Ҡорбаны балалар булмаһын24.03.2012
Ҡорбаны балалар булмаһын1982 йылда Халыҡ-ара туберкулезға һәм үпкә ауырыуҙарына ҡаршы көрәш союзы 24 мартты рәсми рәүештә Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип иғлан итеү тураһында тәҡдим индергән.
Туберкулез — борондан уҡ билдәле сир. Ул һаман да яңынан-яңы ҡорбандарын эҙләй. Ғөмүмән, әллә күпме кешенең ғүмерен өҙгән был йоғошло ауырыу. Уны туберкулез таяҡсаһы тыуҙыра. Йыш ҡына тын юлдарын, үпкәне зарарлай. Шулай уҡ тирегә, лимфа төйөндәренә, һөйәктәргә, бөйөргә, күҙҙәргә, ҡорһаҡ ҡыуышлығына, үҙәк нервы системаһына һәм башҡа ағзаларға зыяны тейеүе ихтимал.
1993 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының туберкулезды етди иғтибар талап иткән проблемаларҙың береһе тип таныуы юҡҡа түгел. Сирҙән, әгәр дауаланһаң, һауығырға мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, йыл һайын һигеҙ миллион самаһы яңы ауырыу теркәлә һәм мәкерле сирҙән ике миллион кеше вафат була. Ике миллиардтан ашыу кеше, йәғни донъялағы халыҡтың өстән бер өлөшө, туберкулез бациллаһы йоҡторған. Сирҙең асыҡ формаһы күҙәтелгән берәү йылына уртаса 10-15 кешене зарарлай.
Кох таяҡсаһы организмға тын юлдары аша (һөйләшкәндә, сөскөргәндә, йүткергәндә) эләгә. Ҡаҡырыҡ һәм тамаҡ өҫтө лайлаһы тамсылары өҫ кейеменә, әйберҙәргә тарала һәм шунда кибә. Әммә микроб юҡҡа сыҡмай, оҙаҡ ваҡыт йәшәү һәләтен һаҡлап ҡала. Туберкулездың микробактериялары ауырыу малдан да күсә, ҡайнатылмаған һөт ризыҡтары ла был йәһәттән хәүефле.
Сирҙе иҫкәртеүҙең төп сараһы — прививка яһатыу. Хәҙерге заманда вакцина күп илдәрҙә ҡулланыла һәм иммунизациялауҙың киңәйтелгән программаһына индерелгән. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының тәҡдиме буйынса ул сабыйға донъяға килгәндең тәүге көндәренән үк яһалырға тейеш.
Туберкулез сирлеләр аҙ булған илдәрҙә, мәҫәлән, (АҠШ-та, Бельгияла, Италияла, Испанияла) хәүеф янаған төркөмгә ҡараусыларға ғына вакцина индерелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә хәл шәптән түгел, туберкулезға бәйле вафат булыусылар һәм ауырыусылар күрһәткесе элеккесә юғары. Вакцинаның ауыр хәлгә тарыуҙан һаҡлауы күптән иҫбатланған. Был, һис һүҙһеҙ, бәләкәйҙән үк балаларҙың иммунитетын нығытыу кәрәклеген раҫлай. Ата-әсә прививканан баш тарта икән, балаһына ҙур хәүеф янауын аңларға тейеш.
Прививка бала табыу йортонда уҡ, әгәр ниндәйҙер сәбәп буйынса кисектереп тороу кәрәкмәһә, сабый донъяға килгәндең 3-7 көнөндә яһала. Иммунитетты нығытыу өсөн БЦЖ (Кальмент-Герен бациллаһы) һәм БЦЖ-М вакциналары файҙаланыла. Икенсеһендә антиген икеләтә кәметелгән. Республикабыҙҙа яңы тыуған сабыйҙарҙың барыһына ла прививка эшләнә. Артабан улар 7 һәм 14 йәштәрендә лә шул рәүешле ҡурсалана. Вакцина индергәндән һуң ҡалған йөй организмда туберкулез микобактерияһына ҡаршы үҙенсәлекле һаҡлағыс эшләнеүен раҫлай. Ниндәй ҙә булһа сәбәп менән сабыйға бала табыу йортонда прививка яһалмаһа, уны поликлиникала йәки стационарҙа эшләйҙәр.
Вакцина индергәндән һуң өҙлөгөү бик һирәк күҙәтелә. Балаларҙың күбеһендә иммунитет биш-ете йыл һаҡлана. Шуға ла Манту һынауына кире реакция күҙәтелгән үҫмерҙәргә прививка 7 һәм 14 йәштә ҡабаттан яһала. Хроник сирле балалар иммунитет булдырыуға айырыуса мохтаж. Уларға прививка өсөн хәүефһеҙ осорҙо дөрөҫ һайлау кәрәк.
Хөрмәтле ата-әсә! Балаларығыҙҙың һаулығы һеҙҙең ҡулда булыуын онотмағыҙ!
Ирина ТИТЛОВА,
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының фтизиатрия буйынса штаттан тыш балалар белгесе.


Вернуться назад