Күҙҙән ҡалыу бәләһе24.03.2012
— Арыумы, Өлгөрбай ағай?
— Һәйбәт әле, ҡустым! Үҙеңдеке нисек?
— Минеке арыу ҙа ул, ә бына ҡайһы берәүҙәрҙеке шәптән түгел...
Танышым шулай тине лә Контроль-иҫәп палатаһында ишеткәне, бәғзе берәүҙәрҙең күҙҙән ҡалыуы хаҡында һөйләй башланы.
Республикабыҙҙа етемдәр ишәйгәндән-ишәйә. Әлбиттә, дәүләтебеҙ улар хаҡында хәстәрлек күрә, фатир алыу өсөн йыл да байтаҡ ҡына аҡса бүлә. Әммә күҙҙәре томаланған район етәкселәре шул аҡсаны тегеләй-былай туҙҙыра, хатта ҡайһы фатирҙың алама, ҡайһыһы һәйбәт икәнлеген дә айыра алмаҫ хәлгә еткәндәр.
Ишембайҙа берәүҙе 1958 йылда төҙөлгән барактағы бүлмә менән хушһындырмаҡсылар. Уның канализацияһы ла юҡ, утын яғып йылытыла, нигеҙе емерелә башлаған, түбә таҡталары бына-бына ишелергә тора, ти. Белорет районы етәкселәре лә күҙенән зарлана. Юғиһә икенсе группа инвалидына йылы һыуы, душы, ваннаһы ла булмаған бүлмәне тәғәйенләмәҫтәр ине.
Әйтһәң һүҙ, төртһәң күҙ тигәндәй, шул һуҡырлыҡ бәләбәйҙәрҙе лә тамам ҡаҡшатты. Улар һайлаған фатирҙың стеналары ярыҡ булыуын да абайламаған. Дүрт ай үтеүгә Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре был фатирҙы санитария-эпидемиология талаптарына яуап бирмәй, йәшәргә яраҡһыҙ, тип билдәләгән.
Күҙһеҙ кеше — ярты кеше, тип белмәй әйтмәйҙәр икән. Күҙгә ни юҫыҡ булғанға күрә, Өфөләге ҡайһы бер түрәләрҙең эше лә ярты-йорто ғына. Шуға, бәлки, уларҙың ике етемгә алып бирелгән бер бүлмәле емерек фатирҙа бығаса тиҫтәгә яҡын кеше теркәлгәнен, коммуналь түләүҙәр өсөн өс йөҙ меңгә яҡын бурыс йыйылыуын белмәүенә, емереп ташланған йортҡа бәлиғ булмаған һигеҙ сабыйҙы “йәшәргә индереүенә” аптырарға ла кәрәкмәйҙер.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күҙһеҙлектән улар ғына толланмай шул. Октябрьский ҡалаһының опека һәм попечителлек органдарында эшләүселәр ҙә шундай ҡәһәрле сиргә тарый. Хәҙер барыбер күрмәйбеҙ тип закондарҙы, ҡарарҙарҙы уҡып, ваҡыт әрәм итеп тормайҙар, имеш. Шулай итеп, улар 23 йәштән өлкән 14 етемде мохтаждар исемлегенә индерә. Улай ғынамы әле, 2010 йылда 33 йәшлек ике кешене лә сиратҡа ҡуялар. Хатта уларҙың атай-әсәйһеҙ булыуы хаҡында бер ниндәй белешмә лә таптырып тормайҙар.
Һуҡыр ҡалыу касафатылыр инде, Благовещенда — 12,2, Ишембайҙа — 1,5, Октябрьский ҡалаһында 2,1 миллион һум аҡсаның тегеләй-былай туҙҙырылғанын һиҙмәй ҡалғандар. Кем белә, бәлки, етемдәрҙең өлөшөн яңылыш үҙ кеҫәләренә тығып та ҡуйғандарҙыр. Ярай әле Контроль-иҫәп палатаһы тикшереүселәре эҫе мәлендә килеп сыға. Хәҙер барыһының күҙен асырға иҫәптәре.
Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.


Вернуться назад