Бөгөнгө заманда һәр кем Интернет селтәренән кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ табыу мөмкинлегенә эйә. Кемдер уны эҙләү өсөн китапханаға барыуҙы күҙ алдына ла килтермәй. Бигерәк тә бындай күренеш ҡалала йәшәгәндәр өсөн хас. Әммә ауыл халҡы тормошон китапханаһыҙ күҙ алдына килтермәй тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Тап ауыл китапханасыһы – улар өсөн рухи аҙыҡ өләшеүсе, китапҡа һөйөү тәрбиәләүсе, ғилем, иман, матурлыҡ таратыусы.Тәү ҡарашҡа китапханасы эше бик еңел кеүек күренә: уҡыусы һораған китапты табып бирәһең дә, ҡабат килтергәс, урынына ҡуяһың. Тик уларҙың хеҙмәте кәштәнән китап алып биреү менән генә сикләнмәй шул. Ауылда төрлө мәҙәни сараларҙы ойоштороусы булһынмы, гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһында әүҙем эш алып барһынмы, барлыҡ кисәләрҙең башында йөрөһөнмө, ағинәйҙәр ҡорона етәкселек итһенме, аҡһаҡалдар кәңәшенә ҡолаҡ һалһынмы, оҙаҡ йәшәгән парҙарҙы тәбрикләһенме, яңы барлыҡҡа килгән йәш ғаиләләрҙе ҡотлаһынмы, донъяға тыуған сабыйҙарға исем ҡуштырыу йолаһын сәхнәләштерһенме – барыһына ла өлгөрә, һәммәһенең уртаһында йөрөй ауыл китапханасыһы. Һәр хәлдә мин таныштырасаҡ геройым тап шундай.
Әнүзә Мәжитова Өмөтбай ауыл китапханаһында утыҙ йылға яҡын эшләй. Китапханасы һөнәренең бик яуаплы икәнлеген яҡшы аңлай, сөнки уға халыҡ менән эшләргә кәрәк. Бөгөн бигерәк китапханасыларға педагог та, психолог та, агитатор ҙа, артист та булыу талап ителә. Район һәм зона ярыштарында, конкурстарҙа Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙының бәйгеселәре гел призлы урын яулай. “Аҡйондоҙ менән Аҡйегет”, “Иман нуры”, “Милләт сәңгелдәге янында ҡатын-ҡыҙ тора”, “Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарын яттан һөйләү” кеүек ярыштарҙа Өмөтбай ауылы халҡы һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Ауыл төпкөлдә урынлашҡан тип тормай ул: баш ҡаланан яҙыусылар һәм редакция хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар ойоштора, хатта күрше Әбйәлил, Йылайыр районында ижад иткән яҙыусыларҙы ла саҡырырға өлгөрә.
Әнүзә Мәжитова китап уҡыусылар менән даими эш алып бара, шуға күрә ауыл халҡы күп уҡый. Әлегә китапхана фондында 10 меңдән ашыу китап иҫәпләнә, ваҡытлы матбуғат баҫмалары, бөтә өлкә буйынса белешмәләр бар. Иң әүҙем китап уҡыусыларҙан Сәлимә Низамова, Венера Ғүмәрова, Нәзир Мәсәлимов, Рәмзиә һәм Тәлғәт Садиҡовтар ғаиләһен билдәләргә мөмкин.
– Хәҙер йәштәр телевизор, компьютерҙы нығыраҡ үҙ итһә, олораҡ быуын китапһыҙ йәшәй алмай. Китапты ҡулға алып уҡыу тәмен тойған кеше бер ваҡытта ла уға хыянат итмәйәсәк. Ауылда әҙәбиәт һөйөүселәр күп, был йәһәттән мәктәп уҡыусылары араһында ла бик әүҙем эш алып барам. Уларҙы нисек тә китапҡа ылыҡтырыу маҡсатында төрлө конкурстар ойошторам, китапхана дәрестәре үткәрәм. Даими уҡыусыларыбыҙ бар, уларҙың ниндәй китап яратҡанына тиклем белеп бөттөм, шул йүнәлештәге әҙәбиәтте тәҡдим итергә тырышам, – ти тәжрибәле китапханасы.
Уның етәкселегендә мәктәп, ауыл клубы менән берлектә “Атайсал”, “Ағинәй”, “Таңсулпан”, “Игебай мәктәбе” клубтары уңышлы эшләп килә. Ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән ханым оҙаҡ йылдар ауыл Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе була, ауыл хужалығы буйынса иҫәп алыу кампанияһында әүҙем ҡатнаша. 2008 йылда район китапханасылар конкурсында ҡатнашып, “Йыл китапханасыһы” тигән исемгә лайыҡ була, төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Тормош иптәше Рәмил Исмәғил улы менән Фәнил, Раян исемле аҡыллы, сәләмәт тормош алып барған улдар тәрбиәләгән. Өлкән улдары тәүҙә Сибай педагогия колледжын, артабан Төмән нефть-газ институтын тамамлай. Каратэ буйынса Рәсәй чемпионы, спорт мастеры, Европа беренселеге призеры. Кеселәре Сибай политехник техникумын, Магнитогорск техник университетен тамамлап, әле Куйбышев тимер юлында инженер булып эшләй. Ул да ағаһы кеүек спортты үҙ иткән, гер спорты буйынса Силәбе өлкәһенең чемпионы.
Заман менән бергә атлаған, ауылдаштарына рухи аҙыҡ өләшкән, күңеле бай, йөҙө яҡты Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙына артабан да эшендә уңыштар юлдаш булһын!