Хужаһыҙлыҡ бәләһе22.11.2016
Илдә экологияға бәйле хәл ҡатмарлаша: быйыл ғинуар — июндә генә лә был өлкәлә закон боҙоуҙың 178 мең осрағы теркәлгән. Ағастарҙы аяуһыҙ ҡырыу – иң күп таралған күренештәрҙең береһе. Ярты йылда, мәҫәлән, 830 мең гектар урман законһыҙ ҡырҡылған. Был, сама менән ҡарағанда, Мәскәү ҡалаһы биләгән майҙандан өс тапҡырға күберәк. 2015 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, закон боҙоу осрағы 67 процентҡа артҡан.
“Газета.ру” сайты мәғлүмәттәренә ярашлы, был ҡырағай күренеш айырыуса Себер, Төньяҡ-көнбайыш һәм Урал федераль округтарында йыш күҙәтелә. Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы баһалауынса, был төбәктәрҙең хакимиәт башлыҡтары хәлде яҡшыртыу буйынса йоғонтоло саралар күрмәй. Шул уҡ ваҡытта дәүләт органдары урман фондын инвентаризациялауҙы һуҙа, ағаслы майҙандарҙың ни бары 30 проценты теркәлгән. Барлыҡ урман фондының дүрттән бер өлөшө генә кадастр иҫәбенә индерелгән.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын теләһә ҡайҙа бушатыу һәм зарарһыҙландырыу буйынса тейешле сараларҙы күрмәү ҙә киҫкен проблемаға әүерелде. Урал федераль округында – 11 миллиард, ә Байкал аръяғында өс миллиард тонна сүп-сар йыйылған. Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының яртыһы самаһы ғына зарарһыҙландырыла. “Рәсәй Гринписы”ның урман бүлеге етәксеһе Алексей Ярошенко раҫлауынса, илебеҙҙә сүп-сар түгелгән урындарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Уларҙы яндырып ҡына ҡотолмаҡсылар. Иркутск өлкәһенең Усть-Кут ҡалаһы янында бер сүплек өс йыл инде быҫҡый.
Рөхсәтһеҙ балыҡ тотоу, йәнлектәрҙе һәм ҡош-ҡортто аулау ҙа йылдан-йыл киңерәк тарала бара. Браконьерҙарға ҡаршы етди көрәш алып барыу хәл ителгеһеҙ мәсьәләгә әйләнде. Күп кенә урындарҙа “Росрыболовство” тарафынан тыйылған зоналар юҡ, законһыҙ һунар иткәндә тартып алынған ҡоралдар йыш ҡына хужаларына кире ҡайтарып бирелә.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары экологик закондарҙың үтәлеше буйынса эште үҙ ағышына ҡуйған, тиелә сайтта. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән киләһе йыл Рәсәйҙә Экология йылы тип иғлан ителде. Хәлде төҙәтеү өсөн бик күп тырышлыҡ, ихтыяр көсө күрһәтеү талап ителәсәк. Теләһә ҡайһы законһыҙ күренештең нигеҙе, ғәҙәттә, граждандарҙың битарафлығына барып бәйләнә бит.


Вернуться назад