Асылыкүл уртаһында16.11.2016
Асылыкүл уртаһында Ҡотоҙо ауылы Мәкәштән алыҫ ҡына урынлашҡан. Ә шулай ҙа аттарың шәп булһа, сәғәт-сәғәт ярымда барып етеп була. Өҫтәүенә унда һине сыуаш-белеш көтөп торһа…
Үҙенең спирт заводы һәм тауыҡ фермаһы менән дан тотҡан Ҡотоҙо ауылын яҡын-тирәлә бел­мәгән кеше юҡ­тыр. Бында юлдар бар тарафтан һу­ҙылған: Әлшәй районынан да, Дәүлә­кәндән дә, Бүздәк менән Туймазынан да... Кемделер тауыҡ ҡыҙыҡһындыра, кемделер – һауыт… Был яҡтарҙа шундай әйтем дә бар. Әгәр ҙә кемгәлер йомош төшөп, мөрәжәғәт итһәң, шат йылмайып: “Бер һауыт та бер тауыҡ хаҡы”, – тиҙәр. Ә бына һауыты ниндәйҙер, сер…
Шулай итеп, бына ошо Ҡотоҙо ауылынан, сыуаш-белештән хәбәр килгәс, Хәмитйән менән Нәжип ағайҙар шәп аттарын егеп, иген тейәп юлға сыға. Һуң, буш барып булмай бит тауыҡтар янына, ем кәрәк. Ә ҡайтҡанда инде…
Имен-аман барып етеп, игенде таныштарға тапшырып, унда матур итеп ҡунаҡ булып, һауыт­тарҙы тултырып (спирт менән), кисләтеп кенә ҡайтырға сыға ике ир-ат. Көс-хәл менән ҡамыр кеүек кәүҙәләрен арбаға һалып, ҡайтыр яҡҡа ат үҙе юрта ул, тип, үҙ ың­ғайына ҡуйып, иҙерәп китә былар. Ә төн шундай аяҙ, айҙы ҡом менән ташта ышҡып, Шаҡа һыуында йыуып, күккә сөйгәндәрме ни, ялт итеп тора. Йондоҙҙар – бихисап! Һал­ҡынса ғына ел иҫә. Кинәт арба­лағылар, төнгө һалҡындан айнып китеп, уяна. Беренсе булып Хәмитйән телгә килә:
– Харап булдыҡ, Нәжип ағай, Асылыкүл уртаһында торабыҙ!
Уянып та өлгөрмәгән Нәжип, тороп ултырып, тирә-яҡҡа күҙ һала. Ысынлап та, тулҡындар арбаға бәрелә, ә баш осонда – йоп-йомро ай… Арба башына күҙ һалһалар, ат әкрен генә башын эйеп, ниҙер уртлай. Нәсәлник булараҡ Хә­митйән:
– Нәжип ағай, аяғыңды төшөрөп ҡарале, батмайбыҙмы икән? – тип һүҙ ҡуша. Тегенеһе әкрен генә арба ситенән төшөп ҡарай, ни өсөндөр һыу еүеш түгел, үҙе тулҡынланып-тулҡынлана… Ҡулдары менән тулҡынды тотам тип үрелһә – үлән…
Нәжип ҡысҡырып көлөп ебәреп:
– Ҡустым, был бит ҡарабойҙай баҫыуы, – тип һөрәнләй. Башы шаулаған Хәмитйән атҡа күҙ һала ла Нәжипкә ҡушылып ҡысҡырып көлә башлай.
– Һуң, Асылыкүл уртаһында егелгән ат торғанын кем күргән?!
– Ә беҙ икәү күрҙек, Хәмитйән туған.
– Әйҙә, шуның өсөн, Нәжип ағай, иҫән ҡалыу шатлығынан “һауыт менән тауыҡтан” ауыҙ итәйек! Таң атыуға ҡайтып етһәк тә була. Торайыҡ әле бер аҙ ҡунаҡ булып Асылыкүл уртаһында.
Арба ситенә бәрелгән тулҡын шауы уларҙың көлөүенә ҡушыла…


Вернуться назад