Өмөт(Хикәйәт)18.11.2016
Төндәрҙең береһендә үҙенең ҡоло менән урамдан килә ине Ғүмәр разиаллаһү ғәнһү — алда усаҡ янып торғанын күрҙеләр.
— Мосафирҙар төнгө һалҡындан һаҡланыр өсөн яҡҡандыр, моғайын. Киттек улар эргәһенә, — тине хәлифә.
Барҙылар. Усаҡ эргәһендә бер ҡатын ултыра, уның ҡосағына һыҡтап бер нисә бала һыйынған. Ҡаҙанда һыу ҡайнай. Сәләм бирҙеләр, сәләм алдылар. Араларында шундай һөйләшеү булды:
— Эргәгеҙгә килергә мөмкинме?
— Яҡшы ниәт менән булһа, килегеҙ. Кире китһәгеҙ ҙә, һүҙем юҡ.
— Һеҙгә нимә булды?
— Төнгә ҡалдыҡ. Һалҡын.
— Ә балаларға нимә булған?
— Улар аслыҡтан яфаланып илай.
— Ҡаҙанда нимә?
— Һыу. Балалар өмөтләнеп һәм тынысланып йоҡлап китмәҫтәрме тип һыу ҡайнатам. Беҙҙең хәлде кем белһен? Ғүмәр хәлифә менән беҙҙең арала Хаҡ Тәғәлә үҙе генә.
— Алла ярҙам бирһен, — тине хәлифә. — Әммә һеҙҙең турала Ғүмәр ҡайҙан белһен һуң?
— Ул беҙҙең эштәребеҙ менән идара итә, тик беҙҙең ишеләрҙе һанға һуҡмай.
— Киттек бынан, — тине Ғүмәр. Тиҙ-тиҙ атлап ул он һаҡлаған амбарҙар эргәһенә килде. Бер тоҡто һөйрәп сығарҙы.
— Арҡама күтәрт, — тине.
— Үҙем илтәм, — тине хеҙмәтсе.
— Арҡама күтәрт!
— Үҙем илтәм, — тине хеҙмәтсе тағы ла ҡабатлап.
— Һин нимә? — Ғүмәр бөтөнләй ҡыҙып китте. — Ҡиәмәт көнөндә лә минең йөгөмдө күтәреп йөрөрмөн тип уйлайһыңмы, оят түгелме?
Хеҙмәтсе уға тоҡто күтәртте, икәүләп йәнә усаҡ эргәһенә килделәр. Тоҡтан он алып ҡаҙанға һалды Ғүмәр, өрөп утты көсәйтеп ебәрҙе, һаҡалдары көйә башлауға ҡарамаҫтан, боламыҡ бешеп еткәнсе утты яндырып торҙо. Боламыҡ бешеп өлгөргәс, ҡаҙанды ергә ҡуйҙы.
— Балаларыңды ашат! — тине. Балаларын туйғансы ашатты мосафир ҡатын һәм алдында Ғүмәр үҙе торғанын белмәй әйтте:
— Алла ярҙам бирһен. Хаҡ мосолмандар хакимы Ғүмәргә ҡарағанда һеҙ яҡшыраҡ эш эшләнегеҙ, — тине.
Ғүмәр менән хеҙмәтсе ситкәрәк киттеләр, балаларҙың уйнай-көлә ашап бөткәнен, йоҡоға киткәнен көттөләр.
— Әлхәмдү лиллаһ! — тине Ғүмәр, үҙ-үҙенән бик тә ҡәнәғәт булып.


Вернуться назад