Хазиналар утрауы15.11.2016
Гохран алмас һәм алтын запасы һаҡланған “көршәк”тең тулылана барыуы хаҡында отчет бирҙе.
Баҡтиһәң, Гохран йыл һайын аҫылташтарҙың ниндәй ҙә булһа береһен һатып алыуҙы төп йүнәлеш итеп һайлай. Ҡайһы ваҡыт – алтын йәки платина, бүтән йылдарҙа – ҡиммәтле аҫылташтар. Мәҫәлән, 2014 йылда платинаны алмағандар, ә алты тонна алтын өсөн 13 миллиард һум аҡса тотонғандар. Бөгөн иһә гәүһәр өҫтөнлөккә эйә. “2016 йылда Дәүләт фонды ҡиммәтле металдар һатып алыу менән шөғөлләнмәне. Беҙгә бүленгән алты миллиард һум аҡсаның барыһы ла алмасҡа йүнәлтелде”, – ти Гохран етәксеһе Андрей Юрин.
Шуныһы ҡыҙыҡ: 2017 йылда Гохран Дәүләт фондын алмас менән тулыландырыуҙан баш тартып, йәнә алтын һатыу менән мәж буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта бер йыл элек дәүләт һаҡлағыстары уларҙың һәр төрлөһөн ала ине. 2015 йылда “келәт”кә 50 тонна көмөш, өс тонна алтын, шулай уҡ берәр тонна платина менән палладий өҫтәлгәйне. Платинаны дәүләткә “Амур” старателдәр артеле һатҡан, ә палладийҙы “Норникель”дән алғандар.
Гохран етәксеһе белдереүенсә, бюджетты тулыландырыуҙа ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, дәүләт әлегә йыйылған хазинаға ҡағылырға йыйынмай. Быйыл запастан бер грамм алтын да, бер грамм ҡиммәтле аҫылташ та һатылмаған.