Бәләкәй яҡташыбыҙ беҙҙең ярҙамға мохтаж
Кеше кешегә кәрәк, тиҙәр. Туғандарһыҙ ҙа булмай, әлбиттә... Шул уҡ ваҡытта “КЕШЕ” тигән бөйөк исемде аҡлау өсөн, тормош ығы-зыһы араһында саҡ ҡына булһа ла туҡтап тороп, тирә-йүнгә күҙ һалыу, башҡаларҙың ҡыуанысы ғына түгел, бәләһе янынан да битараф үтеп китмәү зарур, сөнки тормош юлдары ҡатмарлы. Бөгөн һеҙ берәүгә кәрәк икән, иртәгә үҙегеҙ ҙә башҡаларҙа мохтаж булыуығыҙ ихтимал......Өфөлә йәшәгән Ҡарасуриндар башҡа ғаиләләрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмай: Әлфирә Фәнил ҡыҙы менән Азат Фаил улы – икеһе лә медицина институтын тамамлаған педиатрия белгестәре. Спортты үҙ иткән, тулы ҡанлы сәләмәт тормош алып барған кешеләр. Бер-бер артлы өс улдары тыуған, уларҙың һәммәһен дә кешелек ҡиммәттәрен баһалай белгән итәғәтле, ипле егеттәр итеп тәрбиәләгәндәр, өлкәндәренә юғары белем биргәндәр.
11 йәшлек Әмир – өсөнсө бала, үҫеп буй еткергән ағаларынан һуң теләп, көтөп алынған сабый. Әсәһе Әлфирә әйтеүенсә, һау килеш, ваҡытында донъяға килгән, үҫкән сағында ла сирләп йонсотмаған. Асыҡ холоҡло, илгәҙәк малайҙың дуҫтары күп, ул класташтары менән генә түгел, үҙе йөрөгән спорт секцияларындағы йәштәштәре менән дә аралаша, яҡшы уҡый, уңыштары менән ҡыуандыра... Тик бәлә ағас башынан йөрөмәй шул. Быйыл яҙ һап-һау малай туҡтауһыҙ арҡаһы ауыртыуға зарлана башлаған. Бәлки, һалҡын тейҙергәндер, спорт менән шөғөлләнгәндә ауырттырғандыр, тип фекерләгән яҡындары уны шунда уҡ табиптарға күрһәткән. Тик дауалауҙар файҙа килтермәгән, аныҡ ҡына диагноз да билдәләнмәгән... Августа Әмир аяҡтан йығылып, реанимацияға эләгеп, “яман сир” тигән ҡот осҡос яңылыҡ яңғырағансы, Ҡарасуриндар ниндәй генә дауаханала булмаған да ниндәй генә анализдар тапшырмаған! Лейкемияның үҙенсәлеге шунда: ҡәһәрле ауырыу аҙаҡҡа тиклем үҙен белгертмәй, иң төплө анализдар ҙа организмдың үлемесле һөжүмгә дусар икәнлеген күрһәтмәүе ихтимал.
Сир ифрат аяуһыҙ, ул организмды ҡот осҡос тиҙлек менән ашай. Уның ни сәбәптән барлыҡҡа килеүе әлегәсә билдәһеҙ, мәгәр, был осраҡта, елек (кимек матдә) ҙур тиҙлектә аҡ тәнсәләр етештерә башлай, улар ҡандағы һау күҙәнәктәрҙе ҡыҫырыҡлап сығара.
Бына инде өс ай Ҡарасуриндар ғаиләһе, уларҙың яҡындары бер маҡсатҡа табынып йәшәй – нисек тә булһа Әмирҙе аяуһыҙ сир ҡосағынан йолоп алырға, уның ғүмерен ҡотҡарырға. Өфөлә, Мәскәүҙә ҡатмарлы дауалау курстары үткәндән һуң, Әмирҙе яҡындары Германия клиникаһына алып барырға ҡарар иткән, сөнки урындағы табиптар ремиссияға еткерә алмаған, ә кимек матдәне трансплантациялау өсөн ауырыуҙы саҡ ҡына булһа ла туҡтатып тороу фарыз. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әмирҙең ағалары уға донор булараҡ ярамаған, Мюнстерҙа донор ҙа эҙләйәсәктәр.
Иң мөһиме – Ҡарасуриндарҙа туғанлыҡ хисе көслө. Әмирҙең ғүмере өсөн көрәштә уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ өлөшөн индерә. Атай менән әсәй, әлбиттә, әле Германияла, Әмир янында. Был хәл тулыһынса тормоштарын үҙгәртергә мәжбүр иткән, бала хаҡына Ҡарасуриндар, бар донъяларын ташлап, Мюнстерға юлланған. Ҡәһәрле сирҙе дауалау өсөн Германия клиникаһы 18 миллион һум аҡса талап итә, әлеге ваҡытта уның яртыһынан ашыуы йыйылған (ғаилә эсендә һәм йәмәғәтселек ярҙамы менән тупланған, бурысҡа алған дөйөм сумма 12 миллион һум самаһы ). Нисек кенә ҡыҙғаныс яңғырамаһын, бөгөн Әмирҙең яҙмышы аҡсаға ла бәйле. Шуға күрә яҡындары мәғлүмәти акция ойошторған: ағаһы Ринат менән Арыҫлан социаль селтәрҙәрҙә, Интернеттың башҡа ресурсында йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итерлек постар яҙа, блог алып бара, яратҡан ҡустыларын ҡотҡарыу өсөн бәләкәй генә булһа ла өлөш индереүгә саҡыра. Һәм улар хаҡлы! Аяуһыҙ сирҙе еңеү өсөн өмөт бар икән, тимәк, барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡулланыу, ысулдар табыу зарур.
– Беҙ ҡәҙимге тырыш ғаиләлә үҫтек. Мин әлеге көндә Южно-Сахалинск ҡалаһында инженер булып эшләйем, Арыҫлан Өфөлә уҡый, студент. Әммә араларыбыҙ ни тиклем йыраҡ булмаһын, заман технологиялары беҙгә тәүлек әйләнәһенә бәйләнештә булырға ярҙам итә, – ти Ринат. – Өфөлә ғаиләбеҙ менән бергә булған сағыбыҙҙы иҫләп алам – ни тиклем бәхетле, яҡты ваҡыт булған. Атайыбыҙ спортҡа ылыҡтырҙы, әсәйебеҙ ғаилә усағын гөрләтеп тотто. Бер-беребеҙҙе бик яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Әмир өсөн көрәштә лә еңеп сығасаҡбыҙ!
...Әле Германия клиникаһында ҡасан да булһа һауығып сығырына ҙур өмөттәр бағлап ятҡан баланың бәләкәс кенә хыялы – тиҙерәк Өфөгә яратҡан бесәйе Кнопка янына ҡайтыу. Үҫкәс мотлаҡ ветеринар булам тигәне лә бар... Һау-сәләмәт кеше өсөн үтә ябай тойолған теләктәр, ә Әмир өсөн – тормош мәғәнәһе, үткәндәр һәм киләсәк араһына ҡуйылған гәлсәр күпер...
Ил төкөрһә, күл була. Шуға ла бәләкәс кенә булыуына ҡарамаҫтан, үлемесле сиргә ҡаршы батырҙарса көрәшкән, дауалауға бәйле барлыҡ һынауҙарҙы сабыр үткәргән Әмиргә хәлегеҙҙән килгәнсә, аҙ ғына булһа ла ярҙам итә алһағыҙ, файҙаһы ла, сауабы ла булыр ине, хөрмәтле гәзит уҡыусылар... Әйҙәгеҙ, ситтә ҡалмайыҡ! Түбәндә – реквизиттар:
Сбербанк картаһы –
4276 0600 2225 0719
(Ҡарасурин Арыҫлан исемендә);
QIWI системаһы –
8 987 626 78 89
(Арыҫлан Ҡарасурин);
“Бәйләнештә” селтәрендә https://vk.com/amirych һылтанмаһы буйынса махсус төркөм бар, унда Әмир тураһында тулы мәғлүмәт тупланған, дауаханалағы көндәлек яңылыҡтар менән дә шунда танышып була.