Әсәйемдең йөҙөн күрәм унда...15.11.2016
Әсәйемдең йөҙөн күрәм унда...
– Бүлмәгеҙҙә бөтә әйберҙәр ҙә теүәлме?
– Ҡайһылай апайыңа оҡшағанһың!
– Әсәйеңдәр нисек ҡайтып еткән?

Бына ошондай һөйләшеүгә шаһит булып, үҙемдең талибә саҡтарым иҫемә килеп төштө. Балалар күңеленә юл таба алған апай Рәйлә Шәрип ҡыҙы Шә­миғолова ул. Белорет педагогия колледжы ятағында мөдир булып эшләүенә 30 йыл тулған икән!..
Эйе, ятаҡта йәшәгән һәр бала уның әсәләрҙәй хәстәрлеген тоя, дүрт йыл буйына үҙҙәре лә яҡшы күңелле апайға эҫенеп тә бөтәләр шул. Тәрбиәләнеүселәрен Һомай­ғоштай ҡурсаларға әҙер бит ул Рәйлә Шәмиғолова. Төрлө холоҡ­ло балаларға уртаҡ тел табыу еңелдән түгел.
Ғаиләләрендә күңелһеҙлектәр тыуып торғанда, ата-әсәнән тәүге тапҡыр айырылып, һағыныу һа­ғыш­тары кисергәндә, яңы кол­лективҡа өйрәнгәндә әлдә яндарында Рәйлә апайҙары бар! Әле береһе шатлығы менән уртаҡ­лаша, әле икенсеһе борсолоу­ҙарын килеп таратып китә, әле өсөнсөһө хәл белешеп, арҡа­һынан һөйөп үтә. “Күҙҙәрендә осҡон уйнатҡан, дәртле баҫып йөрөгән ошондай йәштәребеҙ барҙа, мин дә оло ғорурлыҡ тойоп йәшәйем”, – ти әңгәмәсем.
Рәйлә Шәрип ҡыҙын йыш осратам. Мин уҡытҡан Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназия­һы­на күрше генә урынлашҡан был ятаҡ. Студенттар менән бергә өмә­лә лә ҡатнаша ул, ятаҡ эргә­һендәге таҙалыҡ та – уңған хужа­бикә ҡулынан. Үҙен бер туған апайҙай күрәм. Әллә ҡайҙан йылмайып хәлдәреңде белешә, ейән­сәренең нисек уҡыуы хаҡында һораша, кәңәштәрен дә биреп өлгөрә. Була бит шундай эскерһеҙ кешеләр! Тәү күреүҙән үк яҡын­дарға әүереләһең дә ҡуяһың.
Белорет районының Урта Төл­мә ауылы ҡыҙы ул. Ата-әсәһенең хеҙмәттән йәм табыуҙарын бәлә­кәйҙән тойоп үҫә. Тирләндә ағас ағыҙыу мәлендә таныша ҡәҙер­леләре. Атаһының гармунда оҫта уйнауы моң һөйҙөртә, әсәһенән тәмле итеп ризыҡ әҙерләү сер­ҙәренә төшөнә. Улар йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша. Тыуған ауылында 8-се класты тамамлағас, артабан уҡыуын Инйәрҙә дауам итә. Һәләтле ҡыҙ Белорет педучилищеһы янындағы курста белем ала. Башланғыс кластар уҡытыусыһы булып Ҡы­ҫыҡта, Кәртәлелә, Ямаштыла эшләй. Ҡайҙа тәғәйенләнмәһен, эшенән риза булып ҡалалар.
Сыйырсыҡ ояһына йыйыл­ғандай, ҡошсоҡтарын һәр йәй бейек офоҡтарға осора, һәр көҙ яңыларын сафҡа ҡабул итә. Ошондай түңәрәк сылбырын оҫта ялғаусы Рәйлә ханым барыбыҙҙа ла һоҡланыу хисе тыуҙыра. Өс тиҫтәнән ашыу хеҙмәтен оло яуаплылыҡ менән башҡарыуын Мәғариф министрлығы Маҡтау ҡағыҙы менән баһаланы. Педагогия колледжы етәкселеге, муниципаль хакимиәт исеменән бирелгәндәре лә күп.
Шәфҡәт туташы, педагог һөнә­рен алған ҡыҙҙары әсәһе менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Өс ейәнсәр һәм ейәнен ҡосағына алып һөйгәндә Рәйлә апайҙан да бәхетлерәкте тапмаҫһың. Ана шулай ҡыуаныслы мәлдәрегеҙ күп булһын, Рәйлә Шәрип ҡыҙы!


Вернуться назад