Сабый йылмайыуында – йыһан нуры16.11.2016
Сабый йылмайыуында – йыһан нуры Халыҡтың, бала табыу – бер ҡыйын, бала бағыу – мең ҡыйын, тигән хаҡ һүҙҙәре бар. Килешмәй сара юҡ, әммә ҙур өмөттөр бағлап, көтөп алған сабый сирле булһа? Ул саҡта был мең ауырлыҡҡа тағы мең мәшәҡәт өҫтәлә... Шуныһы ҡыуаныслы: илебеҙҙә балалыҡ яҡлаулы. Заман заңына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә алға китеш ҙур.
17 – 18 ноябрҙә баш ҡалала үтәсәк “Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек” тип аталған ҙур форум сиктәрендә Республика балалар клиник дауаханаһында “Йылмайыу операцияһы”н ойоштороу – ошоға асыҡ дәлил.
Сара Рәсәй ҡалаларында өсөнсө йыл рәттән уҙа, бер аҙна эсендә илдең төрлө төбәктәренән, сит илдән йыйылған табиптар, бер команда булып, бит-яңаҡ дефекттары менән тыуған балаларға бушлай хирургия ярҙамы күрһәтә. Уларҙы педиатр, анестезиолог, пластик хирург, стоматолог, психолог кеүек белгестәр бергәләп ҡарай. Акция барышында биш тиҫтә самаһы балаға операция яһала.
Быйылғы сарала ҡатнашҡан иң бәләкәй пациентҡа – алты ай, иң өлкәненә – 19 йәш. Операцияны тәүге һәм бишенсе тапҡыр яһатҡандар ҙа бар – ирен һәм аңҡау китегенең ҙурлығына ҡарап, дауалау бер нисә этапта үткәрелә. Балалар тыуғандан алып үҫмерлек осорона тиклем иҫәптә тора. Тағы бер яңылыҡ: акция сиктәрендә пациенттарға һәм уларҙың яҡындарына психолог ярҙамы күрһәтелә. Белгес операция алдынан бала менән аралаша, уның күңелен күтәрә, кире хис-тойғоларҙан арындыра. Әйтеүҙәренсә, операция бүлмәһенә яҡшы кәйеф менән ингән баланың реабилитация осоро ла ҡыҫҡараҡ, ул тиҙерәк нығына. Был йәһәттән бағыусылар ярҙамында Республика балалар клиник дауаханаһында махсус мөйөш йыһазландырылған. “Изгелек һәм тыныслыҡ бүлмәһе”ндә бәләкәстәрҙе алда торған ҙур һынауҙы мөмкин тиклем еңелерәк үткәреүгә әҙерләйҙәр.
Йыл һайын республикала бит-яңаҡ патологияһы менән 200-ләгән сабый тыуа. Тәүге операцияны, ғәҙәттә, бер-ике йәш тирәһендә яһайҙар. Артабан – бала үҫкән һайын булған үҙгәрештәргә ҡарап. Бөрйән районынан 18 йәшлек егет, мәҫәлән, бишенсе тапҡыр килгән. Әсәһе әйтеүенсә, тәүге хирургик ярҙам 2000 йылда күрһәтелгән, ә һуңғы бер нисә йылда улар “Йылмайыу операцияһы” акцияһына эләгеүгә өлгәшкән. “Сара район-ауылдарҙа йәшәгән балаларға һаулығын нығытыу өсөн ҙур мөмкинлек бирә. Операция яһаған оло йөрәкле, алтын ҡуллы табиптарға бик рәхмәтлебеҙ. Тап уларҙың тырышлығы менән улым тулы ҡанлы тормош алып бара, һөнәрселек училищеһында белем ала”, – тип ҡыуанысы менән бүлеште ҡатын.
Төп эшен ваҡытлыса ҡалдырып тороп (операция яһаусы табиптарҙың барыһы ла Рәсәйҙең төрлө дауаханаларында эшләй), мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашҡан белгестәргә быйыл Вьетнамдан килгән табип та ҡушылған (командала Америка Ҡушма Штаттары, Филиппин, Эстония һәм башҡа илдәрҙең белгестәре бар). Фонг ханым Рәсәй табиптары­ның юғары квалификациялы булыуын, дауахананың заман талаптарына ярашлы йыһазландыры­лы­уын билдәләп уҙҙы, “бындай һалҡында кешеләр нисек йоҡонан тороп эшкә килә икән”, тип аптырауын да белдерҙе. Уға урындағы ихласлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ, ғөмүмән, беҙҙәге йылы мөхит бик оҡшаған, шуға ла акцияла тағы ла ҡатнашмаҡсы.
Башҡаларҙың бәләһе янынан битараф үтеп китмәгән, сирле балалар өсөн һөнәри таһыллығын ғына түгел, күңел йылыһын да йәлләмәгән, яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған сабыйҙарға ысын мәғәнәһендә йылмайыу бүләк иткән оло йөрәкле табиптар сикһеҙ хөрмәткә лайыҡ.


Вернуться назад