Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте24.03.2012
Башҡортостан Республикаһы Президентының указдарына ярашлы Дыуан районының “Дыуанводоканал” муниципаль унитар предприятиеһы директоры Ғарипов Хәлит Әлтәп улы, Межгорье ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы электр монтеры Исаев Александр Васильевич, Октябрьский ҡалаһының “Октябрьсккоммунводоканал” муниципаль унитар предприятиеһы шоферы Подоприхин Николай Федорович, Хәйбулла районының “Жилкомсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мастеры Сынбулатов Ришат Рәшит улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Өфө ҡалаһы Октябрь районының Сипайлово торлаҡ хужалығы идаралығы директоры Ғәниев Флүр Миңлеғаян улына, Бөрө районы “Бөрө йылылыҡ селтәрҙәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең автокран водителе Горшков Анатолий Борисовичҡа, Көйөргәҙе районы “Коммунальник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш бухгалтеры Дятлова Вера Васильевнаға, Миәкә районы “Миәкә-коммуналь сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һыу үткәргес участкаһы начальнигы Мырҙағәлиев Әхиәр Хәйҙәр улына, Октябрьский ҡалаһы “Октябрьсктеплоэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлек начальнигы Силантьев Валерий Ивановичҡа, Нефтекама ҡалаһының “Нефтекамскводоканал” муниципаль унитар предприятиеһы мастеры Смирнов Анатолий Константиновичҡа, Октябрьский ҡалаһының “Спецэкотранс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Йәнбирҙин Айрат Ғилметдин улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.


Вернуться назад