Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек” тип аталған халыҡ-ара форум башланды. Рәсәй Федерация Советы, Башҡортостан Хөкүмәте, “Мәрхәмәт” хәйриә фонды ойошторған йыйын – II Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумына әҙерләнеү сиктәрендәге иң ҙур сараларҙың береһе, унда ике тиҫтәгә яҡын илдән, Рәсәй төбәктәренән 400-ҙән ашыу делегат килгән. Мәртәбәле сараның эшендә Рәсәй Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Галина Карелова, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республиканан сенатор Лилиә Ғүмәрова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. – Башҡортостанда хәйриә эштәре бик күп башҡарыла – был йәһәттән беҙҙең төбәк өлгө булырлыҡ. Тынысһыҙ, ҡатмарлы заманда ҡоласҡа һыймаҫлыҡ изгелек ҡуласаһының әйләнеүе, уның йылдан-йыл сиктәрен киңәйтә барыуы ҡыуаныслы. Мәрхәмәтлек бар, эшләй, йәшәй, һәм уның дилбегәһе – ҡатын-ҡыҙҙарҙың ышаныслы, һиҙгер ҡулдарында, – тине төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов үҙенең форумдағы сығышында.
Галина Карелова Рәсәйҙә әлеге көндә ете меңдән ашыу хәйриә фонды, 15 мең самаһы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың эшләүен, уларҙың эшмәкәрлеген 2,5 миллиондан ашыу ирекмәндең тормошҡа ашырыуын билдәләне. Галина Николаевна: “Мәрхәмәтлек социаль, мәҙәни, мәғариф өлкәләрендә генә ярҙам күрһәтеүгә ҡайтып ҡалмай, сиктәре киңәйә бара, йүнәлешкә ҡарата дәүләт иғтибарының артыуы ла ҡыуаныслы. Хәйриә эшмәкәрлегенең федераль кимәлдә норматив нигеҙе бар, һәм ул камиллаштырыла”, – тип билдәләп үтте.
Былтыр Санкт-Петербургта Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумының уңышлы үтеүен, унда мәрхәмәтлек темаһының көнүҙәк булыуын, Өфөләге форум төплө һөйләшеүҙең дауамы икәнлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алып, Галина Карелова хәйриә сиктәренең күптән инде ил сиктәрен үтеп, икенсе юҫыҡҡа күсеүен, был өлкәлә халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең уңышлы икәнлеген миҫалдар менән йөпләне. Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән “Йылмайыу операцияһы” – быға бер дәлил: уға ярашлы, юғары квалификациялы донъя табиптары бит-яңаҡ дефекттары менән тыуған балаларға бушлай хирургия ярҙамы күрһәтә.
Сығыш яһаусыларҙың береһе, ҡатын-ҡыҙға ярҙам иткән кеше бар донъяға ярҙам итә, тине. Ысынлап та, ирҙәр ил ҡоролошо, ҡорал тип ҡайғырғанда, әсәлек, балалыҡ (тимәк, киләсәгебеҙҙең) проблемалары, изгелек итеү, мәрхәмәтлек күрһәтеү кеүек төшөнсәләр гүзәл заттарға яҡыныраҡ та, мөһимерәк тә. Сит илдән килгән, оҙаҡ йылдар хәйриә менән шөғөлләнгән, ошо эшмәкәрлеген йәшәү рәүешенә әйләндергән арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың сығыштары ла был хәҡиҡәтте тағы берҙе иҫбатланы.
Сарала хәйриә өлкәһендә ҙур эштәр башҡарған ҡатын-ҡыҙҙарға Рәсәй Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың рәхмәт хаттары тапшырылды. “Йөрәк ҡушыуы буйынса” һуҡыр һәм насар күргән балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фондын ойоштороусы, дәүләт эшмәкәре, танылған йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Диана Гурцкая иһә иң юғары наградаға лайыҡ булды: уға Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумының абруйлы премияһы тапшырылды.
– Диана ижады һәм изге эштәре менән күптәргә өлгө булырлыҡ, ул үҙе – ҡаһарманлыҡ һәм маҡсатлылыҡ миҫалы, – тине Галина Карелова тантаналы минуттарҙа.
Артабан форумда ҡатнашыусылар “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә йәмғиәтебеҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе, үҙ-ара хеҙмәттәшлек, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙең ысулдары һәм мөмкинлектәре, мәрхәмәтлек нигеҙе, хәйриә акциялары һәм башҡа темалар буйынса фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.