Рухи күперҙәр төҙөүсе11.11.2016
Рухи күперҙәр төҙөүсе Филология фәндәре кандидаты Рәүеф Вәли улы Шаһиевты, әҙәбиәтсе булараҡ, студент йылдарынан уҡ беләм. Аҙаҡ “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзитендә бергә эшләнек. Мәктәп тормошо тураһындағы мәҡәләләре көнүҙәклеге менән айырылып тора ине. Репортаждары, очерктары “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә донъя күрҙе. Әҙәби китаптарға рецензиялары, һүрәтләмәләре йыш баҫылды.
Районына ҡайтып, уҡытыусы, һуңы­нан ауыл Советы рәйесе, хакимиәт башлығы вазифаларын башҡарҙы. Был йылдарҙа уның ижад эше туҡтап торҙо.
Учалы ҡалаһында йәш яҙыусылар өсөн “Өлкәр” альманахында мөхәррир булып эшләй башлағас та әүҙемләште. Рәүеф Шаһиевтың республика матбуға­тында ҡала-райондың социаль-иҡти­са­ди хәлен яҡтыртҡан очерктары, һү­рәтләмә­ләре, ижади портреттары донъя күрҙе. Яҡташы, мәшһүр педагог, фольклорсы Марат Мин­һажетдинов хаҡында “Ижади маһирлыҡ” (урыҫса “В памяти народной”) йыйынтығын нәшер итте. Уҡытыусыларға арнап “Мәға­риф баҫҡыстары буйлап”, “Йөрә­гемде бала­ларға бирәм” тигән портрет­тар се­рияһын яҙ­ҙы. “Райондың йәшел ҡалҡаны” публицистик китабы ла үҙ уҡыусыларын тапты. 2003 йылда Рәүеф Шаһиев әҙерләп баҫ­тырған “Алтын бишегем – Учалы” энциклопедияһы ра­йон­даштарына ҙур бүләк булды. Энциклопедия уҡытыусы­лар­ҙың, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең өҫтәл китабына әйләнде, сит тарафтарға – Голландия, Америка, Австрия, Төркиә, Ҡа­ҙағ­стан, Эстония илдәренә барып етеп, үҙ уҡыусыларын тапты.
Әҙиптең йөҙләгән публицистик мәҡә­ләһе, ижади портреттары донъя күргән. Ул – әҙәби тәнҡит өлкәһендә лә әүҙем эшләгән ижадсы. “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Башҡортостан уҡы­тыусыһы” журналдарында нәфис әҙәбиәттә герой пробле­ма­һына арналған рецензиялары, арҙаҡлы шәхестәр яҙмышына арналған портреттары йыш баҫыла.
“Күңел көҙгөһө”, “Башҡорт проза­һын­да герой проблемаһы” рецензиялар йыйын­тыҡтары, Зәйнәб Биишева исе­мендәге “Китап” нәшриәтендә ошо көн­дәрҙә донъя күргән “Яҡты хә­тер” китабы, баҫылырға сират көтөп ятҡан “Баш­ҡорт проза­һында шәхес концепцияһы” монографияһы ла – Рәүеф Ша­һиев­тың төплө әҙәбиәт белгесе булыуына дәлил. Байтаҡ йыл­дар инде автор “Замандаштар: кеше күңеленә сәйәхәт” ки­табы өҫтөндә эшләй. Иманым камил, ул да үҙ уҡыусыһын табыр.
Быйыл Граждандар һуғышының легендар геройы, өс тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Бай­раҡ ордены кавалеры, дәүләт эшмәкәре, тарихсы һәм яҙыусы Муса Лут улы Мортазиндың тыуыуына – 125 йыл. Был тантаналы көнгә Рәүеф Ша­һиевтың “Мәңге халыҡ күңелендә” исемле китабы ла үҙ нәшерен көтә. Был хеҙмәт, әлбиттә, легендар полко­водецтың яҡты иҫтәлегенә ҙур бүләк буласаҡ.
Мине Рәүеф Шаһиев ағайҙың егәрле, ябай, ихлас булыуы, үтә лә ярҙам­сыллығы һоҡландыра. Уның ижад юлы, кешелек си­фаттары, аң-зиһен кимәле Марат Хәләф улы Минһажетди­новтың, Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүет­диновтың йәшәү рәүешенә тап килеүе ғәжәпләндерә лә, хайран да ҡалдыра. Өсәүһе лә бер райондан, заманында береһе белем биргән, ике­һе олуғ ғалим­дан белем алған. Уйлап ҡуям: иң матур сифаттарын Марат Хәләф улы шәкерт­тәренә йомарт өләшкән икән!
Мәҙәниә­те­беҙгә, милли әҙәбиәтебеҙ­гә тоғролоҡ ҡылып, донъяла тәүҙә һүҙ булға­нын аныҡ төшөнөп, уның ҡәҙерен белеп эш иткән Рәүеф Шаһиев 1999 йылды филология фән­дәре докторы, профессор, Башҡортостан Республика­һының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Байымов етәкселегендә “Башҡорт проза­һында герой концепцияһы” тигән темаға диссертацияһын яҡланы. Районда йә­шәп ғилми дәрәжә алыуға бик һирәктәр өлгәшә. Үҙ ваҡы­тында күренекле тел белгесе Вәли Шәғәле улы Псәнчин­дың: “Рәүеф Шаһиевтың был ҡыйыу аҙымы ижади ҡаһарман­лыҡҡа тиң”, – тиеүендә ҙур дөрөҫлөк ята, тип уйлайым.
Рәүеф Шаһиевтың тынғыһыҙ ижад эше әле лә дауам итә, уның булмышы – кешеләр күңеленә сәйәхәт итеү, уларҙан матурлыҡ эҙләү, рухи күперҙәр төҙөү, изгелек һалыу.


Вернуться назад