Милкеңә хоҡуғың сикләнһә...22.11.2016
Һуңғы ваҡытта күптәр үҙҙәренең күсемһеҙ милкенә арест һалынғанын белеүҙән ғәжәпкә ҡала. Был, ғәҙәттә, почта аша “бәхет хаты” килеп төшкәс йәки алыш-биреште рәсмиләштереү өсөн теркәү органына барғанда билдәле була.
Әгәр бер ниндәй суд ҡарары тураһында ишетмәгәнһең, кредиттар, ипотека буйынса бурыслы түгелмен тип ышанғанһың, милеккә бәйле бәхәстәрҙә ҡатнашмағанһың икән, әлбиттә, аптыранмай сара юҡ. Ундай осраҡтарҙың йышайыу сәбәбен “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығындағы бүлек етәксеһе Екатерина Чудова түбәндәгесә аңлата:
– Быйыл Суд приставтары федераль хеҙмәтенең республика идаралығы граждандарҙың барлыҡ үтәлмәгән бурыс­тарын айырым контролгә алды. Был иҫәпкә ЮХХДИ-ға штрафтарҙы һәм башҡа административ ҡарарҙарҙы, коммуналь хеҙмәт­тәр өсөн түләүҙе, һалым һәм йыйымдарҙы, алименттарҙы индерергә мөмкин. Күләме әллә ни ҙур булмаһа ла, бурысты ҡапларға кәрәк, шуға ла суд прис­тавтары-башҡарыусылар төрлө тыйыу сараларын ҡулланырға, шул иҫәптән күсемһеҙ милеккә арест һалырға мәжбүр. Уларҙың хатын алғас та беҙҙең Идаралыҡ хоҡуҡтар теркәлгән Берҙәм дәүләт реестрына тейешле мәғлүмәт индерә һәм мөлкәт хужаларын ошо хаҡта яҙма рәүештә иҫкәртә.
Былтыр Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы сығарған ҡарарҙар буйынса 27 мең самаһы күсемһеҙ милеккә ҡарата арест һәм тыйыу билдәләнгән булһа, быйыл һигеҙ айҙа ғына ла әлеге күрһәткес 144 меңгә еткән, тип хәбәр итә “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре.
“Бәхет хаты”н алғас, ни эшләргә һуң? Ҡағиҙә булараҡ, күптәр шунда уҡ дәғүә менән теркәү органдарына юл тота. Әммә иҫкәртеү ҡағыҙын ентекләп уҡып сығыу хәйерлерәк: унда барыһы ла аңлайышлы итеп яҙылған.
Арестан ҡотолоу өсөн күсемһеҙ милек хужаһына тәүҙә бурысын түләргә һәм, квитанцияһын тотоп, ошо эш буйынса шөғөлләнгән суд приставына барырға кәрәк. Уның исем-шәрифе, телефоны, эш урынының адресы иҫкәртеү хатында күрһәтелгән булырға тейеш. Аҡса күсерелгәнен раҫлаған документтарҙы ҡарағас, суд приставы “Росреестр” идаралығына аресты туҡтатыу хаҡында электрон документ ебәрә. Өс эш көнө эсендә мәсьәлә хәл ителә. Аҙаҡ милек хужаһына ошоға ҡағылышлы хат килә.


Вернуться назад