Юл хеҙмәтендә эшләгән танышым, уфтанып, былай тигәйне: “Исмаһам, ҡар ҙа яумай. Ҡар яуһа, көрәр ҙә торор инең. Былай юл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартып бер булаһың”. Ысынлап та, ҡар иреү менән юл ситтәренә ҡараһаң, иҫең китә, урман һыҙаттарын әйтеп тораһы ла түгел: ҡайҙа ҡарама пластик шешәләр, полиэтилен тоҡсайҙар... Нимә генә юҡ!Ярай әле уларын миҙгеленә бер-ике тапҡыр йыйып сығалар. Элегерәк ауылдарҙа хатта мәктәп балаларын сығара торғайнылар, хәҙер ауыл хакимиәттәре махсус кеше яллай. Нисек кенә булмаһын, ҡалала тәртип бар әле. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, чиновниктар киләһе йылдан хеҙмәт күрһәткән өсөн, йәғни сүпте таҙартҡанға, түләү ҡағыҙҙарына тағы бер “юл” өҫтәмәкселәр.
“Киләһе йылдан коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйған һәм эшкәрткән өсөн махсус төбәк операторҙары яуап бирәсәк. Уларҙы конкурс нигеҙендә һайлаясаҡтар. Ә беҙҙең сүпте таҙартҡанға түләүҙәр асыҡ күренеп торһон өсөн айырым “юл” өҫтәләсәк. Ул “торлаҡты ҡарау һәм йүнәтеү” түләүҙәренә индереләсәк”, — тип яҙа “Комсомольская правда” (30 октябрь, 2016 йыл). Шуны иҫкә төшөрөргә кәрәк: әле рәсәйҙәр бер квадрат метрға ике һум илле тин түләй. Чиновниктар вәғәҙә итеүенсә, хаҡтар реформаларҙан ғына артмаясаҡ. Шулай ҙа күптәр был хаҡты төбәк сүп йыйыусыларының “аппетиты”на бәйләй. Ысынлап та, беренсенән, бөтә “коммуналка”ға хаҡ үҙгәргән саҡта, берҙәм тарифҡа ингән “юл” ғына үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ тип уйлау бер ҡатлылыҡ. Шунан һуң ул сүпте сығарып ҡына ҡалмай, эшкәртеү ҙә күҙаллана бит әле. Эшкәртеүсе предприятиелар бармаҡ менән генә һанарлыҡ тигәндәй...
Сүпте таҙартҡан ерҙә таҙа түгел, ә сүпләмәгән урында таҙа була, тиҙәр. Эш башлаған ғына бер эшҡыуар: “Икмәкте һатыуға полиэтилен тоҡсайға һалып сығарырға ҡушалар, бысранмаһын, йәнәһе. Күҙ алдына килтерәһеңме, мейестән сыҡҡан ғына йылы ҡаласты – полиэтиленға!” – тип өҙгөләнгәйне. Күҙ алдына килтереү генә түгел, көн дә быға шаһит булабыҙ: магазин кәштәләренә икмәк һыуынып та бөтмәй килеп етә. Полиэтилен тоҡсайға һалғандан һуң ярайһы ғына ваҡыт үтһә лә.
Булмаһа, һүҙебеҙҙе коммуналь хеҙмәт, уларға түләү мәсьәләләренән полиэтилен, пластик һауыттарҙың кеше организмына, тирә-яҡ мөхиткә ниндәй зыян килтереүенә күсерәйек. Ни өсөн нәҡ ошо һауыттарға туҡталдыҡмы? Полиэтилен тоҡсайҙар, пакеттар бынан 75-80 йыл элек барлыҡҡа килгән. Хәҙер иһә бар донъяға таралған. Уның файҙаһынан бигерәк зыяны күберәк. Хатта күп кенә түгел, ҡот осҡос күп. Уртаса алғанда бер пакетты 20 минут самаһы ғына файҙаланалар, ә иреүе быуаттар аша, ҡайһы бер ғалимдар иҫәпләүенсә, хатта 200 – 400 йылға етерлектәре лә бар. Шул уҡ ғалимдар билдәләүенсә, уны серетеүсе бактерия тәбиғәттә юҡ. Эйе, хәҙер тиҙерәк сереүсе матдәләр ҡушып ҡарайҙар. Шулай ҙа полиэтилен, пластик һауыттарҙы яндырып ҡына юҡ итеп була. Ләкин яндырған саҡта ағыулы газ барлыҡҡа килә. СО (һөрөм) кеше организмы өсөн ҡурҡыныс.
Полиэтилен пакеттарҙың, пластик шешәләрҙең йылға-күлдәребеҙҙе бысратыуы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Уны һәр кем күреп белә: юл буйҙары тиһеңме, йылға ярҙарымы — ҡот осҡос хәл. Донъя кимәлендә уларҙың экологияға килтергән зыянын Тымыҡ океандағы “Сүп утрауы” миҫалында ла күрергә мөмкин. Был “утрау” нәҡ полиэтилен, пластик, полипропилен һәм башҡа шундай бик тиҙ сереп бармаған әйберҙәрҙән хасил булған. Бөтә сүп ҡатнашмаһы бергә уҡмашып, Япония менән Төньяҡ Америка араһының яртыһына тиерлек һуҙылған, имеш. Эль-Ниньо ағымы 1,5 мең километрғаса төрлө пластик ҡалдығын ағыҙа, бергә уҡмаштыра. Ғалимдар билдәләүенсә, “утрауҙа” 100 миллион тоннанан ашыу пластик сүп йыйылған икән. Шуларҙың 80 проценты ярҙан һыуға эләкһә, 20 проценты караптарҙан ташлана. “Утрау” һис тарҡалырға теләмәй, ҙурая, киңәйә генә. Уның майҙаны 700 мең квадрат километрҙан ашыу. Ҡайһы береһе уны Американың Техас штаты ҙурлығына тиңләй.
Йыл һайын донъяла 60 миллиард тонна пластик етештерелеп, биш проценты ғына юҡҡа сығарыла йәки утилләштерелә. Был билдәле, әммә Италияның “Baima Sri” компанияһы етештергән утилләштереү техникаһы бар донъя илдәренә нисек етһен?! Әйткәндәй, Рәсәй шарттарында нәҡ ошондай машиналар кәрәк. Шарттарында, тигәндән, бында тәбиғәтте күҙалламаным. Ә беҙҙең сүпте. Эйе, сүпте. Бөтә илдә лә уны полиэтиленын – полиэтиленға, металын – металға, сепрәген – сепрәккә, ҡағыҙын ҡағыҙға айырып йыялар. Шуға уларҙы утилләштереү еңел. Ә беҙҙә бөтә сүп тә бергә. Италияның алда телгә алынған машинаһы нәҡ беҙҙең ҡалдыҡтар өсөн тиерһең – барыһын айыра белә, имеш.
Полиэтилен сүптәрҙең тирә-яҡ мөхиткә зарары тураһында яҙғанда, йыл һайын бер миллионға яҡын ҡоштоң, 100 меңләп диңгеҙ йәнлегенең үлеүе хаҡында ла әйтергә кәрәктер.
Дөрөҫ файҙаланмағанда, полиэтилен кеше организмы өсөн дә бик зарарлы матдәләр бүлеп сығара. Халыҡ-ара һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ғалимдары билдәләүенсә, ағыулы матдәләр кеше организмының балансын ғына боҙоп ҡалмай, яман шеш, бауыр, түлһеҙлек, аллергия ауырыуҙарына ла килтереүе ихтимал. Шуға “һалҡын” ризыҡ, эсемлектәр өсөн сығарылған полиэтилен һауыт-һабаға эҫе, йылы аш-һыу һалырға, сәй яһарға ярамай. Полипропилен (РР) һауыттарға 100 градус эҫелектәге ризыҡ та һалып була. Ләкин улар алкоголле йәки химик элементтар ҡушылған ризыҡтарға яраҡһыҙ, сөнки был элементтар менән пропилен ҡатнашһа, фенол йәки формальдегид бүленә. Ә улар — бауырҙан, бөйөрҙән тыш, күҙҙәр өсөн зарарлы ағыу.
Беҙ күреп белгән полиэтилен этилен газын полимерлаштырыу ысулы менән яһала. Ул ике төрлөгә бүленә: юғары баҫым аҫтында һәм түбән баҫым аҫтында. Тәүгеһендә продукция юғары сифатлы, йомшаҡ, һығылмалы булыуы менән айырыла. Һауала киптерелгән гранулаларҙан яһағанда, юғары баҫым аҫтында япманан төрлө зарарлы матдәләр мөмкин тиклем күберәк һығып сығарыла. Бындай полиэтилен аҙыҡ-түлек төргәндә, һалғанда файҙаланыла. Шуныһы мөһим, продукция иң тәүге сеймалдан ғына яһалырға тейеш.
Полиэтилен үҙе лә өс төргә бүленә: ҡапҡа төрөү (ҡоро аҙыҡ-түлек төрөү, һалыу өсөн), “термоусадочная” (емеш-еләк, йәшелсә һаҡлау өсөн) һәм парниктар өсөн. Һуңғыһының сифаты насар. Ул ҡояштың ультрафиолет нурҙарына, һыуға тиҙ бирешә. Шуға йәшелсә үҫтереү осорона ғына етә.
Полиэтилен ҡулланыуҙа төрлө илдәр төрлө сик булдырған. Мәҫәлән, АҠШ-та ҡағыҙ пакеттар ҡуллана торған ерҙә пластик һауыттар “эшкә егелһә”, ҙур штраф һалына. Ҡытайҙа 2008 йылдан 0,025 миллиметрҙан да ҡалыныраҡ пластик һауыттар сығарыу тыйылған. Ирландияла һәр пакет өсөн 10 процент һалым түләнә. Францияның Милли Йыйылышы бөтә төр зарарлы матдә бүлгән пластик һауыттарҙы тыйған закон сығарған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ үҙебеҙ ҙә уйламайынса файҙаланған тоҡсай, шешәләрҙе ҡайҙа етте шунда ташлайбыҙ. Ҡалаларҙа был йүнәлештә ниҙер башҡарып, ойоштороп булһа, ауылдарҙа иһә һаман бар “эш” эргә-тирәләге сүплектәргә ҡайтып ҡала. Күп ерҙә уларҙың ҡарауһыҙ икәнен иҫкә төшөрһәк, хәлдәр тағы ла насарыраҡ икәненә инанаһың. Һуңынан, полиэтилен тоҡсайҙар, пластик һауыттар йыш ҡына ошо сүплек сиктәрен дә үтеп, ел ыңғайына тәгәрәй. Рәсмиҙәренән тыш, яҡындағы соҡор-саҡырҙар күптән ошо уҡ сүплектәрҙең “туғандары”на әйләнгән.
Белмәйем, коммуналь түләүҙәргә яңы “юл” өҫтәү, яңынан-яңы ойошмалар асыу ғына ярҙам итерме, әгәр ҙә үҙебеҙҙең башта: “Туҡта, балаңды, ейәнеңде сүплектә йәшәтмә!” — тигән аң асылмаһа...