Күңел менән дауалайҙар15.11.2016
Күңел менән дауалайҙар Табипҡа күренергә барһаң, йылы мөнәсәбәтен, изге һүҙен ишетеү ҙә етә ҡайһы саҡ. “Йылы һүҙ – йәнгә дауа”, – тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Мөләйем ҡараш, игелекле мөнәсәбәт үҙ-үҙеңдә ышаныс тыуҙыра, ҡайһы саҡта яман сирҙәрҙе лә еңеп сығырға ярҙам итә. Белемле булыуҙан тыш, кешеләрҙең күңеленә юл таба алыу ҙа бик мөһим. “Сәләмәт ғаилә” медицина үҙәге етәксеһе Зилә Аксенова менән һөйләшкәндән һуң бының дөрөҫлөгөнә инанаһың. Ысынлап та, унда ҡул менән генә түгел, яҡшы һүҙ менән дә дауалайҙар.
Үҙәктең ишеген асып ингән һәр кемде хеҙмәткәрҙәр һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән ҡаршылай. Зилә Рөстәм ҡыҙы үҙәктә ысын мәғәнәһендә йылы мөхит булдырған.
Бында невролог, ортопед, остеопат, психолог ҡабул итә. Косметология буйынса күп кенә саралар ҡаралған. Төрлө массаж хеҙ­мәте күрһәтелә. Уларҙың бер нисә төрө бар: алтауһы биткә ҡаралһа, тәнгә эшләй торғаны егерменән артып китә.
Үҙәккә алдан яҙылып, Өфөнән генә түгел, райондарҙан да килеп, ҡыуанып, риза булып, дауаланып ҡайтып китәләр. Һәр кемгә үҙенә генә тәғәйен үҙенсәлекле ярҙам күрһәтелә.
– Массаждың кеше организмына йоғон­тоһо ҙур. Үҙәктә дауаланыу­сыларҙың аяҡ-ҡул­дарының талғанын бөтөрөп, һауыҡ­тырып ҡайтарабыҙ. Балалар массажына килгәндә, процедуранан һуң шыуышмаған бала шыуышып, атламағаны атлап китә, ултырмағаны ултыра башлай. Уларҙа һөҙөмтә нығыраҡ күренә, шуға ата-әсәләр балаларын бында ҙур теләк менән йөрөтә, – тине Зилә Аксенова. – Бөгөнгө көндә алты массажист бар. Барыһы ла һайлап алынған. Яғымлы, ярҙамсыл хеҙмәткәрҙәр эшләй. Улар үҙҙәрен тәжрибәле хеҙмәткәр итеп танытты. Чемпионаттарҙа, конкурс­тарҙа даими рәүештә сығыш яһайҙар. “Сәләмәт ғаилә” медицина үҙәгендә шулай уҡ остеопаттың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Остеопат быуындарҙы урынына ултыртып, организмдағы тотҡарлыҡтарҙы сығарыуға булышлыҡ итә, матдәләр алмашыныуын көйләй. Эсте һылап дауалай. Эске ағзалар менән эшләй (висцераль терапия тип атайбыҙ). Кеше бер нисә сеанстан һуң һауыға. Иң оҙаҡ дауалау биш сеансҡа барып етә. Остеопатыбыҙ Илдус Ҡадиров банкалар менән дә уңышлы эш итә. Һәр ваҡыт үҙенсәлекле алымдар ҡуллана.
Зилә Рөстәм ҡыҙы әйтеүенсә, үҙәктәге белгестәр белемдәрен даими камиллаштырып тора, һәр саҡ яңы алымдарға өйрәнә. Һуңғы үҙләштергән хеҙмәттәренең береһе – тире туҡымаларына тәрән үтеүсе скульптуралы (буккаль) массаж. Уның беренсе өлөшө биткә, икенсе өлөшө стериль бирсәткәләр менән ауыҙ ҡыуышлығы эсенән яңаҡтарға яһала. Бик үҙенсәлекле массаждың һөҙөмтәһе тәүге сеанстан уҡ күренә. 25 йәштән алып оло апай-ағайҙар өҫтөнлөк бирә был төргә. Был массаж йөҙҙө матурлауҙан тыш һауыҡтырыу үҙен­сәлегенә лә эйә, сөнки биттә бөтә эске ағзаларҙың проекцияһы бар. Белгес ошо проекцияларға ҡарап кешенең ҡайһы ерендә үҙгәрештәр барлығын әйтә ала. Биттәге нөктәләрҙең тәьҫире аша дөйөм организм да һауыға.
Беренсе тапҡыр килгәндә белгес клиент менән һөйләшә, биттең, тиренең, мускул­дарҙың торошон тикшерә. Беренсе, бишенсе һәм унынсы сеанс­тарҙан һуң фотоға төшөрөп алалар. Был үҙенсәлекле массажды аҙнаһына бер-ике тапҡыр эшләү ҙә етә. Дауамы 5 сеанстан алып 15-кә тиклем тәғәйенләнгән. Кеше иҫ киткес матурайып, йөҙҙәре нурланып, күңелләнеп ҡайтып китә.
Байрам алдынан ҡатын-ҡыҙҙар айырыуса үҙҙәрен матурларға ярата. Ошо йәһәттән медицина үҙәгендә косметолог ҡабул итә, төрлө пилинг, маскалар эшләү ҡаралған. Үҙәктә шулай уҡ махсус бәй, ҡайсы ярҙамында мускулдарҙы нығытыу хеҙмәте лә күрһәтелә (тейпирование). Шугаринг, балауыҙ менән депиляция яһауға, буккаль массажға уҡытыу курсы ла бар.
– Беҙҙең медицина үҙәгендә “кедр мис­кәһе” лә ҡулланыла. Уның үҙенсәлеге шунда: үлән төнәтмәләре аша сыҡҡан парҙа битте 10 – 20 минутҡа тиклем тотабыҙ. Сиренә ҡарап төр­лө үләндәр ҡулланабыҙ. “Кедр мискәһе” тиренең күҙәнәктәрен асып, бөтөн токсин­дарҙы сығарырға ярҙам итә. Бит тиреһен йәшәртә, йыйырсыҡтарҙы кәметә, ҡан һәм лимфа йөрөшөн яйға һала, бөтә организмға еңеллек килтерә. Ябыҡтырыу сифатына ла эйә.
Ошо үҙенсәлекле дауаны алғандан һуң кешене ҡапыл сығарып ебәрмәйбеҙ, ул ятып ял итеп ала, теләгенә ҡарап йә массаж, йә үлән төнәтмәләренән һылау эшләйбеҙ. Ҡул-аяғы һыҙлаған, йоҡоһоҙлоҡтан интек­кән­дәргә, арыуының сәбәбен белмәгәндәргә ярҙам итәбеҙ. Ғөмүмән, алдағы көнгә ҙур өмөттәр менән йәшәйбеҙ, яңы филиалдар асырға ниәтләнәбеҙ. Көрсөктән ҡурҡып тормайбыҙ. Киреһенсә, кәйефе төшөп йөрөгәндәр үҙәккә килеп, дәрт-дарман алып, яңы пландар ҡороп, ҡәнәғәт йөҙ менән ҡайтып китә. Халҡыбыҙға файҙалы, кәрәкле булыу – үҙе бер бәхет. Ҡыйын саҡта кешегә ярҙам итһәң, күңелең күтәрелеп китә, – ти Зилә Аксенова, бәхет серен асып.


Вернуться назад