...Тел уҡытыусылары хаҡында һүҙ барғанда, уларҙы милләт, рух, тел һаҡсыларына тиңләйһең. Был йәһәттән күп башланғыс нәҡ әлеге остаздарҙан, улар күрһәткән хеҙмәт кимәленән тора. Ҙур мәғәнәгә эйә һөнәр эйәләре араһында тормошон, булмышын ошо эшкә арнаған апайҙар, миңә ҡалһа, бигерәк тә иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Һүрәттә балҡыған ханым да 26 йыл буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәренә төшөндөрә балаларҙы. Стәрлетамаҡ районының Рим Йәнғужин исемендәге Айыусы ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнур Рысаева тәүге тапҡыр һабаҡ биргән көнөнән үк һөнәренә ғашиҡ. Ишембай районының Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы бала сағында, иманым камил, тиҫтерҙәре һымаҡ ҡурсаҡтарын теҙеп “уҡытырға” яратҡандыр. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, тормош мәғәнәһен ошо һөнәрҙә күрә ул. Улай ғына ла түгел, ике ҡыҙы ла әсәһе юлын һайлаған. Гүзәлиә менән Азалия ошо уҡ районда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Бөгөн ауыл мәктәптәренең бер бөйөрөн һыйпап, икенсеһенә тибеп ятҡан замана шарттарында Гөлнур Әүхәҙи ҡыҙы, төп бурысынан тыш, йәнә бер нисә эш алып бара: ул директорҙың уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, мәктәп китапханаһы мәшәҡәтен дә үҙ иңенә алған. Хәйер, өҫтәмә йөктән ҡурҡмай педагог, икенсе күренеш өсөн йөрәге әрней.
– Берҙәм дәүләт имтиханы системаһы бер яҡлап яҡшы, икенселәй ҡарағанда, уҡыусыларҙы күп нәмәнән мәхрүм итә һымаҡ, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты ул. – Мәҫәлән, беҙҙә балаларҙың 11-се класты тамамларға хәленән килһә лә, ошо имтихандан ҡурҡып, күптәр 9-сынан һуң ҡала яғына китеүҙе хуп күрә, ә бит коллегаларым – яҡшы билдәләргә әҙерләрлек белгестәр.
Хәйер, мөғәллимәнең һүҙенә ҡолаҡ һалмағанда ла, быға инанаһың һымаҡ – һандар ҙа дәлилләй: ике башҡорт ауылынан йыйылған балалар һаны дүрт тиҫтә генә тәшкил итә. Әйткәс әйтәйек инде, районда ни бары ике башҡорт мәктәбе генә бар (береһе Күсәрбайҙа башланғыс мәктәп булһа, икенсеһе әле остаз хеҙмәт иткән белем усағы). Уларҙа ла уҡыусылар һаны күп түгел.
БДИ тигәндән, эш дөйөм белем алыуға ғына ҡайтып ҡалмай, әлбиттә. Ошо һынауҙы үтеп сығыр өсөн уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, хатта ата-әсәләр ҙә ниндәй генә ҡорбан ҡылмай. Барлыҡ ваҡытты сарыф итеп, аҡса түгеп, репетитор яллауҙарҙы иҫәпкә алмағанда ла, дәғүәләр бихисап. Хәйер, белем биреү системаһын да төрлө яңылыҡтар, алымдар һәм аҙымдар менән яҡшыртырға кәрәктер бит. Нисек кенә булмаһын, Гөлнур Әүхәҙи ҡыҙының был йәһәттән фекере ҡиммәт.
– Иң мөһиме – БДИ ла, бер ниндәй башҡа имтихан да туған телебеҙҙе өйрәнеү иҫәбенә булырға тейеш түгел (ундай хәлдәр ҙә юҡ түгел. – Авт.), – ти ул. Ошо һүҙҙәрҙән һуң сирек быуат фиҙакәр хеҙмәтен иҫәпкә алмағанда ла, был уҡытыусы ҙур ихтирамға лайыҡ.