Бурысҡа алыу еңел, тик уны кире ҡайтарыуы...18.11.2016
Бурысҡа алыу еңел, тик уны кире ҡайтарыуы... Бөгөн күптәр кредитҡа йәшәй – машина һатып ала, йорт һала, балаларын уҡырға индерә, ил гиҙә.... Ҡөрьәндә иһә кредитҡа аҡса алыу, процентҡа аҡса биреү хәрәм һанала. Бындай ғәмәл бер ваҡытта ла яҡшылыҡ менән бөтмәй, тиелә унда.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Ике кеше үҙ-ара ғәҙеллек менән эш итһә, өсөнсөһө Аллаһ Тәғәлә булыр”. Әгәр ҙә ике кешенең береһе ғәҙеллектән сит­ләшһә, унан бәрәкәт китә. “Риба”ның ғәрәп теленән тәр­жемәһе “артыу” тигәнде аңлата. Ислам шәриғәтендә риба ике төрлө була: бе­ренсеһе – һатыуҙағы риба, икенсеһе – бурыстағы риба.
Һатыуҙағы риба.
Әгәр бер кеше икенсе кешегә үлсәмле һәм күләм­ле әйберҙәрҙе бурысҡа һатһа, һатыуҙағы риба һа­нала. Мәҫәлән, берәү картуфын икенсе берәүҙең картуфына алыштыр­ғыһы кил­һә, биҙрәгә – биҙрә, ҡап­сыҡ­ҡа – ҡапсыҡ, килоға кило тура килергә тейеш. Бер биҙ­рә картуфты биҙрә ярымға алмаштырырға ярамай. Был риба була.
Бурыстағы риба иһә бер кеше икенсеһенә аҡса йәки башҡа нәмә биреп тороп, һуңынан уны ҡайтар­ғанда шул уҡ әйберҙе арттырып алыуға йәки биреүгә ҡайтып ҡала. Процент артыу менән кеше ҡоллоҡҡа сума.
Риба – хәрәм, тинек. Шуға күрә Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм: “Әгәр берегеҙ бурысҡа әйбер биргән булһа, ул кешенән бүләк тә алмағыҙ, малына ла ултырып йөрөмәгеҙ, ә инде бурысын биргән булһа, был эштәр ярай”, – тигән.
Рибаның хикмәте ниҙә?
Беренсенән, ул – хәрәм. Аллаһ тыйған эш. Икенсе­нән, риба – йәшерен мәкер­ле золом. Ул урлашып алғандан да яман. Кешене алдап, сихырлап та биреп була уны. Өсөнсөнән, риба – сир тип әйтһәң дә була. Сөнки ҡайһы бер, кешеләр бурысҡа алырға мөм­кинлеге булғанда, нисек биреүен дә уйламай, тиҙерәк алып ҡалырға тырыша.
Рибаның гонаһы:
1. Аллаһтың ләғнәте төшә.
Пәйғәмбәребеҙ Рәсүл риба ашаусыны ла, биреү­сене лә ләғнәтләгән.
2. Риба бөлгөнлөккә килтерә. Пәйғәмбәребеҙ Рәсүл: “Рибаны кеше күп ҡулланһа, һуңғы көнөндә шунса юғалтыуға ирешер”, – тигән. Ә Ҡөрь­әндә раббы­быҙ: “Аллаһ рибаның фай­ҙаһын бөтөрөр, ә изге саҙа­ҡа­ларҙың файҙаһын хужа­һына арттырып ҡайтарыр”, -–тигән.
3. Риба зинанан яман. Күп кешеләр урлашыу яман тип әйтә. Иман күҙле­генән ҡарағанда, риба урлашыу­ҙан яманыраҡ. Шулай уҡ зина рибанан 36 тапҡыр түбәнерәк.
Күберәк Аллаһы Тәғәлә “Хәрәмде эшләмә” тип әйт­мәй, ә “Хәрәмгә яҡын килмә”, “Зинанға яҡын килмәгеҙ”, “Етем малына яҡын кил­мәгеҙ” тигән. “Яҡын килмә­геҙ” тигән һүҙе хәрәмгә алып барған юлдар бөтәһе лә хәрәм тигәнде аңлата.
Был хәҙистәрҙән күрене­үенсә, әгәр бер кешегә бурысҡа биргәнһең икән, ул кешенән бер нәмә лә талап итергә ярамай. Шуға шәри­ғәтебеҙ рибаға алып бара торған юлдарҙың барыһын да ябып ҡуйған.


Вернуться назад