәмәғәт эшмәкәре” һайланасаҡ. Баһалама комиссия шулай уҡ атайлыҡҡа булышлыҡ итеү өлкәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырған иң яҡшы ойошмаға награда тапшырасаҡ.
Ғаризалар 1 декабргә тиклем премияның сайтында ҡабул ителә. Бүләкләү тантанаһы 18 декабрҙә Мәскәүҙә уҙғарыла.