“Тауышҡайын шундай һағынам. Килеп инер кеүек ишектән...”18.11.2016
“Тауышҡайын шундай һағынам. Килеп инер кеүек ишектән...” Әгәр күренекле ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рим Йәнғужин менән халыҡ 2007 йылда хушлашыуын белмәһәм, уларҙың фатирына барып инһәң, Рим ағай әле генә ошонда йөрөп ятҡан кеүек тойғо ҡала. Улай ғына ла түгел, ул, әйтерһең, күрше бүлмәгә генә сыҡҡан. Бына эш өҫтәле, яҙмалар, китаптары. Бына портреты. Хәйер, уның рәсемдәрен һәр бүлмәгә элгән Зәйтүнә апай. Ҡатыны өсөн ул һәр саҡ тере, һәр саҡ эргәһендә кеүек тойола. Уның йәшәү рәүеше һаман да иренең, атаҡлы Рим Йәнғужин атлы ғалимдың, эшмәкәрлеген, фәнни ҡаҙанышын таратыу, халыҡҡа еткереүҙән ғибәрәт. Ул һәр иртәһен Рим ағайҙың исеме менән ҡаршылай, һәр кисен уның хаҡтағы уйҙар менән көнөн теүәлләй. Бындай фиҙакәр тоғролоҡ хаҡында рубрика асырға ғына түгел, ә китап яҙырға кәрәк. Үҙе әйткәнсә, Зәйтүнә апай донъяға Рим ағайҙың күҙҙәре менән ҡарап йәшәгән һәм шулай дөрөҫ икәнлегенә инанған.
“Аҫыл ҡатындар” рубрикаһында яҙмыштарын яҡтыртыр апайҙарыбыҙ байтаҡ икән. Әммә шуныһы бар: улар бөтәһе лә яҙырға теләгәнде ҡыуанып ҡабул итте, тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, күренекле ғалим, фән докторы, этнограф Рим Йәнғужиндың ҡатыны Зәйтүнә апай менән апаруҡ ваҡыт һөйләшеүҙәр алып барырға тура килде. Ул үҙе менән әңгәмә эшләүгә ҡаршы, кеше араһында күренеп, үҙе тураһында белдертергә яратмауын әйтте. Улай ғына ла түгел: “Рим – ҙур ғалим. Уның фиҙакәрлегендә, ҙур профессионал булыуында минең бер ниндәй ҙә ҡыҫылышым юҡ. Ҡулымдан килгәнде ярҙам иттем, яҙғандарын аңларға, эшләгәненең төбөнә төшөп, фекерҙәше булырға тырыштым. Ағайығыҙ хаҡында яҙығыҙ!” – тип ебәрҙе. Ошо һуңғы һөйләм этәргес булды ла инде әңгәмәне дауам итеүгә. Һуң тап Рим ағай хаҡында һөйләшәсәкбеҙ, уның образын күҙ алдына баҫтырабыҙ, тигән аңлатмам менән килеште Зәйтүнә Вәли ҡыҙы ЙӘНҒУЖИНА. Һәм, ниһайәт, беҙ осрашып, ниәтләгән эште атҡарҙыҡ.

– Эш өҫтәле тигән төшөнсә бар инеме уның өсөн?
– Рим тәртип яратты. Уның эшендә лә, өйҙә лә бөтә кәрәк нәмәләре үҙе белгән, тәғәйенләп һалып ҡуйған урында торҙо. Дауаханала ятһа ла, һәр нәмәһе тәртиптә булды. Ҡандан килдеме икән, әллә ғаилә тәрбиәһенәнме, бәлки, интернат өлгөһөнән­дер, әммә ул ана шулай һәр ерҙә йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек яратты.
Кешеләр уға үҙҙәре ынтылып тора ине. Этнограф бит иң тәү сиратта әңгәмә ҡора белергә, аралашыусыһын һөйләндерә алырға тейеш. Римдең бер ауыҙ һүҙ асып әйтеүе лә етә ине, әңгәмәселәре әллә күпме мәғлүмәт бирер, нәҫелдәрендә һаҡланған байлыҡ менән уртаҡлашыр ине. Ул һәр төбәктән алып ҡайтҡан ҡомартҡыларға шул тиклем йөрәк йылыһы менән ҡараны, әйтерһең, бына боронғоларҙың үҙе инде. Һәр мәғлүмәтте, һәр экспонатты ҡәҙерләп һаҡлап, студент саҡтарынан йыйған материалдарынан музей ойошторҙо. Аллаға шөкөр, ул хәҙер үҙенең исеме менән атала. Башҡорттар, Башҡортостан халҡы тураһында бик бай мәғлүмәт тупланы ул музейҙа. Яҙма эштәренән тыш, ана шул төрлө төбәктәрҙә йыйылған ҡомартҡылар дәүер, ул осорҙа йәшәгән милләт тураһында шулай уҡ бай материал булып тора.
Ҙур эштәр атҡарған кешеләр, күҙәтеү­ҙәремә нигеҙләнеп әйтәм, ябай була. Раил Ғүмәр улы Кузеев та шундай ине. Улар нисектер маһайып, эреләнеп йәшәмәне, киреһенсә, ябайлыҡ уларҙың кеше күңелдәренә асҡыс ролен үтәне. Клавдия Ивановна Козлова ла шулай булды. Ул Римдең Мәскәүҙәге етәксеһе ине.
– Рим ағай фән донъяһына бала саҡтан ынтылғанмы?
– Кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуы, ғәҙәттә, бала саҡтан уҡ билдәле була ул. Рим бәләкәстән үк тыуған яғы тарихы менән мауыҡҡан. Мәҡәләләр ҙә яҙған ул.
Әммә математиканан яҡшы уҡығас, үҙенең ҡыҙыҡһыныуы ла булғас, техникумға уҡырға инергә уйлаған. Унда ул бик күп мәсьәләләрҙе сискән, ҡабат-ҡабат эшләтеп ҡарағандар. Тик эш шунда: нисек эшләгәнен урыҫса аңлата алмаған. Өсәр тапҡыр малайҙы тикшереп ҡарағандан һуң, урыҫса белмәй, тип уҡырға алмағандар. Аптырап тормаған, директорға инеп ҡараған. Ул үҙенең белгәнен яҡшы аңлағас, уны кем дә булһа баһалар, уҡырға индерер тип өмөт иткәндер инде. Әммә техникум директоры үҙе ҡаршы төшкән. Бик әрнеп һөйләй торғайны ошо хәлде. Нишләһен инде ауыл балаһы, кире боролоп ҡайтып киткән. Үзбәк исемле абзыһы уға: “Ана Ашҡаҙар мәктәбенә барып, бер йыл урыҫ телен өйрән, унһыҙ һине бер ергә лә ҡабул итмәйәсәктәр”, – тигән. Күрше ауылда, артабан Ишембай мәктәп-интернатында уҡып, Рим урыҫ телен бик яҡшы үҙләштергән. Ғалим Баязит Ғәлимов менән бергә уҡығандар. Рим комсорг, Баязит староста ла булған, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкәндәр. Ишембайҙа ла тарих менән ҡыҙыҡһыныуын ташламаған. Мәктәп-интернат үҙенең юбилей сараларына уны йыш саҡыра торғайны, әле лә бик хөрмәт итеп иҫкә алалар. Улар Римдең ҙур этнограф икәнен яҡшы аңлай, һәйбәт беләләр. Баһалауҙары уның исемен мәңгеләш­терергә тырышыуҙарында, күргәҙмәләр эшләүҙәрендә сағылып тора. Рәхмәтлемен уларға. Интернаттың иң беренсе алтын миҙал алған уҡыусыһы ла Рим бит! Улар уны ҡәҙерләп яҙып ҡуйғандар.
– Рим ағай ишле ғаиләнәнме?
– Эйе, улар ғаиләлә биш бала үҫкән. Рим – дүртенсе бала, уның артынан һуғыштан һуң һеңлеһе Сәриә тыуған. Бөгөн иҫән ҡалғандарҙан тик ул ғына. Киләһе йыл уға 70 йәш тула. Атай беҙҙең Бөйөк Ватан һуғышында апрель айында ҡаты яраланып, госпиталдәрҙә оҙаҡ ятҡандан һуң ҡайтып төшкән. Өҫтәл тирәләй бөтә ғаилә ашап ултырған булған был мәлдә, ҡапыл ҡәйнеше: “Еҙнәм ҡайтты! Еҙнәм ҡайтты!”– тип ҡысҡырып ебәргән. Ана шулай һис көтмәгәндә ҡайтып төшөп, атай ҡатынын бер ҡыуандырһа, балаларын аптыратҡан. Рим атаһын танымаған һәм: “Ниндәй урыҫ ул? Кит, урыҫ, әсәй янынан”, – тип ҡыуған әле уны. Бына шундай ҙа хәлдәр булған һуғыштан һуңғы йылдарҙа. Атай шәкәр алып ҡайтҡан, әммә татлы ризыҡтың нимә икәнен балалары аңламағас, шаҡмаҡташ итеп уйнағандар. Ул мәлдә шәкәр бик һирәк ҡунаҡ булған бит инде өҫтәлдә. Әсәй балаларына шәкәр һыуы эсереүен-эсергән ул, әммә татлы ризыҡ улай тулып ятмаған.
Атай беҙҙең стахановсы ине, тракторҙа эшләгән. Бергә эшләгән сменщигы утты ҡабыҙмайынса тракторҙы тоҡандырып ебәргән дә ул “тимер ат” аҫтында ҡалған. Алты ай буйы тарттырылған килеш ятҡан дауаханала, шуға ла һуғыштың тәүге көндәренән үк ҡатнаша ла алмаған. “Не годен” тип яҙыу бирһәләр ҙә, аяҡҡа баҫыу менән һуғышҡа киткән. Бына ниндәй яугир рухлы, фиҙакәр холоҡло булған халыҡ. Яуҙа минең бабайымды осратҡан әле ул, Ҡәйүм Әхмәтшинды. Атай Бөйөк Ватан һуғышында станковый пулеметсыһы булған. 1945 йылдың апрелендә ҡаты яраланғас, балаларымдың исемен оноттом, бер нимә хәтеремдә юҡ ине, тигәнен мин дә беләм. 1946 йылда ҡайтып төшкән өйөнә.
Ул ҡайтыу менән дә тик ятмаған, эшкә урынлашып, ғаиләһен ҡараған. Бик көслө кеше булған. Һөт ташыусы булып эшләгән ерҙә феләктәрҙе бер ҡулы менән генә күтәргән. 60 йәшенә тиклем шулай йөрөнө ул, әммә бына беҙ өйләнешеп күпмелер үткәндән һуң, уның яралары асыла башланы. Инсульт кисерҙе, әммә уны ла еңеп йәшәргә тырышты. Беҙгә алып килдек. Әсәй үлгәс, сире тағы ла нығынды. Өфөлә дауаханаларҙа ятты. Сәриә әсәйҙе ҡараны, уға беҙ рәхмәтле уның өсөн. Атайҙың яңғыҙ йәшәй алмаясағын уйлап, беҙ уны үҙебеҙгә алдыҡ. “Көсөңә ышанһаң, алып киләйек, көсөңә ышанмаһаң, белмәйем шул”, – тине ул. Бының менән миңә үҙенең ҙур ышанысын, барлыҡ өмөт миндә икәнлеген әйтергә теләгәндер. Туғандарҙың да төрлөһө бар, ниңә кәрәк ул һеҙгә артыҡ йөк, тиеүселәр ҙә булды. Әммә беҙ Рим менән бер-беребеҙҙе яҡшы аңлай инек. Атай бит күктән төшмәгән, иремдең ғәзиз кешеһе, шуға күрә кемдер нимәлер әйтә тип иғтибар итеп торманым. Һәр кем үҙ юлынан бара, үҙ яҙмышын яҙа. Рим дә, мин дә туған­дарыбыҙға, яҡында­рыбыҙға иғтибарлы булырға тырыштыҡ.
Минекеләр ҙә был ваҡытта Өфөгә килде. Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды булараҡ, әтейемә фатир биргәйнеләр, әнейем уны ҡараны. Бергәләшеп, ҡайнашып йәшәнек шулай. 1995 йылда өсөһө лә бер-бер артлы китеп тә барҙы. Беҙ өйләнешкәндән алып ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар үҙ-ара татыу йәшәне.
– Әйткәндәй, һеҙ нисек танышып киттегеҙ?
– Улар беҙҙең яҡҡа, Хәйбулла районының Әбеш ауылына, экспедицияға килгән. Мин картуф утап йөрөй инем. Каникулға ҡайтҡан саҡ. Әнейем йүгереп килде лә: “Әхмәттәр килгән, ҡунаҡтары ла бар, әйҙә, кил ярҙам итергә”, – ти. Ҡулымды йыуып йөрөй инем, әнейемдең бәләкәй ҡустыһының улы Рәйес һәм тағы ла ике кеше килеп инде. Шунан араларынан берәүһе торҙо ла: “Вот эта будет моей женой”, – тине урыҫсалап тороп. Аптырап киттем. “Ты что, ненормальный что ли?”– тинем. Әммә былар һаман һүҙгә әүрәтеп, Һаҡмар буйында балыҡ тоторға саҡырҙы, шулай аралашып киттек. Әхмәт ағайҙар ауылға ҡайтҡан һайын балыҡ тота. Был уларҙың йолаға әйләнгән шөғөлө ине инде. Балыҡ тотоп, шуны ярҙа бешереп, ҡурып ашап, үҙ-ара һөйләшеп, гөрләшеп ала торғайнылар. Бына ошо рәүешле беҙ ҙә танышып киттек.
– Һеҙҙе кәләш итеп алыр алдынан ул ректорҙан фатир һораған, тиҙәр?
– Унда хәл былайыраҡ булған. Рим барған да: “Мин өйләнәм, ҡатынымды дөйөм ятаҡҡа алып килмәйем. Ленинградҡа эшкә саҡыралар, шунда китәм. Фатир бирегеҙ!”– тигән. Кистән ректор Шәйхулла Чанбарисов менән ошо хаҡта һөйләшкән­дәр, икенсе көнөнә ул торлаҡлы ла булған. Өфөнөң 5-се поликлиникаһы өҫтөндә 9-сы ҡатта ине фатир, туйыбыҙ ҙа ана шунда үтте. Уның яғынан – Сергей Васюткин, минең яҡтан Рәйсә исемле Стәрлетамаҡта бергә уҡыған ҡыҙыҡай шаһит булды.
Ул мине килеп алып ҡайтты бит инде Стәрлетамаҡтан. Шунан бер мәл кемдер ишек шаҡый, асһам, Нияз Абдулхаҡ улы. “О!!! Вәт кәләш алып ҡайтҡанһың. Һыбайлылар төшөп ҡарар, йәйәүлеләр ятып ҡарар”, – тине был (көлә. – Авт.). Иң беренсе беҙҙең ишекте асып һүҙ әйткән кешенең фатихаһы булды. Ғүмер буйы хәтерҙән китмәй шул йылы һүҙҙәре.
Ул фатирыбыҙҙа кемдәр генә булманы?! Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһының һәр ағзаһы, дуҫтары, фекерҙәштәре, туғандар – барыһы ла һыйҙы күңелебеҙгә. Әмир Юлдашбаев, Алмас Аҡманов менән йыш аралаштылар. Зыя ағай Нуриев янына барып йөрөгән улар бергәләп. Студент конференциялары заманында уҡ үҙ-ара аралашып йәшәп өйрәнгән бит инде, шул уҡ күренеш Өфөлә лә дауам итте. Ҡайһы саҡ иҙәндә ятырға урын табылмай торғайны. Бына ышанаһығыҙмы, иртән атлап сығам тиһәң, баҫырлыҡ та урын юҡ. Ятаҡтан Римдең китаптарын күсергәнбеҙ ҙә бер тимер карауат бар инде. Бөтә байлыҡ шул. Торараҡ әнейемдәр диван алып бирҙе. Донъяның һәр тармағы менән ҡыҙыҡһыныусы, үҙ-ара ихлас бәхәскә инергә әҙер булған кешеләр йыйыла торғайны. Улар бер нәмәгә лә битараф булманы. Яңы китап, яңы спектакль, яңы фильм, яңы исем сыҡһа, шул хаҡта һөйләшәләр, фекер алышалар.
Радмир Йәнгировтың ғаиләһе менән тығыҙ аралаштыҡ. Ул беҙҙе үҙенсә сәнғәт донъяһына ылыҡтырҙы. Үҙ-ара бәхәсләшеп тә китәбеҙ. Төн урталары ауышҡансы һөйләшеп, ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй. Шунан беҙ уларҙы оҙата китәбеҙ. Инде уларға барып етһәк, улар беҙҙе кире оҙата сыға ярты юлға тиклем. Бына шулай үҙ-ара һөйләшеп, хәбәр бөтмәй, донъялағы иң гүзәл күренештәрҙең береһе булған аралашыу тигән бәхетте татып йәшәнек беҙ. Күрешеүҙәрҙән, табындарҙан, мәжлестәрҙән бары тик яҡты хәтирәләр генә һаҡланған күңелдә, сөнки ысын мәғәнәһендә дуҫтарса, яҡындарса аралашыу ине, бер-береңде баһалау, кимәлле, мәртәбәле һөйләшеүҙәр ине. Милли зыялылар бер төптән ине, шул уҡ ваҡытта милләт айырып ҡарау, кеше кәмһетеү булманы.
– Диссертацияларын яҙыу тарихына килһәк?..
– Кандидатлыҡ диссертацияһын “История земледелия на территории Башкирии (II тысячелетие до н.э. – XX век нашей эры)” тигән темаға, башҡорт халҡының көнит­мешенә бәйләп, бик уңышлы яҡлаған. Былары барыһы ла минһеҙ йәшәгән сағында булған. Ә бына докторлыҡ диссертацияһына килгәндә, Өфөлә ҡаршы сығыусылар ҙа булды. Әле лә ултырыштың протоколы һаҡлана миндә. Раил Ғүмәр улы Кузеев уны бик ҡеүәтләне. Йәнә лә Рим бер ҡасан да Мәскәү дәүләт университе­тының этнография кафедраһы менән бәйләнешен өҙмәне. Уның башҡорт халҡының көнкүреше, башҡорт ырыуҙары тарихы буйынса ниндәй ҙур эшмәкәрлек алып барғанын беләләр ине. Шуға күрә шундай ҙур ҡаҙаныш менән яҡланы ул докторлыҡ диссертацияһын.
Клавдия Ивановна Римде һәр саҡ маҡтап телгә алыр ине. Аспирантураға уҡырға инер өсөн имтихан бирергә Өфөнән саҡ килгән мәлендә ул, 100 китапты уҡып сығырға тәҡдим итеп, исемлек биргән. Бер аҙнанан шуларға аннотация эшләп, һәр береһе хаҡында фекер туплап килгәйне, ти. Бөтә лекцияларға ла йөрөгән, хатта уның үҙенә йәшләй ҡайһы бер имтихандарҙа ҡатнашырға тәҡдим иткәндәр. Римгә Мәскәүҙә ҡалырға ла тәҡдим булды, әммә улмы һуң инде Башҡортостанынан ситтә йәшәй торған кеше! Мәскәүҙәрҙе генә ҡалдыралар ине ул ваҡытта эшкә, әммә мөрәжәғәт итһәләр ҙә, ул туған университетына әйләнеп ҡайтты. Тик ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем Мәскәүҙәге фекер­ҙәштәре менән бәйләнешен өҙмәне. Ғалим Пилипенко Михаил Федорович менән әле лә аралашабыҙ. Бер осорҙа уҡыны улар. Ул хәҙер Белоруссияла йәшәй. Бөгөн дә уның дуҫтары, аспиранттар менән бәйләнеште өҙмәйем, ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам.
“Каруанһарай” башҡорт йорто тураһында ла фәнни эҙләнеүҙәр нигеҙендә ҙур эш атҡарҙы, китап та сығарҙы. Яңыраҡ Каруанһарайҙа матур саралар үтте, был хаҡта ваҡытлы матбуғат аша белдем. Исмаһам, береһе-бер, Рим Йәнғужин китап яҙҙы, тимәгән. Бына ошондай битарафлыҡ минең эсемде бошора. Ул бит Каруан­һарайҙы асыу өсөн ниндәй эштәр атҡа­рылыуы, Ырымбур дәүләт өлкә архивы документтарын, В. Перовскийҙың шәхси хаттарын өйрәнеп, ғилми эш атҡарҙы. Уның эшендә хатта ҡайһы ырыу күпме аҡса күсергән, кемдәр ҡайҙа эшләгәненә тиклем бар. Алай ҙа ул хеҙмәтен авторҙашы Гөлназ Данилова менән үҙе иҫән саҡта, 1996 йылда, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриә­тендә китап итеп сығарыуға өлгәште. “Башҡортостан” гәзитендә лә уның ғилми эшмәкәрлегенә иғтибар биреүегеҙ менән ризамын.
Яңыраҡ “Китап” нәшриәте “Революцияға тиклемге Рәсәйҙә башҡорттарҙың хужалы­ғы” тигән китабын ҡайтанан баҫтырҙы. Урыҫ телендәге был баҫманы халыҡ бик һорай ине, шуға күрә юбилейы уңайынан нәшер ителеүе бик яҡшы булды.
– Өйҙә нисек ине Рим ағай? Академик, ғалим?
– Уныһы нисек була һуң? Ниндәй академик йәки ғалим булһын, минең ирем бит ул. Рим бер ҡасан да эреләнеп, өйҙә әллә кем булып йөрөмәне. Атай-әсәйҙәрҙе лә ҡарашты, ҡунаҡ килгәндә лә ярҙам итә торғайны. Тормош булғас, төрлө саҡтар булғандыр, әммә мин өйҙә академик белемле ғалим йәшәгәнен белһәм дә, уның тотошонда тәкәбберлек тойманым.
Баҡсала ла ең һыҙғанып эшләр булды. Уға күршеләр: “Һеҙ бит ҙур начальник. Ниңә бында көс түгәһегеҙ?”– тиһәләр, ул көлөп ебәрә торғайны. Рим бер эштән дә ҡурҡманы ла, тартынманы ла, ниндәйенә тотонһа, шуны еренә еткерергә тырышты. Пунктуаллек тә хас ине уға. Уның өсөн бөтә нәмә үҙ ваҡытында эшләнергә тейеш. Һуңлағанды, көттөргәнде яратманы, уныһын йәшереп булмай инде.
Ауырыһа ла, машина саҡыртып, килеп алығыҙ, тип һораманы. Улай ғына ла түгел, мин дә ауырыңҡырап торғас, икебеҙ өсөн дә дарыуҙар юлларға кәрәк тип, күренекле кешеләрҙе хеҙмәтләндергән поликлиниканан баш тартып, өй янындағыһына күсте. Ҡайһы бер рецепттарға ҡултамғалар кәрәк, шуға күрә танышыбыҙ Фәүзәнәнең яҙма­ларын да үҙе менән алып сығып китә. Ул бер ҡасан да үҙен генә уйлап, хәстәрләп йәшәмәне. Хатта дәрестәрен, лекцияларын ҡалдырмаҫ өсөн табипҡа бара алмай ҡалған саҡтары булды. Табиптың ишеген асып, нимәлер аңлатырға тырышыу, алдан мәсьәләне хәл итергә ынтылыу уға хас түгел ине. Башҡа кешеләр ниндәйҙер, бындай осраҡта нимә эшләйҙер, мин уныһын белмәйем дә, ҡыҫылмайым да, әммә минең ирем бына ошондай булды.
– Ул күп ерҙәрҙә сәфәрҙәрҙә йөрөгән. Бүләктәр алып ҡайта инеме?
– Бүләкһеҙ ҡайтып төшөүе тураһында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел. Ул һәр ваҡыт балаға, миңә хәстәрләп иң кәрәкле нәмәләрҙе алып ҡайтыр ине. Ана анау ҡуйын дәфтәрен ал әле. “О” хәрефе битен ас әле. Күрәһеңме, нимә тип яҙылған? “Одежда больших размеров”. Был Римдең ҡуйын дәфтәре. Кәүҙәм ҡалынайып киткәс, ул миңә төрлө сәфәрҙәрҙән ҙур үлсәмле кейемдәр алып ҡайта башланы. Юллап, эҙләп табып уңайлы күлдәктәр менән ҡыуандырыр ине. Һөйләргә генә ҡалды инде. Уның кеүек үҙемә ҡарата хәстәрлекле мөнәсәбәтте мин кемдән күрҙем икән тағы ла?! Юҡтыр.
Ҡайһы бер кеше үҙ балаһына ҡысҡыра, тупаҫ һөйләшә. Ул Айбулатты “ярамай” тип кенә әйтеп үҫтерҙе. Мин инде бүтәнерәк кеше: кәрәк икән, әрләп тә ебәрәм, сыбыҡ алып та һыҙырам. Ә уның бына нисектер түҙемлеге етә ине. Хатта кешеләр әйткән ауыр һүҙҙе лә сабыр ғына кисерә белде. Ҡайһы ере менән түҙгәндер инде, белмәйем, әммә тыныс ҡабул итте һынауҙарҙы.
Римдең иғтибары ҙур булды миңә, дауаханала ятҡанда бөтә кейемдәремде йыуып, үтекләп алып килер ине. Ул ныҡ хәстәрле булды. Юҡсыллыҡта ла йәшәт­мәне. Аҡса юҡ тип торманыҡ, тырыша торғайныҡ. “Знание” йәмғиәтендә лә йөрөнө, ең һыҙғанып эшләне ул. Иң беренсе һатып алған әйберебеҙ хәреф баҫыу машинкаһы булды. Шунда мин дә уның яҙғандарын, заказ буйынса ҡулъяҙмалар баҫам, уколдар һала торғайным. Аҡса түләп укол һалды­рыуҙарына аптырай торғайным. Минең өсөн был еңел генә эш бит инде, тип уйлай инем йәшлегем менән. Йәшәргә, ҡайнап донъя көтөргә тырыштыҡ.
– Һеҙ ҙә тарих факультетын тамамлағанһығыҙ?
– Унда уҡығанда алты айлыҡ балам бар ине. Минең беренсе белем – медицина буйынса. Медучилищены тамамланым. 1971 йылда процедура кабинетында эшләп йөрөгәндә улым тыуҙы. Тарих факультетына уҡырға инеүемдең сәбәбе лә булды. Римдең ҡулъяҙмаларын баҫам, ә ул минән фекер һорай. Белмәгән, тәрәндән аңламаған нәмә хаҡында һүҙ әйтеп буламы ни? Римдең уң ҡулы, бөтә яҡлап фекерҙәше булыу маҡсатынан индем мин тарих факультетына. Үҙемдең фамилиям менән керҙем уҡырға: Ибраһимова булып йөрөнөм. Төркөмөбөҙҙә берәү ҙә уның ҡатыны икәнлегемде белмәне. Имтихандарҙы бирә алмаған, һорауҙарға дөрөҫ яуап бирмәгән саҡтар ҙа, күҙ йәштәре аша зачеттар тапшырған мәлдәр ҙә күп булды. Әнүәр Закирович белә ине, шуға күрә матур ғына итеп теләктәрен дә еткерә торғайны. “Килен, кисә булманың бит. Дәрестәреңде ҡалдырмаҫҡа тырыш”, – ти торғайны үҙенә генә хас йомшаҡ, яғымлы тауышы менән. Шунан бер семинарҙа бер уҡытыусы таный яҙып ҡуйҙы, әммә берәү ҙә уның: “Һин Йәнғужинамы, әллә Ибраһимовамы?”– тигәнен ишетмәгән. Рим дә яратмаҫ ине уға арҡаланып уҡып йөрөгәнде, был турала һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел.
– Рим ағайҙы тарих фәне менән йәшәне, тиҙәр?
– Ул тарихтың тоғро хеҙмәтсеһе булды. Башҡорттарҙың ғына түгел, башҡа милләттәрҙең этнографияһын да яҡшы белде. Мәҫәлән, музейға барып керәһең икән, ундағы хеҙмәткәрҙән алда бөтәһен дә белеп, алдан һөйләп тора. Германияла шундай хәл килеп сыҡты: Римдең миңә яйлап ҡына һөйләп торғанын ишетеп ҡалған да экскурсовод ҡатын, уға яҡшылап аңлатырға тәҡдим итте. Ул һәр ерҙә ана шулай булды. Ленинградтың һәр музейында һәр экспонаттың тарихын тәфсирләп һөйләр ине. Рәсәй вуздарында квалификацияны камиллаштырыу факультеттары эшләй ине. Уның менән бергә минең дә барған саҡтарым булды. Жәлил ағай Кейекбаев ярҙамында Рим ғәрәп телен яҡшы белде, шуға күрә ҡайһы бер боронғо яҙмаларҙы уҡыуы уға ауыр түгел ине.
Үзбәкстанда булды шундай хәл. Ҡаршыға килгән кешенең алдан ҡайһы төбәктән, ниндәй милләттән булыуын билдәләй һәм икәүләп барып һораһаҡ, тап шулай була ла сыға. Римдең күҙәтеүсән­легенә, хәтеренең тәрәнлегенә хайран ҡалырлыҡ ине.
– Улығыҙ Айбулат та ғилем донъя­һында?
– Айбулат үҙе бик ҡыҙыҡһыныусан малай ине. Өй тулы кеше, уның менән айырым шөғөлләнергә лә ваҡыт юҡ. Улым, шулай эшлә, шуны уҡы, ҡысҡырып ҡабатла, тим. Ул миңә эйәреп йөрөп китаптарҙы ҡысҡырып уҡый, әкиәттәрҙән фантастикаға, Рәсәй, донъя әҙәбиәтенә инеп китәбеҙ. Өйҙәгеләрҙе ашатырға, йыуыштырырға кәрәк булғас, Айбулат менән өй эше әҙерләү ҙә аяғөҫтө барҙы. Ул үҙе тырыш, әйткәнде тыңлаған бала. Шуға беҙгә ауырлыҡ та төшөрмәне. Айбулат олатаһы менән бер бүлмәлә йәшәне. Атай минең эштән ҡайтып кергәнде көтөп тора ине. “Хужабикәһеҙ өй етем инде, килен”, – тиер ине. Янында өлкән кешенең булыуы, үҙ-ара мөнәсәбәт тә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр Айбулаттың сабыр холҡона. Ул философия юлын һайланы. Баязит Ғәлимов уны үҙенә саҡырып алып, күңел, аҡыл ынтылыштарын асырға ярҙам итте. Бөгөн Айбулат – философия фәндәре докторы.
– Рим ағайҙың принципиаллегенә миҫал килтерә алаһығыҙмы?
– Ул бер ҡасан да уратып һөйләп торманы, оҙон-оҙаҡ сурытып хәбәр һөйләмәне. Рим теүәллекте яратты. Ҡайһы бер кешенән “эйе”, “юҡ” тигәнде әйттереп тә булмай бит, ә уның һәр саҡ аныҡ яуабы әҙер булды. Шундай уҡ аралашыуҙы башҡаларҙан да талап итте. Бая һөйләп киткәйнем бит техникум директорының Рим математиканы яҡшы белһә лә, урыҫ телен белмәгәне, сискән мәсьәләһен аңлата алмағаны өсөн уҡырға алмауы хаҡында. Бына шул уҡытыусы ҡыҙын уға тарих факультетына алып килгән. Рим танып ҡалған быларҙы. Ни генә тимә, яҡташтар бит инде. Әммә теге бала бер ни белмәй, ти. Уның ул балаға хатта ярҙам иткеһе килгән, әммә белеме юҡ икән. Шунда ул йәнә лә үҙенең принципиаллегенә таянып, белеме юҡлығы хаҡында әйткән. Элекке техникум директоры үҙенсә ныҡышырға тырышҡанмы икән инде, шунан Рим быға: “Ә һеҙ математиканы үлеп яратҡан, әммә урыҫса белмәгән бер малайҙы хәтерләйһегеҙме? Ул бына мин булам. Уның белеме бар ине, әммә уҡырға алманылар. Ә һеҙҙең ҡыҙығыҙҙың башында бер ни ҙә юҡ бит, быға нисек ҡул һелтәп ҡарап була?”– тигән. Теге директор әллә хатаһын танып, әллә уңайһыҙланып, бер һүҙ ҙә әйтмәй сығып киткән. Ана шулай Рим ағайың кәрәк саҡта кешене урынына ла ҡуя белә торғайны.
Тағы ла бер осраҡ иҫкә төштө. Рәсәй хөкүмәтендә дәрәжәле урында эшләгән кешенең ҡыҙы Мәскәү дәүләт университетына имтихан бирергә килгән дә вуз коридорында тәмәке һоранып тора икән. Әлбиттә, үҙен бик иркен, дорфараҡ та тотҡандыр инде, хатта Римдән: “Дай закурить!” – тип ҡысҡырып һораған. Рим тәмәкегә битараф ине, шуға уңайһыҙланып, мин тартмайым, тип ары атлаған. Күп тә үтмәй, аудиторияға имтихан алырға ингәс, бер аҙҙан баяғы ҡыҙыҡай килеп ингән. Бында үҙен тотошо икенсерәк булғандыр инде, нимә генә тимә, имтихан бирергә кәрәк бит. Өс тапҡыр билет алған, әммә бер нимә лә һөйләй алмай, ти, Лилианна. Исеме шулай ине уның. Ҡыҙҙың хәлдәре хөрт икәнен аңлаған факультет деканы Римде саҡыртып: “Хөкүмәт менән мөнәсәбәттәрҙе боҙоу кәрәкме ни? Әйҙә, ярҙам итеп ебәрәйек”, – тигән. Римдең принципиаллеге бында ла үҙен һиҙҙергән: ул ҡыҙҙан яңынан имтихан алған. Аҙаҡҡы осрашҡанда, ул әҙерләнеп килгән булдымы икән инде, яҡшы яуап биргән. Ул ҡыҙыҡай артабан бик һәйбәт уҡып сыҡты, хатта бер мәл Мәскәүгә барғанда, Римдең ҡаршыһына йүгереп килеп: “Здравствуйте, Рим Зайниевич!”– тип ҡосаҡлап алды.
Кешеләргә эш буйынса тураһын әйтеп һөйләшһә лә, бик из­ге күңелле, ярҙамсыл булды ул. Уның асы­уы ла, йәне көйгәне лә әллә ҡайҙа китмәгән инде: “Вот понимаешь... Бына аңлайһың­мы...” – ти башлаһа, мин белә торғайным, тимәк, Рим нимә менәндер риза түгел.
– Бөгөн тарих менән ҡыҙыҡһыныусы йәштәргә Рим ағайҙы өлгө итеп ҡуйып, нимә әйтер инегеҙ?
– Рим Йәнғужин бер ҡасан да кемдеңдер ғилми ҡаҙанышын яңынан күсереп яҙып дан ҡаҙанманы, бармаҡтан һурып фән яһаманы. Фәндә теүәллек, яңылыҡ булырға тейеш. Рим архивтар, статистика идаралыҡ­тары менән эшмәкәрлеге нигеҙендә, халыҡ менән яҡындан аралашыу һөҙөмтәһендә күпме ғилми асыштар яһаны. Ул фәнни стилде, популяр яҙманы ла яҡшы белде, шуға күрә уның мәҡәләләрен халыҡ яратып уҡыны.
“Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире Тәлғәт Сәғитов ағай Римдең башҡорт ырыуҙары мәҡәләләренән рубрика асып ебәргәйне. Шул йылда ул үпкәһенә һыуыҡ үткәреп дауаханаға эләкте һәм, ундағы ауырыуҙар танып, Римдән үҙ ырыуҙары хаҡында килеп һөйләтә торғайны. Ултырғыстар етмәй, иҙәнгә теҙелешеп ултыралар ҙа уның һөйләгәндәрен тыңлайҙар, сөнки Рим аңлайышлы тел менән ырыуҙар тарихын кеше күңеленә еткерә белде. Ул ятҡан еренән температуралы көйөнә шуны һөйләне, бер ваҡытта ла бер кемде лә “юҡ” тип кире борманы. Хәҙер бит хатта журналистар ауыҙын асып, йүнле-рәтле һүҙ һөйләй белмәй. Улай булырға тейеш түгел: халыҡ алдында майҙан тотаһың, лекция уҡыйһың, телмәр әйтәһең, һиңә шундай мөмкинлек бирелгән икән, уны еренә еткереп башҡарырға кәрәк. Рим шундай булды. Алты йәшендә Айбулат атаһының эшенә эйәреп барҙы. Күргеһе килгәндер инде баланың унда нимә эшләгәндәрен. Шунан ҡайтты ла миңә: “Ишекте асып тыңлап торғайным, атай телдәр, илдәр тураһында һөйләй ҙә һөйләй”, – ти. Әгәр ул аңлайышһыҙ телмәр тотһа, бала бер нимә лә төшөнмәҫ ине. Ә ул бә­ләкәй генә көйөнә атаһының лекцияһының темаһын аңлап ҡайтҡан.
Рим балаларҙың, студенттарҙың күңелен тойоп эшләне. Ул ғалим булараҡ ҡына түгел, кеше булараҡ та иғтибарлы ине. Фән кешеһе булыр өсөн архивтарҙа ултырыу, киң ғилемле булыу зарур. Тарихсы үҙе яҙырға, үҙе факттарға таянып эш итергә тейеш. Ә кемделер аңлатыу, яңынан үҙ күҙлегенән халыҡҡа еткерергә тырышыу – ул фән түгел.
– Тыуған яғы менән тығыҙ бәйлә­нештә йәшәне Рим ағай...
– Эйе, Аллаға шөкөр, яҡташтары уны бик яратты. Мәктәбенә лә исемен бирҙеләр, төрлө саралар үткәреп торалар. Ҡаһым Мырҙашев хаҡында ла иң башта халыҡҡа төрлө документтар нигеҙендә һүҙҙе Рим әйтте. Уның нигеҙле фекеренән һуң башҡалар күтәрелде. Аллаға шөкөр, 2006 йылда Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында 1812 йылғы яугирҙәр һәйкәл асыуға ла өлгәште ул. Унда “Ашҡаҙар” йырына һәйкәл күптән булған. Үзбәк абзый һөйләй торғайны: күрше ауылдан таш ҡырҡып алып килтереп ҡуйғандар. Римдәр тыумаған да булған әле ул саҡта. Аҙаҡ килеп ул ташты яңырттылар. Халыҡ йырына ҡуйылған иң тәүге һәйкәлдәрҙең береһе ул. Уйлап ҡараһаң, ғәләмәт бит! Юрматы еренә лә тамға-һәйкәл уның инициативаһы менән булдырылды. Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығын билдәләр алдынан да Рим архивтарҙа ултырып, уның тарихын өйрәнде һәм датаны билдәләне. Был эштәр менән ул йәнә лә бер тапҡыр үҙенең эҙәрмән тарихсы, ысын профессионал икәнен күрһәтеп китте. Каруанһа­райға ла иҫтәлекле таш ҡуйыу, тамға булдырыу хаҡында хыялланды ул. Ғилми эше китап булып сыҡһа ла, ташҡа яҙыласаҡ тексты өлгөртмәне. Ныҡ ауырый ине. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп, “Этнический состав населения Башкортостана” тигән китап сығарҙы. Ул ваҡиғанан һуң ике халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы үтте, әммә берәү ҙә уның кеүек сағыштырып, һәр районды айырым күрһәтеп, фәнни һығымталар яһап, китап яҙғаны юҡ. Хатта ки һаман да уның яҙмаларына һылтаналар. Ярай, кәрәк булғас, мәғлүмәттәрҙе файҙаланырҙар ҙа, ссылка ла яһаһындар ти, әммә ни өсөн һаман яңы мәғлүмәттәр халыҡҡа тейешле ғилми күҙәтеүҙәр нигеҙендә еткерелмәй һуң? Беҙҙең ғалимдар ни эшләй икән, тим мин ҡайһы саҡ, эшһеҙлектәренә хайран ҡалам. Демографик хәлде бары тик статистика идаралығы мәғлүмәттәре нигеҙендә генә күҙалларға була.
– Төшөгөҙгә ингәне бармы?
– Юҡ, мин төш күрмәйем. Йоҡлай алмайым мин. Ә бына тауышын ишеткем килә. Шул тиклем өндәшеүен, нимәлер һөйләүен һағынам. Бер китабында Талха Ғиниәтул­лин, ҡатыны киткәс, уның һыны күренеп ҡалыуы хаҡында һөйләй бит, мин дә ана шундай хәлдәмен. Ишекте асып килеп керер кеүек. Ҡайҙалыр ул бына яҡында ғына төҫлө. Ул гел генә минең эргәмдә. Уның менән һөйләшәм, кәңәшләшәм, бына һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, әммә бына шулай йәшәп ятам мин.
– Һеҙ яратышып өйләнешкәйне­геҙме?
– Мин уға кейәүгә сығырға нисек ризалашҡанымды ла аңламай ҡалдым. Бына әле лә шул хаҡта уйлайым да аптырап ҡуям. Стәрлетамаҡҡа килеп, мине ана шул бер бүлмәле фатирға алып ҡайтты ла шунан бирле уға тоғро булып йәшәйем. Әнейем миңә: “Кейәүгә сыҡҡанһың икән, матур йәшә!”– тине, өйләнешкәс. Йәшәй-йәшәй бер-беребеҙгә яратыу хистәре лә, ихтирамыбыҙ ҙа ҙур булды. Шуны беләм: ул – минең кешем. Уның да ошо һүҙҙәрҙе әйткәне булды. Ауырыһа ла, ҡайҙа ғына ауырлыҡ кисерһә лә, шатлығында ла, ҡайғыһында ла янында булдым.
– Тарих буйынса әрнеп әйткән һүҙҙәре булдымы һуңғы йылдарҙа?
– Ул йәштәрҙең фәнгә еңел-елпе ҡарауына көйөндө. СССР дәүләте тарҡалды. Ул яңылыҡты ҡабул итергә теләмәне, XX быуат та унан китмәне. Беҙ икебеҙ ҙә Коммунистар партияһына ингәйнек, унан сыҡманыҡ та. Әле лә партбилеттар һаҡлана. Үҙгәрештәр илгә, халыҡҡа ҙур һынауҙар алып киләсәген һиҙенеп, бик бошондо ул. Әммә нишләмәк кәрәк, тормош дауам итә. Ваҡытты туҡтатып булмай, әммә һәр кем, һәр ғалим Рим һымаҡ тарихта үҙ эҙен ҡалдыра алмай, шуны беләм. Уның һәр миҙгелендә эргәһендә була алыуыма ҡыуанам.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.


Вернуться назад