Кем урманға ҡалҡан булыр?22.11.2016
Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыу арҡаһында дәүләтебеҙ йыл һайын 10 миллиард һумлыҡ зыян күрә. Ҡайһы бер төбәктәрҙә, айырыуса Бүрәт Республикаһында, Байкал аръяғы, Красноярск, Приморье, Хабаровск крайҙарында, Амур һәм Иркутск өлкәләрендә Урман кодексының 52-се статьяһына ярашлы урман янғындарын иҫкәртеү саралары тормошҡа ашырылмай.
Бындай күренештәргә сик ҡуйыу маҡсатында ил Хөкүмәте Тәбиғәт ресурс­тары һәм экология министрлығының, Урман хужалығы буйынса федераль агентлыҡтың вәкәләттәрен киңәйтеүҙе, “йәшел ҡалҡан”ды ҡоротоусыларға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы планлаштыра. Тәбиғәт һаҡсыларына ярҙамға Федераль именлек хеҙмәте, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һымаҡ ведомстволар килә.
Урманды законһыҙ ҡырҡыусыларға ҡаршы көрәштең 2016 – 2020 йылдарға план проектын әҙерләүҙә, Тәбиғәт ресурс­тары һәм экология министрлығынан тыш, Эске эштәр, Сәнәғәт һәм сауҙа, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау, Финанс министрлыҡтары, Тарифтар буйынса федераль хеҙмәт ҡатнашҡан. Төп ведомство башлығы Сергей Донской фекеренсә, документта билдәләнгәндәрҙе бойомға ашырыу илдә законһыҙ ҡырҡылған ағасҡа ихтыяжды, уның Рәсәй эсендәге әйләнешен кәметергә булышлыҡ итәсәк.
Ҡайһы бер эксперттар әйтеүенсә, әлеге саралар ғына аҙ, урманды законһыҙ ҡырҡыусыларға ҡаршы көрәште йоғонтоло итеү өсөн 2006 йылда Урман кодексы ҡабул ителгәндә Федерация субъекттары ҡарамағына тапшырылған хоҡуҡ һәм бурыстарҙы үҙәкләштереү талап ителә.
Әммә шуны ла иғтибарға алмау мөмкин түгел: урманды законһыҙ ҡырҡыу – оҙайлы иҡтисади көрсөк арҡаһында эшһеҙ ҡалғандар, тимәк, йәшәү сығанағынан мәхрүм ителгәндәр өсөн уңайлы кәсеп. Икенсенән, был хәл социализмдан һуң милек мөнәсәбәттәренең камиллашмағанын күрһәтә, йәмғиәттәге хоҡуҡи-мәҙәни аң кимәлен дә билдәләй. Тимәк, етешһеҙлектәрҙе башлыса мәжбүр итеү алымдары ҡулланған көс ведомстволары ярҙамында юҡҡа сығарыу мөмкин түгел, йәғни административ юл менән урмандарҙың әләф-тәләф ителеүенә сик ҡуйып буласағы ышандырмай.


Вернуться назад