Колхоз малын... кейәүгә биргән22.11.2016
Башҡортостандың Арбитраж суды Бишбүләк районында ауыл хужалығы тауарҙары етештереү менән уңышлы шөғөлләнгән ҙур хужалыҡты күрәләтә бөлгөнлөккә төшөргән арбитраж идарасыны йыл ярымға квалификацияһынан мәхрүм итеү хаҡында ҡарар сығарҙы. Ғәҙәттә, был өлкәлә эшмәкәрлек алып барыусыларға яза биргәндә алты ай менән генә сикләнәләр.
Арбитраж идарасы булып йөрөгән ҡатын колхоздың бурыстарын бөтөрөү маҡсатында күрелгән сараларҙан файҙа алып ҡына ҡалмаған, ҡыҙы менән бергә йәшәгән иргә банкроттың тейелгеһеҙ мөлкәтен дә тапшырған. Етмәһә, был милекте ҡарап тотҡан өсөн кейәү кешегә хужалыҡ иҫәбенән аҡса түләгән. Банкротлыҡ процедураһын тормошҡа ашырыу өсөн коммерция фирмаһын яллап, арбитраж идарасы үҙ кеҫәһенә төрлө яҡлап килем инеп тороуын тәьмин иткән.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы әлеге ҡатындың вәкәләттәрен яман ниәттә файҙаланыуын иҫбатлау маҡсатында бик ҙур эш башҡарҙы. Колхозды талау өсөн нигеҙҙе ул кредитор балалары менән бергә алдан хәстәрләгән булған икән. Криминаль схема бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан өйрәнелә.
Мутлашыусының бынан тыш Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондарындағы бер нисә предприятие буйынса шөғөлләнгәне мәғлүм.