Башҡорт режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Тәүбә” фильмы (сценарий авторы – Мәғәфүр Тимербулатов, продюсеры – Азамат Хужәхмәтов) Абхазияның баш ҡалаһы Сухумиҙа 19-24 ноябрҙә уҙғарыласаҡ Х “Кунаки” Бөтә Рәсәй асыҡ кино һәм телевидение фестиваленең конкурс программаһына индерелде. Был турала “Башҡортостан” киностудияһы мөхәррире Дамир Йосопов хәбәр итте. Фестивалдә нигеҙҙә ҡыҫҡа һәм тулы метражлы фильмдар ҡатнаша ине. Быйыл иһә беренсе тапҡыр унда ҡыҫҡа метражлы уйын һәм анимациялы картиналар тәҡдим ителәсәк. Сарала ҡатнашыуға 260-тан ашыу ғариза бирелгән. Программала иһә 60-ҡа яҡын фильм иҫәпләнә. Улар араһында ҡатмарлы тормош юлы үткән һәм тыуған ауылында имам-хатиб булып киткән кешенең ауыр яҙмышы хаҡында һөйләгән башҡорт режиссерының картинаһы ла бар.
Фестиваль барышында шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, “түңәрәк өҫтәл”дәр, билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре менән осрашыуҙар, ҡунаҡсыл Абхазияның иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар ойоштороласаҡ. Сара Рәсәйҙең Милли хәйриә фонды һәм Абхазия Хөкүмәте ярҙамы менән уҙғарыла.
Әйткәндәй, “Башҡортостан” киностудияһының “Тәүбә” фильмы күптән түгел генә Бешкәктә төп бүләктәрҙең береһен яулағайны. Бынан тыш, ул 2015 йылда II “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивалендә “Иң яҡшы документаль фильм геройы өсөн” тигән номинацияла призға лайыҡ булды.