“Үрмәләр еренән – үрмәләп, йүгерер еренән – йүгереп...”22.11.2016
“Үрмәләр еренән –  үрмәләп, йүгерер еренән –  йүгереп...” Интернетта ирҙәр зарланып яҙғанды күрһәм, баштарына яулыҡ бәйләге килә. “Илдә насар” тип илап ултырған боронғо аҡһаҡалдарҙы күҙ алдына килтерә алмайым! Ә ҡасан тормош еңел булған?!
***
Тыуған еркәйемә ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп, –
тип йырлағандар борон.
Хәҙер йыш ҡына имгәкләп булһа ла ауылынан сығып китергә тырышалар...
***
Баҡсабыҙҙағы шишмәгә торба ҡуйғандар. Шунан һыу алған һайын кранды бороп япмай киткән кеүек хис ҡала.
***
Күҙҙәреңә мөлдөрәп ҡарап торған сабыйыңдың башынан йыш һыйпайһыңмы? Уны донъяға килтергән һинән башҡа кем тағы шулай ярата алыр, кем йәлләр? Һинең проблемаларыңда уның бер ғәйебе лә юҡ.
***
Ҡатын кешене ғәрләндереү генә көс – Айға ла барып етә! Ул ғәрлектән хатта эшләй алмаҫын эшләп ҡуя ала.
***
Беҙҙең халыҡта ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа борондан тиң хоҡуҡлы булған ул. Күп кенә телдәрҙә, хатта ҡайһы бер төрки ҡәүемдәрҙә лә ир-атҡа ҡарата ғына “кеше” һүҙе ҡулланыла. Ә беҙҙең телдә – ир кеше, ҡатын кеше!
***
Белорет районының Асы ауылында Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асыу тантанаһына, аяҡтан ҡалһа ла, Рәғиҙә апай Янбулатова ла килгәйне. Музейында портреты алдына ултырып, телмәр тотто:
– Арыҫлан, һин ни тиклем көслө талант булһаң, шул тиклем үк ышаныусан, бала күңелле инең, – тигәне иҫтә ҡалған.
***
Һуңғы ваҡытта йәмәғәтселәр, зыялы тип йөрөтөлгәндәр араһындағы ығы-зығыға ҡарап, бер әкиәт иҫкә төшә.
...Бер егет һунарға китеп барғанда өс шайтан балаһына тап була. Тегеләргә аталары өсөһөнә бер әйбер – оса торған келәм ҡалдырған да шуны нисек бүлешергә белмәй һуғышып яталар икән. Шунан теге егеттән ярҙам һораған былар, йәнәһе, хәрәмләшмәҫ, тиҙәр инде. Егет йыраҡҡа, урман эсенә уҡ атып ебәрә лә, кемегеҙ алдан килә, шуға эләгә, тигән, ти.
Шайтандар уҡ эҙләп йөрөгән арала был тылсымлы келәмгә ултырып, ҡалған нәмәләрен алып осҡан да киткән, ти.
Беҙгә ситтән дошман эҙләйһе түгел, кемдеңдер “урман эсенә” уҡ атыуы ла етә.
***
Бер эште лә “килеп сыҡмаҫ” тигән уй менән башларға ярамай. Ана шул төпкөл уй гел бер ҡаршылыҡ сығара ла тора. Ул ғына ла түгел, алда ҡая булһа ла, янынан юл барын аңламайынса, ҡул һуҙымы ҡалған ерҙән өмөттө өҙөргә мәжбүр итә.
Тәүәккәлләнеңме – алға! Шыуып сығыр еренән – шыуып, үрмәләр еренән – үрмәләп, йүгерер еренән – йүгереп, йөҙөр еренән – йөҙөп, хатта тәкмәс атып! Туҡтап, ял итеп, уйлап алырға ла онотма.
Аҡыллы бер аҙым яһар ерҙә иҫәр йөҙҙө яһар, тик файҙаһы булмаҫ.
Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА алып бара.


Вернуться назад