Киндерлелә тәртип булырға тейеш!22.11.2016
Киндерлелә тәртип булырға тейеш! Тәбиғәт байлыҡтарын нисек һаҡларға? Йәмәғәтселектең иғтибарын экология проблемаһына йүнәлтеүҙә ниндәй алымдар ҡулланырға? Балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн нимәләр эшләргә? Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһендәге Попечителлек советы ултырышын үткәреп, ошо һорауҙарға бергәләп яуап табырға кәрәклеген билдәләне.
– Башҡортостан бүлексәһе йылдам тиҙлек менән үҫешә. Рус география йәмғиәтенең вице-президенты Артур Чилингаров рәйес­легендәге тәүге кәңәшмәнең Өфөлә уҙыуы юҡҡа түгел. Саранан һуң ҡунаҡтар беҙҙең эште юғары баһаланы. Былтыр үткәрелгән географик диктантта республикабыҙ иң әүҙем төбәктәрҙең береһе булды. Быйыл да һынатмаҫбыҙ.
Рәсәйҙең ЮНЕСКО бүлек­сәһе башланғысы менән Башҡортостанда геологик парк асырға ниәтләйбеҙ. Ул беҙҙең илдә тәүгеһе буласаҡ. Лайыҡлы объекттарҙың исемлеген төҙөп, был юҫыҡта эш башларға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Зәки улы.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәми­тов Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеген юғары баһа­ланы. Һуңғы арала география фәненә илдә ҡыҙыҡһыныу артыуы күҙәтелеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тиҙҙән Рәсәйҙең мәғариф министры Ольга Васильева башланғысы менән география Берҙәм дәүләт имтиханының мотлаҡ һынауҙар исемлегенә индереләсәк.
Артабан Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин атҡарылған эш­тәрҙе барланы, киләһе йылға пландар менән таныштырҙы.
– Һәр бер районда ойошма­ның бүлексәләре бар. Ҡайҙа­лыр улар әүҙем эшләй, ҡай­ҙалыр һүлпәнлек күрһәтә. Мәҫәлән, дәүләкәндәр үҙ му­зей­ҙарын булдырҙы; Әбйә­лилдә браконьер­лыҡ менән әүҙем көрәшәләр һәм тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға ҙур көс түгәләр; белореттар география уҡытыусыларының беренсе республика слетын ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте, – тип һөйләне ул.
Йәмғиәт ағзалары төрлө экспедицияларҙа әүҙем ҡат­наша. Уларҙың иң сағыуы, моғайын, Европаның иң бейек нөктәһе Эльбрусҡа менеп, 5 642 метр юғарылыҡта Башҡортостан флагын ҡаҙап ҡуйыу булғандыр.
– Ғафури районының Еҙем йылғаһы буйында урын­лаш­ҡан Киндерле мәмерйәһен һаҡлау мәсьәләһен күптән күтәрәбеҙ. Әммә ул урынынан ҡуҙғалмай. Һоҡланғыс, үҙен­сәлекле урын ҡырағай турис­тар арҡаһында үҙенең матур­лығын юғалта, тәртипле ойош­торолмаған ял арҡаһында был ерҙең эко­системаһы боҙола. Ошоға оҡшаш хәл Ирәмәл паркы менән дә булғайны. Рөстәм Зәки улы, Һеҙҙең ҡарарығыҙ менән Ирәмәлгә парк статусы бирелде. Бының яҡшы һөҙөм­тәһен шунда уҡ күрҙек: Ирә­мәлдәге тәбиғәт хозурлығын күрергә теләгән кешеләр һаны ике тапҡырға артты, – тип борсолоуҙарын белдерҙе Камил Йыһаншин.
– Киндерле мәмерйәһенә килгәндә, был мәсьәләгә кире әйләнеп ҡайтырбыҙ. Яңы тәбиғәт һәйкәлдәре булдырыуға бер ваҡытта ла ҡаршы булманыҡ. Белеүемсә, был ерҙә хужалыҡ эштәре алып барылмай. Ысынлап та, тәртип булды­рырға кәрәк, – тип рәйестең һүҙҙәрен ҡеүәтләне Рөстәм Хәмитов.
Камил Йыһаншин, Башҡортостан Башлы­ғына һәм республика Хөкүмәтенә Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе эшмәкәр­легенә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдереп, Рөстәм Хәмитовты Рус география йәмғиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Республика етәксеһе, Рус география йәм­ғиәте башҡарған эштең мөһимлеген билдәләп, Попечителлек советының күсмә ултырышын райондарҙа үткәрергә тәҡдим итте.


Вернуться назад