Бабич һөйәктәрен ҡәҙерләп ерләгән ғалим18.11.2016
Бабич һөйәктәрен ҡәҙерләп ерләгән ғалим Ринат ағай менән яҡындан аралашҡаным булманы. Әммә Йылайыр ерендә Шәйехзада Бабичты ҡайтанан ерләү саралары башланыр алдынан башҡорт зыялылары, уның юғары профессиональ кимәленә ышанып, был көндө ниндәйҙер тәрән тетрәнеү менән көттө. 2007 йылдың ғинуарында булған ваҡиғалар Башҡортостан тарихына күҙ йәше менән дә яҙылыр, сөнки, әйтерһең, тере шағирын һуңғы юлға оҙатҡандай, көндөң буранлы, елле булыуына ҡарамаҫтан, колонналар булып теҙелеп килгән ғәм халыҡты шағир рухы, уға мөхәббәт тойғоһо берләштерҙе. Был сараның башында торған күренекле ғалим, шағирҙың аҫыл һөйәктәре хаҡында һуңғы һүҙҙе әйткән кеше Ринат ағай Йосопов булды.
Бабичтың ҡайҙа ерләнеүе хаҡында Йылайырҙың өлкән быуын вәкилдәре яҡшы белгән. Уларҙың һорауы буйынса, Хөкүмәт ҡарары менән 29 сентябрҙә Йыла­йырҙа күмәк ерләнгәндәрҙең һөйәктәренә экспертиза үткәреү буйынса комиссия төҙөлә. Тарих фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге мөдире Ринат Йосопов комиссия етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2006 йылдың октябрендә ҡаҙыныу эштәре башлана. Ринат Мөхәмәт улы менән әңгәмә ошо хаҡта.
– Ринат Мөхәмәт улы, эш нимәнән башланды?
– Ҡаҙыныу эштәрендә өс кешенең баш, кәүҙә һөйәктәре табылды. Уларға башта Өфөлә экспертиза үткәрҙек. Шунан Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институтына юлландым. Был эшкә Татьяна Балуева етәкселек итә. Ирекле экспертиза барышында субурал типлы йәш кешенең һөйәктәре икән­леге асыҡланды. Тештәрен тикшергәс, уның 21 – 25 йәшлек булыуы билдәләнде. Баш һөйәгенә ҡарап, баш­та – пластилиндан, аҙаҡ гипстан бәләкәй бюсын эшлә­неләр. Улар бит был кешенең кем икәнен дә белмәй. Әммә эшләп ҡуйғас, шунда уҡ Бабичты таныным. Тикшереү барышында уҡ баш һөйәген өйрәндем, шуға күрә уның Бабичтыҡы булыуында шигем юҡ ине.
– Шағирҙың баш һөйәге менән Өфөлә, Мәскәүҙә тикшереүҙәр үткәргәнһегеҙ, нимәләр кисерҙегеҙ?
– Минең өсөн иң мөһиме – яңылышмау, хата ебәрмәү, сөнки был – бик етди эш. Тәжрибә лә ярҙам иткәндер. Һәр саҡ күңелемдә ниндәйҙер тәрән контроль торҙо. Эш еренә еткерелгәс, рәхәт булып китте.
– Тимәк, һеҙҙең бер тамсы ла шигегеҙ юҡ?
– Ниндәй шик, ти?! Юҡ, әлбиттә. Хәҙер бит ирекле экспертиза бик ентекле эшләнә. Баш һөйәге, тән һөйәк­тәре аша билдәләнде бит уның кемлеге. Бөгөн беҙ тап Бабичты ер ҡуйынына тапшырҙыҡ.
Л. АБДУЛЛИНА һөйләште.
(2007 йылдың 20 ғинуарында булған һөйләшеү­ҙән).



Вернуться назад