Шәфәҡ төҫтәренә манып күңелдәрҙе...16.11.2016
Шәфәҡ төҫтәренә манып күңелдәрҙе... Наилә Нәжип ҡыҙы Хәмбәлиева Учалы районының Наурыҙ ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағас, профессиональ белемде Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында ала. 1988 йылда йүнәлтмә буйынса Яңы Байрамғол ауылына, “Байрамғол” совхозының 7-се бүлексәһенә бухгалтер ярҙамсыһы итеп ебәрелә. Һуңынан Наиләне совхоздың баш бухгалтеры итеп тәғәйенләйҙәр. 2000 йылға тиклем ошо вазифала эшләй, Башҡортостан дәүләт аграр университетында ситтән тороп иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә.
2005 йылдан Яңы Байрамғол ауыл Советында ер эштәре буйынса белгес, 2010 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эштәр менән идара итеүсе була. Ситтән тороп юрист һөнәренә уҡый. Яҙмалары район гәзитендә донъя күрә. Наилә Нәжип ҡыҙы – Учалы яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы.
Ҡулъяҙмаһы, ойошмабыҙҙың поэзия секцияһында тикшерелеп, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә тәҡдим ителде.


Әҡлимә САФИНА,
Учалы яҙыусылар ойошмаһының
яуаплы секретары.




Баҙар

Барҙым. Күрҙем. Оҡшаманы.
Киттем.
Ҡабат барҙым. Әйттем. Төҙәтте.
Бик ваҡ кешеһеңдер, ярамай, тип,
Үпкәләтәм тиеп һүҙ әйтте.

Болйоманым. Шымдым.
Түләнем дә
Ҡайтып киттем. Ҡулда шәп тауар.
Тегеһенә риза булып алһам,
Нимә уйлар ине эшҡыуар?

Донъя тулы моңһоҙ, тиер ине,
Наҙан, тиер ине, бар халыҡ.
Һимеҙ ҡалъя тиеп төрткәнемдең
Хаҡы, тиер ине, бер балыҡ.
...Ваҡһың тимәй, әллә нимә тиһен –
Таҙа намыҫ – минең бар байлыҡ.

Ҡарамағыҙ
минең күҙемә...


Мин тормайым бөгөн
һары таңдан,
Уянһам да. Донъям ишелһен.
Ҡалдырығыҙ әле яңғыҙымды,
Уйҙарымдан елкән ишелһен.

Осоп китәм йыраҡ-йыраҡтарға,
Тик үҙемде көткән ярҙарға.
Сарсамаған ергә – томраларҙа,
Өшәнмәгән дауыл-ҡарҙарҙа.

Юғалам да... бик тә белгем килә –
Мин кем икән, кемгә кәрәкмен,
Кемдәр һиҙер икән юҡлығымды,
Кемдәргәлер, бәлки, терәкмен.

Кемдәр булыр һиҙмәйсә лә ҡалған,
Кемдәр булыр хатта һөйөнгән,
Хәжәте бит ҡалды, хәйерһеҙ, тип,
Булыр микән кемдер көйөнгән.

Үҙемде лә аҙаҡ үҙем табып,
Асылырмын үҙем үҙемә –
Нимә табып, нимә юғалтҡанмын.
...Ҡарамағыҙ минең күҙемә...

Йәшлегемдә
төндәр ҡыҫҡа ине


Йәшлегемдә төндәр ҡыҫҡа ине,
Көн вайымһыҙ ине, елбәҙәк.
Күктәр ҙә гел аяҙ ғына ине,
Болондарҙа ине гел биҙәк.

Һандуғас та уйға һалмай ине,
Күңелдәр тик нағыш үргәндер.
Мин – хәсрәтһеҙ, иләҫләнгән мәлдә,
Кемдер, бәлки, һағыш тиргәндер...

Ҡулда ҡамсы ине, саяланып,
Ҡыуа инек ғүмер-саптарҙы.
Эх, белһәксе инде һағынырҙы
Еңел-елпе, тиле саҡтарҙы...

...Тарта-тарта ғүмер дилбегәһен,
Көндәр үтә, айҙар, йыл үтә.
Моңһоумы һуң? Юҡсы...
Тормошомдан
Ҡәнәғәтмен – миңә шул етә.

Бәхет кәрәк икән,
көтә бел


Йәйғор нурын яратаһың икән,
Ямғыр үткәндәрен көтә бел.
Дауылдар ҙа мәңге ҡоторонмай,
Ғәрәсәттең һуңы – имле һил.

Һөйөләһең килһә, кисерә бел,
Хискә һыуһағанһың – кисә бел,
Тоғро дуҫтар кәрәк, тиһең икән –
Күңелеңдә һаҡла иҫәбен.

Бәхет кәрәк икән, һағыш аша
Офоҡ алланғанын күрә бел.
Тартып торған меңәр нурҙарынан
Үҙеңдекен генә тирә бел.
...Был тормоштан ниҙер
кәрәк икән,
Аҡтыҡ түҙемеңде бирә бел...

Ғүмер

Бер хәсрәтһеҙ бала саҡ,
Болондағы ҡолонсаҡ,
Яланаяҡ хәтфә кисеп,
Ҡыуанысҡа сумған саҡ.

Йырлай, көлә елкенсәк,
Күңелдәрҙә елкән саҡ,
Болондағы ҡолонсаҡтан
Саҡ-саҡ ҡына өлкән саҡ.

Бешкән еләк – киленсәк,
Билде быуған шаян саҡ,
Күкрәк һөтөн эйҙергәнгә
Ҡаяташтай таяу саҡ.

Олпат атлай оло саҡ,
Бәрәкәтле, болло саҡ,
Үҙ балаңдың ҡолонсағы
Балаңдан да баллы саҡ,
Күкрәк һөтөн эйҙергәндән
Шәфҡәт көткән саллы саҡ.


Етәклә лә мине...

Етәклә лә мине, әйҙә, киттек,
Күрәһеңме, офоҡ саҡыра.
Шәфәҡ һыҙылғанын көтәйек тә
Ҡуҙғалайыҡ. Көтә бит, ҡара.

Ҡалып торһон донъя мәшәҡәте –
Киткәс тә, ти, ҡала өс көнлөк.
Инде күпме тартып бөтмәҫ йөгөң,
Ат өҫтөнән бер ҙә төшкән юҡ.
Ысҡындырма минең
ҡулдарымды –
Икәү барғас, икәү ҡайтырбыҙ.
...Шәфәҡ төҫтәренә манып алғас
Күңелдәрҙе – ҡалай матурбыҙ!

Әсәйемдең
һуңғы көндәренән...


Күкрәгемде өтә әсәм йәше...
Томан аша ҡарай күҙҙәре.
Сараһыҙлыҡ тулы ҡарашынан
Йәнем яна, һына теҙҙәрем.

Иламайым! Түҙәм! Шулай кәрәк!
Сабый һымаҡ минең ҡосаҡта.
...Һанап ҡуйған көндәребеҙ яна
Әсәм тоҡандырған усаҡта.

Аяҙ көндәрендә әйтә алмаған
Һүҙҙәремде, доға шикелле,
Ҡулдарынан һыйпап,
ҡабатлайым.
...Ишетеүе инде икеле...

Үкенескә ҡалды әйтелмәгән
Наҙлы һүҙем, йылы ҡарашым.
...Пар ҡанатһыҙ ҡалдым.
Үкһеҙ етем
Ҡапҡан ризыҡ булыр бар ашым.

Әсә йөрәгендә барса Ғаләм,
Әсә күңелдәре шау сәскә.
...Һурып ҡына алып миңә һалды.
Мәңгелеккә... Түгел үтескә...

***
Һалҡын. Һаран ҡояш. Ҡарҙар яуа
Ем-ем итеп һүлпән нурында.
Тәҙрә аша тышҡа күҙем һалдым,
Ауыл. Өйҙәр... Нимә юҡ унда?

Тынғы бирмәй бына
бәйләнсек уй,
Өйкәп тора, кимтеп күңелде.
Һил һүрәттә әллә нимә етмәй,
Бер мөйөшө китек түгелме?

Белдем! Мөрйә!
Зәңгәр төтөн етмәй!
Ун биш өйҙөң теүәл унында.
Мейес яҡмай ғына ҡыҙынабыҙ
Заман елдәренең ҡуй(ы)нында.

Салғы тотмай – бесән ҡура тулы,
Бысҡы тотмаһаҡ та, өй йылы,
Көйәнтәне күптән түргә элдек,
Тик йырҙарҙа ҡалды һыу юлы.

Һағынабыҙ. Йырҙар һуҙған һайын
Һағыш ҡына килә өҫтәлеп.
...Ә үҙемдә минең мейес ҡалды.
Утын яҡмаһам да... иҫтәлек...


Вернуться назад