Ҡомартҡыларҙы Һаҡлайыҡ15.11.2016
Түңәрәк ваҡиғаны ниндәйҙер төҙөлөш объекттары менән мәңгеләштереү – һәйбәт күренеш.
Беренсе сиратта бик күптән башланған, әммә еренә еткерелмәгән төҙөлөштәргә иғтибар итеү кәрәк. Шулай уҡ транспорттың төп артерияһына әйләнгән С. Юлаев проспектында һәйкәл ҡуйыу бер ҙә насар булмаҫ ине. Ул урында башҡорт һыны торһон: эйәрле атынан төшкән һәм теҙгенен тотҡан, ә үҙе уң ҡулын күтәреп, юлға әйҙәй. Был башҡорттоң киң күңелле, ҡунаҡсыл булыуын һынландырыр, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, ихлас тәбрикләп торор.
Мине еребеҙ символы – шихандар яҙмышы ла борсой. Улар донъяла уникаль күренеш. Һаҡларға ине. Шуға ла Торатау алдында электән телгә алынған “Ырыуҙар ташы” ҡуйылһын ине. Ул төҙөлөш, минеңсә, шихандарҙы “күкрәге менән һаҡлар” ине.
Әле Өфөлә яңы Каруанһарай төҙөү тураһында һүҙ ҡуйыра. Тәғәйенләнеше күңелгә яҡын. Бик мәслихәт. Тик Ырымбурҙағы Каруанһарайыбыҙ яҙмышын кисермәһен ине.