Гәзит тиҙерәк килә башлар24.03.2012
Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы етәкселеге республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарына почта ташыған тимер юл транспортын автомобилгә алмаштырыу буйынса проектты тормошҡа ашырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Был һөҙөмтәле булмаҡсы, сөнки логистиканы камиллаштырыу ошо райондарға гәзит-журнал, хат-хәбәр ташыу ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ, шулай уҡ сығымдарҙы ла кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
Белорет, Сибай, Баймаҡ ҡалаларына, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән һәм Учалы райондарына почта 50 йылдан ашыу Өфө — Сибай поезының махсус вагонында ташылды. Был эш тимер юлдың нисек эшләүенә ныҡ бәйле ине. Почтаны Өфөнән көньяҡ-көнсығыш райондарға ташыуҙың яңы алымы бик ҡулай, ваҡытты ла бушҡа сарыф итмәй.
Проект ғәмәлгә индерелеү алдында. Федераль почта элемтәһе идаралығы өҫтәмә маршруттарҙы дауам итергә, һөҙөмтәлелекте арттырыу өсөн логистиканы ҡулайлаштырырға ниәтләй. Күрелгән сараларҙың халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү сифатын ярайһы уҡ яҡшыртыу мөмкинлеген биреүе әле үк күренә. Ә был — Рәсәй почтаһының төп бурысы.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад