Атты ла бейергә өйрәтә ине16.11.2016
Атты ла бейергә өйрәтә ине Мөһабәт тауҙарҙа мәңге йәшел шыршылар, ҡарағайҙар, ҡайын урмандары, битләүҙәрендә мең төрлө сәскәле болонлоҡтар, ожмахтай гүзәллектәр... Былар барыһы ла Ейәнсура районының Ибрай ауылына хас.
Ҡабра тауы эргәһенән сылтырап аҡҡан Һүрәм йылғаһынан эсеп, тәбиғәт ҡосағында булырға яратҡан көләс йөҙлө халыҡ балалары менән йәй буйы рәхәтлә­неп һыу инеп ял итә. Тап ошондай ожмахтай гүзәл­лектәр ерендә, Аллаһы Тәғәләнең үҙе яратып һөйгән изге төбәгендә 1941 йыл­да Сәйҙә менән Мәх­мүтйәндең ғаиләһендә дүртенсе булып бер ир бала донъяға килә. Уға: “Һинең исем-шәрифең Хәмит булыр”, – тип аҙан әйтә ауылдың муллаһы.
Бына шулай тыныс тормошта, шатлыҡтарға ҡыуанып ҡына йәшәп ятҡанда, мәкерле Гитлер һуғыш аса. Ибрай ауылына ла ҡайғылы хәбәр­ҙәр килә. Бөтә йәш ир-егетте һуғышҡа оҙата­лар, шулай уҡ Сәйҙә апайҙың да ғәзиз ире яуға алына.
Әсә өйҙә дүрт бала менән ултырып ҡала. Балаларын асыҡты­рып үлтермәҫ өсөн көнө-төнө эшләй ул.
Хәмит, әсәһен, туғандарын ҡыуандырып, сос, теремек бала булып үҫә. Бер аҙҙан әсәһенең ныҡлы ярҙамсыһына әүерелә. Өйгә утын-бесән әҙерләшә, бәләкәйҙән үк кәбән һала башлай.
Етенсе класты Ибрай ауылында тамамлай Хәмит. Һуғыштан һуң да ауырлыҡтар кисерә халыҡ, шулай ҙа ул 35 километр алыҫ­лыҡта ятҡан Үрген мәктә­бендә белем алыуын дауам итә. Ҡыштың сатлама һыуыҡтарында, буран­дарҙа ҡар кисеү, көҙгө һәм яҙғы бысраҡтарҙа йәйәү йөрөү Хәмитте бик ныҡ сыныҡтыра. Аслы-туҡлы көйө уҡыу белем ҡәҙерен белергә өйрәтә.
Урта белем алғас, ауылында электрик булып эшләй, кешеләргә ярҙамсыл, изгелекле була.
1963 йылда Хәмит Мәхмүтйән улы армия сафына саҡырыла һәм өс йыл хеҙмәт итә. Унан һуң бала саҡ хыялы – Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетына уҡырға инә.
Институтта алған белеме буйынса ул өс йыл Баймаҡ мал үрсетеү совхозында тәжрибә туплай. Унан һуң 30 йыл Өфө дәүләт ат үрсетеү заводында тоҡомло айғырҙар үҫтереү, уларҙы колхоз-совхоздарға таратыу һәм ҡымыҙ етештереү менән шөғөл­ләнә. Хатта айғырҙарҙы бейергә өйрәтә.
Оло быуын кешеләре әле лә Хәмит Мәхмүтйән улының Өфө­нөң 400 йыллығы айҡанлы үткән байрамда ат өҫтөндә алда барғанын хәтерләй.
Ейәнсура һылыуы Зифа менән Хәмит 50 йылға яҡын татыу ғүмер кисерҙе. Зифа Йәләлетдин ҡыҙы ғүмер буйы сурдопедагог булып, насар ишеткән, телһеҙ балаларҙы тәрбиәләп оло тормош юлына сығарҙы. Улдары Айҙар ҙа атаһы юлын һайланы. “Аҡбуҙат” ипподромында ат спорты мәктәбен тамамланы һәм шунда эшләне.
Бөгөн оло йөрәкле Хәмит Мәхмүтйән улына 75 йәш тулған булыр ине.


Вернуться назад