Гәзитте күҙлекһеҙ уҡый15.11.2016
Гәзитте күҙлекһеҙ уҡый Йөҙ йәшкә етеп барғанда ла күҙлекһеҙ уҡыған кешене күргәнегеҙ бармы? Балтас районының Асавка ауылында ғүмер иткән 94 йәшлек Мәрзиә Фәтхуллина – тап шундайҙарҙан. Әллә ышанмайһығыҙмы? Өйөндә район, республика гәзиттәре тупланып бара уның. Теләгән ваҡытта әбей ҡулына гәзит алып уҡып, күңел йыуанысы таба. Эңер төшкәс, күҙлеген кейеп уҡый башлай. Ғүмер буйы ауыл ерендә тир түгеп, үҙ көнөн күргән әбей тормоштоң ҡәҙерен белә.
Мәрзиә Фәтхелислам ҡыҙы 1938 йылдан колхозда төрлө эштәрҙә көс һала: һабан һөрә, станцияға иген ташый, дүрт йыл ат ҡараусы була. Хаҡлы ялға туҡтағансы егерме йылдан ашыу тыуған ауылында почта тарата. 1972 йылда Михаил Аллаяровҡа кейәүгә сыға. Ун һигеҙ йылдан һуң уны юғалтҡас, балалары бул­маған әбей ҡартлыҡ көнөндә яңғыҙ ҡала. Яман ғәҙәттәрҙе сит күргән, айыҡ тормош менән йәшә­гән әбейҙе ауылдаштары яңғыҙ итмәй. Бигерәк тә социаль хеҙмәт­кәр Рәфинә Кәлимуллинаға рәхмәтле ул:
– Балам кеүек яҡын күрәм Рәфинәмде. Көн дә килә, хәлемде белә, йорт эштәремде башҡара. Өйөндә аш бешереп алып килә, мунса яғып индерә. Эшенән бик ҡәнәғәтмен. Тупһамдан атлап инһә, өйөм яҡтырып киткәндәй була.
Үҙен фотоға төшөрәбеҙ тигәс, Мәрзиә әбей шкафта һаҡланған пинжәген алып кейҙе. Хеҙмәт ветеранының күкрәген “Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн”, Бөйөк Еңеү хөрмәтенә юбилей миҙалдары биҙәй. Ошо наградалар – тормоштағы оло ҡыуанысы.


Вернуться назад