Халыҡ-ара телевидение көнөндә республиканың Милли музейында тәүге тапҡыр “Башҡортостанда радиотапшырыуҙар һәм телевидение тарихы” тигән күргәҙмә асылды. Экспозиция залындағы стендтарҙа 1920 йылдарҙан башлап беҙҙең көндәргә тиклем ил тарихы менән тығыҙ бәйле булған этаптар сағылдырылған. Радиотапшырыуҙарҙың эфирға сыға башлауы, яңы ғына төҙөлгән Почтамт бинаһына күсеү, тәүге дикторҙар, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эшләү, телевидение булдырыу, төҫлө тапшырыуҙарға күсеү... Уйлаһаң, уйылып китерлек, ә бит ҡасан ғына үҙебеҙ ҙә аҡлы-ҡаралы “Рекорд” телевизорын ҡарап үҫкән быуынбыҙ. Пульттың нимә икәнен белмәнек... Хәйер, эх, берәйһе килеп икенсе каналға бороп бирһә ине, тип хыялланған саҡтар аҙ булманы. Ә өләсәйемдең: “Өйөбөҙгә тәүге тапҡыр радиоалғыс үткәргәндәре һаман хәтерҙә. Уның тауышын кәметә алмай бер булдыҡ. Мендәр менән ябып ҡуя торғайныҡ”, – тип һөйләгәндәрен тыңлап, рәхәтләнеп көлөүҙәр. Үҙе бер тарих һәм ысынбарлыҡ... Экспозицияға ҡуйылған камераларҙы, диктофондарҙы, төрлө ҡоролмаларҙы күреп, ирекһеҙҙән тормошобоҙҙоң ни тиклем үҫешеүенә, заман технологияларының шул тиклем алға китеүенә аптырап ҡуяһың. Һәр нәмә сағыштырыуҙа күренә, тиҙәр, күргәҙмә ысын мәғәнәһендә телевидениеның үҫеш осорон һынландыра. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, сара матур башланғыстарға нигеҙ һалмаҡсы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, артабан экспонаттар “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының бинаһында асыласаҡ музейҙан урын аласаҡ.
Әйткәндәй, күргәҙмәнең асылыуы тағы бер мөһим ваҡиға менән тап килеүе осраҡлы түгелдер – кисә Өфөлә “ТЭФИ-Төбәк” Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы асылды. Мәртәбәле конкурстың төп призы өсөн Башҡортостан телевидениеһы вәкилдәре лә көрәшә: “Балалар өсөн тапшырыу” номинацияһында “Ҡымыҙ юлы” (Башҡортостан юлдаш телеканалының “Тамыр” студияһы), “Мәғлүмәт сығарылышын алып барыусы” – Айгөл Кантюкова (Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының Башҡортостандағы филиалы); “Танып-белеү тапшырыуы” – “Уфимский городовой” проекты (“Бөтә Өфө” телекомпанияһы). Шулай уҡ Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының республикалағы филиалының “Яңы йыл мөғжизәһе” тигән эше финалға сыҡты. Репортаж “Еңеп сығыу” махсус номинацияһында тәҡдим ителгән.