Таксистарҙы үҙебеҙ хеҙмәтләндерәбеҙ15.11.2016
Таксистарҙы үҙебеҙ хеҙмәтләндерәбеҙ “Башҡортостан” гәзитендә “Автобус опе­рацияһы” уҙғарылыуы тураһында хәбәрҙәрҙе әленән-әле уҡып торабыҙ, шуға беҙ ҙә хат яҙырға булдыҡ.
Беҙҙең районға бер ниндәй ҙә автобус йөрөмәй, пассажирҙарҙы таксис­тар хеҙмәт­ләндерә. Ә уларҙың үҙ ҡанундары. Мәҫәлән, Яңыкүл ауылы район үҙәгенән 15 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ошо аралыҡҡа таксистар 90 һум ала. Бик ҡиммәт, был дөрөҫ түгел, тиһәң: “Ана бара юлың, йәйәү атла”, – тип кенә ебәрәләр. Башҡа сараң булмағас, машинаға инеп ултыраһың. Эй көтәһең, эй көтәһең. Шофер, биш пассажир йыйылмайынса, ыжлап та бирмәй. Ике-өс сәғәт көтөргә тура килә. Шулай итеп, шофер беҙ­ҙе түгел, ә беҙ уны хеҙмәт­ләндерәбеҙ булып сыға. Көтөп ултыра алмаған саҡтарҙа йәйәүләп тә сығып китәбеҙ. Таксистарҙың талабы ҡәтғи. Берәүҙәре тик Өфөгә юллана, икенселәре – Иглингә, өсөнсөләре яҡын-тирә­ләге ауылдарға йөрөй. Был турала етәк­селәргә әйтеп ҡарағаныбыҙ бар. “Уларҙың эшен күҙәтеүҙе Өфөнөң автотранспорт компа­нияһы үҙ өҫтөнә алған”, – тип аңлат­ты беҙгә район хакимиәте вәкиле. Аныҡ ҡына яуап биреүсе булманы.
Беҙ, Нуриман районының Яңыкүл ауылы халҡы, “Автобус операцияһы” беҙгә лә мотлаҡ килһен, һорауҙарыбыҙға яуап бирһен ине тигән теләктә ҡалабыҙ.


Вернуться назад