Күҙ табибы16.11.2016
Күҙ табибы “Барыһын да уның өсөн эшләнем. Барыһын да. Тик барыбер нимәнелер эшләп еткермәнем һымаҡ. Мөнәсәбәттәребеҙҙә төйөр бар кеүек. Уны мин аңламайыммы, әллә ул минеме? Бар ғүмеремде уға арнаным. Ул – минең берҙән-берем. Йәшәүем дә, шатлығым да, киләсәгем дә. Ошоно аңлармы улым?” – тип өҙгөләнде Ғәлимә. Тома һуҡыр Ғәйшә әбейҙең: “Күңел һуҡырлығы яман була”, — тигәне лә, ҡапыл ғына күрмәҫ булған олатаһының: “Күңеле һуҡырҙан ҡурҡ”, — тип иҫкәрткәне лә бына ҡасан килеп уйҙарға һалды халыҡ араһында исеме киң таралған күҙ табибын.
“Донъяла иң кәрәкле кеше – күҙ табибы”. Ошо фекер бәләкәй генә сағында уҡ зиһененә һеңеп ҡалды ла тормошонда төп йүнәлеш күрһәтеүсе маяҡҡа әйләнде уның. Үҙ аяҡтарына ныҡлы баҫып, ауыл урамында үҙаллы йөрөй башлағас уҡ, инәһе (әсәһе) әйтмешләй, олоғара йомош үтәүгә эшкинде ул: күршелә генә йәшәгән тома һуҡыр Ғәйшә әбейҙе етәкләп магазинға йөрөттө. Магазин ауылдың икенсе осонда. Ғәйшә әбей бала аҙымдарына яраҡлашып атланымы, әллә, киреһенсә, бала оло кешенекенә ҡулайлаш­тымы, нисек кенә булмаһын, икеһе бер кешеләй генә булып оҙон-оҙаҡ йөрөп ҡайтыр ине магазиндан.
Ғәйшә әбейҙең урамда туҡтай-туҡтай, таныштары менән хәл-әхүәл һораша-белешә барыуы оҡшанымы-юҡмы Ғәлимәгә, иллә-мәгәр аптырауы һәр саҡ артҡандан-артты: уның күргән кеше кеүек һөйләшеүенә, һаулыҡ һора­шыусыға исемләп тороп яуап биреүенә ғәжәпкә ҡала торғайны. Ә үткәндәрҙе хәтерләп, шул тиклем матур һүрәтләүе, инәһе әйтмешләй, китапса ғына була ла ҡуя.
Бер саҡ, Ғәлимә уҡырға төшкәс, төшөн һөйләп иҫ-аҡылын алды. Ғәйшә әбейҙең ейәне менән бергә уҡыны. Әллә ниңәлер былҡы ғына, илаҡ малай булды. Кемдең-кемдең, Ғәйшә әбейҙең ейәненең, күршеһенең, башҡаларҙан рәнйетелеп, илап, ебеп төшөүе оҡшамай ине Ғәлимәгә. Ундайҙарҙы яратмай торғайны, шуға йәне көйөп, мәктәптән ҡайтҡан саҡта юлда һелкеткеләп ала торғайны. Бер саҡ нығыраҡ һелкеттеме, ни өсөндөр малай илай-илай ҡайтып китте. Ғәйшә әбей ейәненең ишекте асып, танауы мыршылдап килеп инеүенән үк һиҙҙеме, малай ошаҡлаштымы – нисек кенә булмаһын, юлда булған хәлдәрҙе белеп ҡалған. Ғәлимәнең әсәһе һыуға ғына киткәйне, ипле генә баҫып килеп инде. Шунан көйләп кенә һүҙ башланы:
– Ҡыҙым, бөгөн әллә ниндәй төш күрҙем. Имештәгенәлер, һин улымды сырылдатып йөрөп туҡмайһың икән. Мин өндәшмәй генә ҡарап торам. Шунан, ҡуй, улайтма, Ғәлимә ҡыҙым, ул бит күршең дә, класташың да. Бына-бына ҙурайырһығыҙ, һин дә буй еткерерһең, ул да ир ҡорона етер, шул саҡтарҙа үҙеңә оят булыр бит, тигән буламсы төшөмдә. Төш ҡыҙыҡ була ла инде, һәләк тигәнсә ысын һымаҡ...
Ғәлимәнең был һүҙҙәргә иҫе китте. Төштө бит ул мин туҡмағанға тиклем күргән! Нисек шулай булды икән? Әллә була торған хәл шулай алдан төшкә инәме? Ә ул, һуҡыр булһа ла, ысынлап та, төш күрәме икән?..
Ошо хәлдән һуң, теге малай өсөн ни тиклем генә көйһә лә, башҡа ҡағылманы. Ә бына һуҡырлыҡ, һуҡырҙарҙың төш күреүе, үҙ күҙҙәрең менән донъя матурлығын күреүҙән мәхрүм ҡалыу... Тыумыштан уҡ һуҡырҙар ҙа буламы, аҙаҡ күрмәй башлайҙармы? Ғәйшә әбей үҙ ейәненең, үҙен етәкләп йөрөткән Ғәлимәнең ниндәйерәк икәнлеген беләме икән? Ҡайһы саҡта: “Рәхмәт инде, балаҡайым, бигерәк ипле, матур ҡыҙыҡай булып үҫеп киләһең”, – тип башынан һыйпап ҡуя. Ғәлимә был һүҙҙәргә әллә ни әһәмиәт тә бирмәй ине, ә бына хәҙер уйлана: мине ипле, матур ҡыҙыҡай тип күреп әйттеме? Ә үҙе ҡайһылай матур әбей ул. Бөхтә, таҙа кейенә... Үҫә килә ошондай уйҙар мейеһен быраулай башланы. Хас та оло кешеләрсә уйланды.
Ғәйшә әбей бер ваҡыт магазинға китеп барған саҡта урамдан яман һүҙ ишетеп ҡалды ла: “Балам, күҙ һуҡырлығы — бер ҡайғы, күңел һуҡырлығы — мең ҡайғы. Күҙе һуҡырҙың үҙенә ҡыйын, башҡаларға мәшәҡәт тыуҙырмаҫҡа тырыша, ә күңеле һуҡыр, киреһенсә, башҡаларҙы йонсота. Шунан рәхәтлек ала. Ана бит, Кәрим кемделер ҡалай алама итеп битәрләй, рәнйетә. Күңеле һуҡыр уның. Бер генә лә яҡшылыҡты аңламай”, – тигәйне.
Һүҙ ғүмере оҙон була. Зиһенгә бер һеңеп ҡалһа, йылдар үткәс, берәй ваҡиғаға бәйле ҡабат хәтергә килә. Был фекер ҙә, ҡайта-ҡайта иҫенә төшөп, яңынан-яңы мәғәнә өҫтәй барҙы. Ни өсөн күңеле һуҡыр тине икән ул? Күңел нимә икән? Ни эшләп күҙ нуры ла тиҙәр, күңел нуры ла тиҙәр? Кеше ағзаһының башҡа береһенә лә нур тигән һүҙ ҡушылмай.
Ғәлимә табип булырға, ул ғына түгел, күҙ табибы булырға, ошо һорауҙарына үҙе яуап эҙләп табырға ҡарар итте.
Әммә “гел һинеңсә булмай икән тәбиғәт яҙмыштары” тигән йырҙағы һымаҡ, теләнең – булды, тигән йүнәлештә генә һуҙылмай икән тормош һуҡмағы. Шулай ҙа алдыңа оло маҡсат ҡуйҙыңмы – һуҡмағың һуҙымында һикәлтәләр осраймы, упҡын уйылып ятамы, шырлыҡ баҫамы – маҡсатыңа ирешеү өсөн ошо йүнәлештән бар ҙа бар, тигән тәүәккәллек алға әйҙәне. Ә ни генә үтмәне башынан! Атаһының ташлап сығып китеүе, донъя йөгөн яңғыҙы тартҡан әсәһенең ауырыуға һабышып, бик иртә генә фани донъянан китеүе, етемлек, балалар йорто, төнөн эшләп, көндөҙ уҡыу... Ентекләп яҙа башлаһаң, һәр көнө бер китаплыҡ, олатаһы әйтмешләй.
Олатай тигәндәй, Ғәлимәнең ауырлыҡтар аша тап ошо юлды һайлауының дөрөҫлөгөн медицина институтында уҡыған сағында уҡ тормош үҙе раҫлап ҡуйҙы. Атаһы ташлап киткәс, Муллабай олатаһы, әсәһенең атаһы, ғаиләне үҙенә алып ҡайта. Өс етем баланың һыйыныр, арҡа терәр берҙән-бер яҡын кешеһенә әйләнә ул олатаһы. Ил ни күрһә, шуны күргән, хатта ҡайһы берәүҙәрҙе һындырып һалған ауырлыҡтарға бирешмәй бөгөлә биреп ҡайтанан турайған олатаһының бер ваҡыт күҙҙәре күрмәҫ булды ла ҡуйҙы. Эй әсенеүҙәре, эй зар­ланыуҙары... Ҡулынан килмәгән һөнәре, эшләмәгән эше юҡ ине бит, ауылдаштары әйтеүенсә, “утын ағасынан да һайрар ҡош яһап ҡуйған Муллабай” бер нәмә лә эшләй алмай ултырһын әле. Ҡыҙының уландарына өйрәтеп ҡалдырырға хыяллана ине бит үҙ һөнәрҙәрен...
Ғәлимә өсөнсө курста уҡый ине. Студент сағында уҡ тырышлығы, белемгә ынтылышы, ғилми фекерләй алыуы менән институт уҡытыусыларының, һәләтле студенттарҙы фән юлынан әйҙәргә ынтылып торған ғалимдарҙың, күҙенә эленә башлаған ҡыҙҙың һүҙе үтемле булды. Ғилми конференци­яларҙа ҡатнашты, маҡталды, уға өмөтлө киләсәк юранылар, һис шикһеҙ, артабан да ғилем юлынан китергә димләнеләр. Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында һөйләшеп, Муллабай олатаһын Өфөгә алып килеп, операция эшләтте. Олатаһының шатланыуы! Ошо ҡыуанысты күреп, үҙе һайлаған юлдың дөрөҫлөгөнә тағы бер тапҡыр инанды һәм күҙ ауырыуҙары тураһында мөмкин тиклем күберәк белергә, һуҡырлыҡтың сәбәбен тәрәнерәк төшөнөргә, кеше­ләрҙе был бәләнән ҡотҡарырға тигән ҡарарға килде.
Бына хәҙер ҡырҡ йылға яҡын эшләй күҙ табибы булып. Ҡырҡ йыл инде олатаһының күҙле булыу ҡыуанысынан ҡояштай балҡып киткән йөҙө бөгөнгөләй хәтерендә. Хәтерендә генә түгел, көн һайын ошо шатлыҡты тоя ул. Күҙҙәрен дауалатып йә операция эшләтеп яңынан күрә башлағандарҙың: “Ғәлимә һеңлем! Туғанҡайым! Ғәлимә апай! Рәхмәт, мең рәхмәт! Беҙҙең рәхмәтебеҙ үҙеңә изгелек, бәхет булып ҡайтһын!” – тип йүгереп килеп ҡосаҡлап алған саҡтарында олатаһының “Балаҡайым, ҡыҙым, һәләк бәхетле кеше һин, рәхмәт, күпме кешегә күреү һәләтен ҡайтараһың” тигән һүҙҙәрен, күҙ йәштәре аралаш йылмайыуын яңынан кисерә бит ул. Иң яҡын кешеһенең шатлығы аша баш­ҡаларҙыҡын тойоу ҡырҡ йыл буйы ғәҙәткә инеп киткән бер үк эшен оло ҡыуанысҡа әйләндереүгә сәбәп булғандыр.
Ә тормош ағымының үҙенсә хәл иткән осраҡтары, ете ятып бер төшөңә инмәгән хәлдәре бихисап икән. Ундай хәлдәр теләккә лә, хыялға ла, белемгә лә — бер нәмәгә лә буйһонмай, күҙгә күренмәгән, зиһен-аҡылыңа инеп тә сыҡмаған ниндәйҙер ҡанундар менән бара. Тыумыштан һуҡыр балаларҙы йәлләй. Уларға ниндәй ысулдар менән ярҙам итергә? Яҡтылыҡты күреүҙән мәхрүм ҡалғандар артабан нисек йәшәргә тейеш? Әсәһе менән атаһы бындай ҡайғыны нисек күтәрә? Уларҙы йыуатырлыҡ, күңелдәрендә өмөт осҡоно тоҡандырып ебәрерлек берәй әмәл бармы?..
Бер саҡ тыумыштан һуҡыр сабыйын күтәреп әсә килеп инде... Бәлки, икенсеһе күҙле булыр, тигән өмөт менән тапҡан был ҡыҙының да тома һуҡыр булыуын белеү... Күҙҙәре тулы тәрән һағыш булған ҡатын үҙ хәлен аңлатҡанда йөрәк-башҡайына ҡан һауҙырған ҡайғылы һүҙҙәре эре-эре йәш бөрсөктәре менән бергә сыға ине.
Ғәлимә уның хәлен бөтөн булмышы, әсә тойомо менән аңланы. Тик тыумыштан һуҡыр булған сабыйҙарға күп осраҡта ярҙам итерлек ысул әле табылмаған. Сәбәптәрен ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Әсә кешенең ғоманлы саҡтағы кисерештәре тәьҫир итәме, нәҫелдән килгән сирме, яралғы үҫешкән саҡта берәй тайпылыш булғанмы... Һәр хәлдә, күҙ һуҡырлығы кешенең тотош булмышына, йәшәү рәүешенә, үткәргән ауырыуҙарына, нәҫел-нәсәп тамыр­ҙарына бәйле булыуын аңланы һәм артабан ошо йүнәлештә эҙләнергә, кешегә һуңламаҫ элек кәңәш бирергә, сабый бала хаҡында хәстәр­лекте көнэлгәре башларға кәрәклекте төшөндө. Баланы яҡты донъяға тыуҙыраһың икән, яһаласаҡ был аҙым уйыңа килерҙән алда уҡ уның сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү һәм һәр аҙымын күҙҙән ысҡындырмау мотлаҡ.
Туҡта, ә үҙе көнө-төнө эштә, балаһын әле береһенә, әле икенсеһенә ҡалдырып китергә лә мәжбүр. Тик тамағы туҡ булһын, тик ҡоламаһын, имгәнмәһен, ҡараулы булһын... Шулай башланды бит тәүге балаһының яҡты донъяла йәшәүе. Унан һуң ҡаты ауырыуға дусар булыуы... юғалтыу... Иренең күңел йы­лы­һын сит-яттарҙан эҙләүе… Нығы­нып та бөт­мәгән ғаилә нигеҙенең ҡаҡшауы... Конференциялар, командировкалар, диссертация, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, улар хаҡында уйланыуҙар, улар ҡайғыһын үҙ йөрәгең аша үткәреү...
Ике балаһы ла тома һуҡыр тыуған әсәнең ҡайғыһы... Ярай әле ире – оло таяныс. Ике ҡыҙын да, ҡатынын да ҡуйынына ғына һыйындырып, тотош күңел йылыһына сорнап алған. Ә үҙенең?
Ғәлимә бит әсәлек бәхетен тағы бер тапҡыр татып ҡарарға хыяллана. Бала тыуа икән, кем ҡарар, кем бағыр? Ире бөтөнләй китеп барһа? Ә ул барыбер табасаҡ. Хәҙер инде баланың һәр ауазы, һәр хәрәкәте, һәр аҙымы күҙ уңынан ысҡынмаясаҡ. Тик үҙе, үҙе генә ҡарап үҫтерәсәк сабыйын. Шундай ныҡлы ҡарарға килеп, ғилми хеҙмәтен икенсе планға ҡалдырҙы. “Диссертацияңды тамамла, яҡла, һинең ғилми асыштарың алда һәм бик тә өмөтлө”, тип даими талап итеп торған Марат Аҙнабаевҡа: “Хәстәр­легегеҙ һәм иғтибары­ғыҙ өсөн бик тә рәхмәт­лемен Һеҙгә. Әммә мин ул үҫте­рәм, Марат Тәл­ғәтович, тәүҙә уны ныҡ­лап аяҡҡа баҫтыра­йым”, – тип яуап бирҙе.

Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА
алып бара.


Вернуться назад