Ейәнсура районының Таҙлар ауылында тыуған, әле Өфөлә йәшәгән 44-се поликлиниканың баш табибы Юнир ДҮШӘНБАЕВты тыуған көнө айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!Бөгөнгөләй көслө рухлы, уңған, кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл булып ҡал. Киләсәк тормошоңда ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар, бәхет һәм ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын. Тормош иптәшеңә, балаларыңа терәк-таяныс булып, һөйөнөп йәшәргә, хеҙмәтеңдән йәм табып эшләргә яҙһын! “Ул – бар туғандарына ла өлгө һәм маяҡ”, тиҙәр Юнир Исмәғил улы тураһында. Артабан да шулай беҙҙе алға әйҙәп, күңелдәргә ҡанат ҡуйып ғүмер ит!
Тормош юлың һәр саҡ
балҡып торһон,
Яғымлы һәм шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер,
бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш
булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Яҡты көндөң һәр бер иртәләре
Килһен һәр саҡ көләс йөҙ булып.
Сәләмәтлек, шатлыҡ
юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар торһон урғылып.
Сәләмәтлек – ярты бәхет,
тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, Хәлиҙә, Миҙхәт, Аделя, Зилфира, Артур һәм Астамир.