Рәсәй Премьер-министры, күптән түгел ил Президенты итеп һайланған Владимир Путин Өфөлә һуғыш ветерандарының Башҡортостан республика клиник госпитале өсөн яңы корпус һәм поликлиника төҙөү ниәтен хуплаған. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика Советының киңәйтелгән пленумында ошо хаҡта телгә алды.
Уның әйтеүенсә, республика етәкселеге яңы корпус төҙөү тураһындағы тәҡдим менән Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт иткәс, Владимир Путин был мәсьәләгә ыңғай ҡараш белдергән. Объектты айырым маҡсатлы федераль программаға индереү күҙаллана. Хәҙер эш республика етәкселегенең Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы менән берлектә мәсьәләне нисек атҡарып сығыуына бәйле. Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә тейешле бойороҡ биргән һәм уның үтәлешен контролдә тота.
Госпиталдең яңы корпусын, поликлиниканы төҙөү һәм уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу 1 миллиард һум самаһы аҡса талап итәсәк тип күҙаллана.
М. ӘМИНЕВА.