Әсәләргә йәнә бер бүләк23.11.2016
Әсәләргә йәнә бер бүләк Өфөлә өр-яңы республика перинаталь үҙәге асылды. Заманса медицина учреждениеһында беренсе булып ҡыҙ бала донъяға ауаз һалды.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнән Ләйсән Вәлинурованы ашығыс ярҙам машинаһы үҙәккә иртәнге сәғәт 10-да килтерә. Төш етеүгә ҡатын өсөнсөгә әсә була.
Был ваҡиға республика Башлығының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Рөстәм Хәмитов перинаталь үҙәктең баш табибы Фирғәт Байрамғоловтың әсәгә үҙ исеменән гөлләмәләр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыуын үтенде.
Республика перинаталь үҙәгенең яңы бинаһын буласаҡ әсәләр генә түгел, табиптар ҙа көтөп алды. Бина Рөстәм Хәмитовтың шәхсән күҙәтеүе аҫтында төҙөлдө.


Вернуться назад