“Ҡояш балалары”на ла нур кәрәк15.11.2016
“Ҡояш балалары”на ла нур кәрәк “Ҡояш балалары” тигән күңелгә ятышлы, ифрат йылы һүҙбәйләнеш бәғзеләр өсөн ни тиклем аяныслы икәнлеген күптәр, бәлки, белеп тә бөтмәйҙер: Даун синдромына дусар булған сабыйҙарҙы шулай атайҙар. Хәйер, бәлә ишеген ҡаҡҡанға тиклем әҙәм заты күңелен ҡырған ғәмәлдәр хаҡында уйланмауҙы хуп күрә... Ә ғүмерлек сирле сабый – һәр ғаилә өсөн тетрәнеү, ҡайһы берәүҙәр был һынауҙы күтәрә алмай, баланан дауаханала уҡ баш тарта, кемдәрҙеңдер ғаиләһе тарҡала... Шулай ҙа арабыҙҙа был һынауҙы лайыҡлы ҡабул итеп, балаһының тормошон тулы ҡанлы итеү өсөн бар тырышлығын һалған, уны йәмғиәткә яраҡлаштырыу өсөн төрлө мөмкинлектәр ҡулланған атай-әсәйҙәр бихисап. Шул уҡ ваҡытта уларға ярҙамға килгән белгестәр, сирле сабыйҙарҙың йәшәйешен йәмләгән тынғыһыҙ педагогтар хаҡында ла әйтеп үтмәһәк, яҙыҡ булыр.
Бынан бер нисә йыл элек “Башҡортостан”да дефектология фәне менән төптән шөғөлләнгән талантлы педагог, Даун сиренән яфаланыусылар өсөн республикала тәүге һәм берҙән-бер уҡыу класы ойошторған Тәнзилә Ибраһимова тураһында яҙып сыҡҡайныҡ. Баймаҡ районында тыуып үҫкән Тәнзилә Юлай ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, ике тиҫтә йылға яҡын баш ҡаланың 59-сы махсус (коррекцион) дөйөм урта белем биреү мәктәп-интернатында эшләй.
“Был мәктәптә физик һәм аҡыл үҫеше йәһәтенән тиҫтерҙәренән артта ҡалған балалар уҡый, улар республиканың төрлө төбәктәренән килгән. 2007 йылда, тәүәккәлләп, Башҡортостан Мәғариф министрлығы ярҙамында Даун сирле балалар өсөн махсус класс ойошторҙоҡ, быға тиклем улар, йәштәренә ҡарап, төрлө кластарҙа уҡый ине. Әлбиттә, башланғысҡа ҡул һелтәп ҡарағандар ҙа булды. Йәнәһе, үҙҙәрен дә ҡарай алмаған балалар менән нимә эшләргә мөмкин? Шулай ҙа ныҡышмаллыҡ күрһәттем, 8 –10 йәшлек дүртәр ҡыҙҙан һәм малайҙан торған махсус класс 1 сентябрҙә ишеген асты, – тип бәйән итте Тәнзилә Юлай ҡыҙы. – Тәүҙә аптырап ҡалдым: махсус методика, уҡыу әсбаптары юҡ, тәжрибә уртаҡлашырлыҡ белгестәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ... 59-сы мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен – файҙалы кәңәштәре менән ярҙам иттеләр, ышаныстары иһә ҡанат ҡуйҙы. Эште иң ябай төшөнсәләрҙән башланым: иң тәүҙә балаларҙы партаға ултыртып, уларҙың иғтибарын йәлеп итеү, яуаплылыҡ тойғоһо уятыу фарыз ине. Сөнки сирле сабыйҙар, ҡәҙимге мәктәптәгесә, тыныс һәм төҙ генә ултырыу тигәнде белмәй, тороп йөрөүе, шаулауы ихтимал... Бының өсөн ниндәй генә хәйләләр уйлап сығарырға тура килмәне! Ҡайһы саҡта уҫаллыҡ та, йылмайыу ҙа, хәйләкәрлек тә кәрәкте. Бөгөн иһә уҡыусыларым өсөн күңелем тыныс. Улар туғыҙынсы класҡа етте. Һөҙөмтә бар. Күпселек фәндәрҙән үҙем уҡытһам да, ҡайһы бер дисциплиналар буйынса башҡа белгестәр ҙә шөғөлләнә. Улар ҡәнәғәт – балалар партала тыныс ҡына ултыра, дәресте тыңлай, ихлас ҡатнаша, тиҙәр. Өс үҫмер ауыр һөйләшә, шуға ҡарамаҫтан, барлыҡ хәрефтәрҙе белә, һүҙҙәрҙе таный. Әйткәндәй, кәрәкле һүҙҙе ҙур күләмле яҙма араһында табыуҙары ихтимал – был ауырыуҙың үҙенсәлеге. Ете бала матур итеп яҙа белә, һәммәһе лә, хәленән килгәнсә, эште аҙағына еткерә. Көндәлекте, дәфтәрҙәрҙе бик матур итеп тултыралар, өйгә эштәрҙе яуаплылыҡ менән башҡаралар. Дүрт бала меңдән ашыуға тиклем иҫәпләй белә, ҡатмарлы миҫалдарҙы калькулятор ярҙамында эшләйҙәр, 20 һаны эсендә – үҙаллы. Ғөмүмән, математика – Даун сирлеләр өсөн бик ауыр фән, шулай булыуға ҡарамаҫтан, һиҙелерлек һөҙөмтә бар.
Был балалар өсөн тәрбиәүи хеҙмәт мөһим. Улар менән ҡатырға-төпләү оҫтаханаһында шөғөлләнәбеҙ. Төрлө ҙурлыҡтағы, формалағы конверттар, ҡаптар эшләйбеҙ, брошюра, китап, блокноттарҙың биҙәлеше менән булабыҙ. Бының өсөн төрлө ысулдар ҡулланабыҙ. Балалар бик ҡәнәғәт, тырышлыҡ күрһәтәләр. Алһыу тигән уҡыусым менән махсус сараларҙа ҡатнашҡаныбыҙ булды, елемһеҙ эшләнгән ҡаптарҙы йыйып күрһәттек. Эштәребеҙҙе йәрминкәләрҙә һатабыҙ, мәктәп заказдары буйынса ла эшләйбеҙ. Унан тыш, уҡыу йортоноң барлыҡ мәҙәни сараларында ҡатна­шабыҙ, уҡыусыларым ағас ҡалаҡтарҙа һуғып, көй сығара, бейей, йыр-моңға мөкиббән. Һәр байрамға махсус плакаттар биҙәйбеҙ һәм бәйгеләрҙә гел беренсе урындарҙы яулайбыҙ. Балалар эш һөҙөмтәләренән ҡәнәғәт, уларҙың хис-тойғоһо һәр саҡ ихлас. Әйткәндәй, бик тә бөхтә, таҙа йөрөйҙәр, матур кейем яраталар. Мин уларҙың парталарына көҙгө ҡуйҙырҙым – һәр саҡ үҙҙәрен ҡарап, тәртиптә тотһондар өсөн.
Спорт менән шөғөлләнгән балалар ҙа бар – бассейнға йөрөйҙәр. Бер тәрбиәләнеүсебеҙ Мәскәүгә йөҙөү буйынса ярышҡа барып, призлы урын яулап ҡайтты – беҙҙең өсөн был ҙур ҡаҙаныш. Туристик түңәрәккә йөрөгән ике уҡыусыбыҙ иһә Башҡортостан буйынса сәйәхәткә сыҡты. Мәҫәлән, 14 йәшлек Слава Рогозин Башҡортостан туризмы тарихында тәүге тапҡыр Асҡын боҙ мәмерйәһендә булып ҡайтты. Унда ҡайһы бер уникаль сталагмиттарҙың бейеклеге 8-11 метрға етә.
Глеб тигән малайҙың тарихын айырым һөйләп үткем килә. Быға тиклем ул Ҡырымда йәшәгән, ҡәҙимге класта уҡыған. Мәктәптә уны дүртенсе класҡа тиклем тотҡандар ҙа өйҙә уҡытыу шартын ҡуйғандар. Ошо осорҙа Глебтың ата-әсәһе төрлө сығанаҡтар аша Өфөлә эшләгән махсус коррекцион класс хаҡында белеп ҡалған. Үҫмерҙең әсәһе оҙаҡ уйлап тормаған, улы менән Башҡортостанға күсеп килгән. Шулай итеп, ике йыл элек Глеб класыма туғыҙынсы уҡыусы булып килде. Ул йәш буйынса башҡаларҙан бәләкәйерәк тә, шуғыраҡ та. Малайҙы тәртипкә өйрәтеү – үҙе бер тарих. Яйлап булһа ла, башҡалар миҫалында, Глеб коллективҡа ылығып китте, әсәһенә лә ҡыуаныс.
Мәктәп-интернаттың етәкселеге һәр башланғысыбыҙҙы хуплап, яҡлап, йүнәлеш биреп тора, ата-әсәләргә айырыуса рәхмәтлемен. Ниндәй генә сара ойоштормаһаҡ та, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр.
Юғары педагогик белемем булыуға ҡарамаҫтан, тар йүнәлеш – олигофренопедагогика буйынса махсус курс үттем, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән конференция-семинарҙарҙа ҡатнашырға, тәжрибә уртаҡлашырға тырышам. Рәсәйҙә беҙҙең коррекцион мәктәптәге махсус класс тураһында беләләр, мине Интернет селтәре аша табып, ярҙам һораған, Даун сирле балалар менән эшләү буйынса белем һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙы үтенгән педагогтар бар. Хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам, үҙем нигеҙ һалған махсус уҡытыу программаһын камиллаштырыу өҫтөндә эшләйем. “Коррекцион педагог-2014” конкурсында үҙәк зона буйынса икенсе урынды яулауым да – ҡаҙаныш. Киләсәктә махсус методик белешмә сығарырға ине тигән хыялым бар. Ул ошо өлкәлә хеҙмәт юлын башлап торғандарға ҙур ярҙам булыр ине. Тағы ла мине тәрбиәлә­неүсе­ләремдең киләсәге борсой. Беҙҙең мәктәптә 12 класс тамамлағандан һуң ҡайҙа барырҙар, нимә эшләрҙәр? Уларҙың яҙмышы өсөн үҙемдә лә яуаплылыҡ тоям. Әгәр ҙә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ниндәйҙер оҫтахана ойошторғанда, бәлки, улар эшле лә, бер ни тиклем килемле лә булыр, үҙҙәрен йәмғиәткә кәрәкле кеше итеп тойор ине...”
Ҡасандыр ауырлыҡтарҙан ҡурҡма­йынса (инвалид балалар менән эшләргә нисә минут түҙемлегегеҙ етер?), шикләнеүселәргә, ышанмаусыларға яуап итеп, уникаль класс ойошторған, олигофренопедагогика өлкәһендә асыш булырлыҡ аҙымдар яһаған педагог Тәнзилә Ибраһимова бөгөн “һөҙөмтә бар” тип ышаныслы әйтә ала. Хәйер, балаларҙы ихлас яратҡан, алсаҡ, оҫта ҡуллы (төшөргән һүрәттәре иҫ китерлек, ҡул эштәре лә бихисап), талантлы педагог теләһә ҡайһы уҡыу йортонда ла гөрләтеп эшләр ине. Ә Тәнзилә Юлай ҡыҙы көс-дәртен, фиҙакәр хеҙмәтен тап сирле балаларға бағышлаған һәм Аллаһы Тәғәлә тарафынан махсус тамға һалынған сабыйҙарҙы бәхетлерәк итеүенән йыуаныс табып йәшәй. “Ҡояштарҙың” ҡояшы ул, тимәк, яҡтыртыусы ла, йылытыусы ла күк сырағы...

Әйткәндәй...
Даун синдромына дусар кешеләрҙең күҙәнәктәрендә 21-се хромосома өсәү була – был патологиялар араһында иң таралған үҙенсәлек. Ер йөҙөндә һәр 700-сө бала, енесенә, расаһына, социаль хәленә һәм башҡа шарттарға ҡарамаҫтан, ошондай диагноз менән тыуа. Сирҙе яралғы стадияһында уҡ белергә мөмкин. Был осраҡта табиптар аборт яһарға тәҡдим итә. Ошоға бәйле һуңғы йылдарҙа Даун синдромлы балалар һаны бер аҙ кәмей төшкән. Шулай ҙа ата-әсәләрҙең күпселеге Хоҙай Тәғәлә биргән сабыйҙың ғүмерен, ул ниндәй булһа ла, һаҡлауҙы хуп күрә. Рәсәйҙә иһә йылына яҡынса 2500 бала Даун синдромы менән тыуа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 85 проценты дәүләт учреждениеларына эләгә.

Даун синдромы дөйөм психофизик үҫештең артта ҡалыуын күҙаллай. Был сиргә дусарҙарҙың йөҙ һыҙаттары оҡшаш, әммә аҡыл кимәле төрлө була. Дөйөм алғанда, уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу мөмкинлеге бар, улар уҡыуға һәләтле, IQ кимәле (интеллект) 20 – 70 араһында (һау кешеләрҙең IQ кимәле 70-тән юғарыраҡ). Әммә был етешһеҙлекте синдромлы кешеләр иҫ киткес алсаҡлыҡ, ихласлыҡ, ябайлыҡ менән тулыландыра, улар алдаҡты, яһалмалыҡты күтәрә алмай, һиҙгерлектәре менән хайран ҡалдыра. “Ҡояш балалары” тигән төшөнсә лә ошоға бәйле. Улар ни тиклем күберәк ҡәҙимге тормош мәшәҡәттәре араһында ҡәҙимге кешеләр менән аралашып йәшәй, шул тиклем нығыраҡ үҫешә, йәмғиәткә яраҡлаша.

Сентябрҙә Өфөнөң мәғлүмәт порталдарын Даун сирле бала юғалыу хаҡындағы мәғлүмәт тултырҙы. Баҡһаң, әсәһе ниндәйҙер мәшәҡәтте теүәлләгәнсе, үҫмер Черниковка биҫтәһендәге интернаттан үҙаллы сығып киткән һәм ҙур ҡалала, әлбиттә, аҙашҡан... Интернет селтәрендә баланың фотоһын ҡуйып, тәүгеләрҙән булып “Ярҙам итегеҙ!” тип оран һалыусы ла, ул табылғансы йөрәген усына тотоп көйөп ултырыусы ла – Тәнзилә Ибраһимова. Әйткәндәй, тап уның мәғлүмәти ярҙамы менән бала төнгә табан Сипайлово биҫтәһендә табылған, иғтибарлы үткенселәр, танып, уҡытыусыһына шылтыратҡан... Бына шундай хәлдәр сирле балаларҙың ни тиклем иғтибарға һәм тәрбиәгә мохтаж икәнлеген йәнә бер иҫбатлай ҙа инде.

Ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып тора. Тәнзилә Юлай ҡыҙы һөйләүенсә, шулай бер мәл уҡыу дәресендә Лев Толстойҙың “Филиппок” хикәйәһен өйрәнгәндәр. “Әҫәрҙе уҡыр алдынан беҙ автор тураһында һөйләшеп алабыҙ. Яҙыусының портретын таҡтаға элдем, исемен яҙҙым, ҡысҡырып уҡыным. Балалар аптырабыраҡ китте, нимәнелер аңлап бөтмәгәндәре күренеп тора.
Шунан Ярослав тигән уҡыусым: “Юлаевна (балалар шулай мөрәжәғәт итә – еңелерәк тә, уңайлыраҡ та, ахыры), дөрөҫ яҙмағанһың һәм дөрөҫ әйтмәйһең. Лев – Африкала йәшәгән йыртҡыс, ә “Толстой” “толстый” була. Ә был бабай бөтөнләй һимеҙ түгел, һаҡаллы ла инде!” – тимәһенме! Барыһын да яңынан оҙаҡ итеп тәфсирләргә тура килде”, – тип мәҙәк хәлде иҫкә алды уҡытыусы.


Вернуться назад