“Аҡ рауза” – ҡатын-ҡыҙ һағында16.11.2016
“Аҡ рауза” –  ҡатын-ҡыҙ һағында Өфөлә Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды президенты Светлана Медведева һәм республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, уның хәләл ефете Гөлшат Хәмитова “Аҡ рауза” хәйриә ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген диагностикалау үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты.
Үҙәк быйыл ғинуарҙа Светлана Медведеваның башланғысы менән 3-сө бала табыу йортондағы ҡатын-ҡыҙ консультацияһы нигеҙендә ойошторолғайны. “Аҡ рауза” Башҡортостандағы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға уңайлы шарттарҙа бушлай диагностика тикшеренеүен үтеү мөмкинлеген бирә.
Светлана Медведева һәм Рөстәм Хәмитов заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттарҙы ҡарап сыҡты, пациенттарҙы ҡабул итеү шарттарын баһаланы.
— Көн һайын үҙәктә 25—30 ҡатын-ҡыҙ тикшерелә. Уларҙы өс акушер-гинеколог, ике ультратауыш тикшереүе табибы, өс табип-маммолог, шулай уҡ рентгенолог, психолог ҡабул итә. Коллективта 17 кеше эшләй, — тине клиниканың баш табибы Зөһрә Гурова.
Светлана Медведева табиптар, шәфҡәт туташтары, үҙәк пациенттары менән аралашты. Ул табипҡа яҙылыу, ҡабул итеү көнөн оҙаҡ көтөү-көтмәү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ Мәскәүҙәге “Аҡ рауза” хәйриә фонды исеменән тейешле медицина ҡорамалдары һатып алыуға аҡсалата сертификат тапшырҙы.
— Үҙәк меңдәрсә ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡарырға, һаулыҡ мәсьәләһенә иғтибарҙы йүнәлтергә булышлыҡ итә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бергәләп бик мөһим һәм кәрәкле эш башҡарабыҙ. Һәр кем йәмғиәтебеҙ алға барһын, илебеҙ үҫһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да атҡарырға тейеш.


Вернуться назад