Төрткөнө файҙаланыу24.03.2012
Төрткөнө файҙаланыуТөрткөнөң һул яҡ төймәһе объекттарҙы айырып билдәләү һәм икенсе урынға күсереү, уларҙы асыу, курсорҙың эш өҫтәлендәге позицияһын һайлау өсөн тәғәйенләнә.
Компьютер төрткөһөн яңы ғына ҡулына алған кешегә төймәгә баҫып өйрәнергә ваҡыт кәрәк. Был ғәмәл дискты, папканы йәки файлды асыу өсөн тәғәйенләнә. Икенсе алымды ла ҡулланырға мөмкин: иң элек — төрткөнөң һул төймәһенә (мәҫәлән, курсорҙы папкаға ҡуйһаң, уның төҫө үҙгәрәсәк), һуңынан уң төймәгә баҫырға. Контекст менюһы килеп сығасаҡ. Ғәҙәттә, менюла иң тәүҙә “Асырға” тигән команда тора.
Төрткөнөң һул яҡ төймәһе ярҙамында объекттарҙы күсерергә мөмкин. Бының өсөн курсорҙы кәрәкле объектҡа ҡуйып, һул төймәгә баҫабыҙ һәм бармаҡты төймәнән алмайынса ғына төрткөнө күсерәбеҙ. Төрткө менән бергә “тотолған” объект та күсә. Уны кәрәкле урынға ҡуйғас ҡына бармағығыҙҙы ысҡындырығыҙ.
Төрткөләге кескәй тәгәрмәс биттең төрлө өлөштәрен асып ҡарау өсөн тәғәйенләнә. Мәҫәлән, монитор бәләкәй икән, мәғлүмәттәр унан ситтә сыҡҡан кеүек. Был осраҡта уны асып ҡарау һыҙаты сыға. Уның экрандың уң яҡ ҡырында йәки аҫтында булыуы ихтимал. Кәрәкле фрагменттың ҡайҙа урынлашыуына ҡарап, тәгәрмәсте алға йәки артҡа әйләндерегеҙ.
Алдараҡ әйтелгәнсә, курсорҙы кәрәкле объектҡа (был осраҡта — папкаға) ҡуйып, төрткөнөң уң яҡ төймәһенә баҫҡанда командалар менән меню пәйҙә була. Windows XP өсөн ошо меню варианттарын ҡарайыҡ:
“Асырға” — файлды, дискты йәки папканы аса;
“Сағылдырғыс” — объекттың урынын күрһәткән тәҙрәне аса;
“Табырға…” — бер нисә параметр буйынса табыу мөмкинлеге биргән эҙләү тәҙрәһен аса;
“Яңы тәҙрәлә асырға” — кәрәкле объектты асырға ярҙам иткән программаны һайлау тәҙрәһен күрһәтә;
“Дөйөм файҙаланыу һәм хәүефһеҙлек” — объект көйләгестәре тәҙрәһен күрһәтә. Унда “Дөйөм” тигән ҡушымтала объекттың төрө, урыны, күләме, барлыҡҡа килеү ваҡыты тураһындағы мәғлүмәттәр бирелә;
“Файҙаланыу” ҡушымтаһы объекттан дөйөм файҙаланыу көйләгестәрен үҙ эсенә ала;
“Хәүефһеҙлек” ҡушымтаһында файҙаланыусылар төркөмө, папканы үҙгәртеүгә уларҙың рөхсәте сағыла;
“Көйләгестәр” ҡушымтаһында папка төрөн, эскиздар режимында сағылдырыу өсөн уның һүрәтен һайларға мөмкин;
“Архивҡа өҫтәргә” тигән ғәмәл объектты, атамаһын, форматын, параметрҙарын күрһәтеп архивҡа һалырға тигәнде аңлата;
“Аныҡ атамаһын күрһәтеп, архивҡа өҫтәргә” — атамаһы күрһәтелгән архивты автоматлаштырылған рәүештә булдырыу;
“ESET NOD32 Antivirus программаһы менән таҙартырға” — объектты вирустан һаҡлаусы программа тарафынан тикшереүгә бойороҡ (программаның атамаһы ниндәй антивирус ҡуйылыуға ҡарап үҙгәрә). Ошо рәүешле төрлө файлдарҙы тикшерергә мөмкин.
Менюлағы “Ебәрергә” тигән ғәмәл түбәндәге операцияларҙан тора:
“Минең документтарым” — папканың “Минең документтарым”а күсермәһен эшләргә;
“Эш өҫтәле (ярлыҡ булдырыу)” — эш өҫтәлендә билдә булдырыу;
“Ҡыҫылған ZIP-папка” — аҙ урын биләгән папка асыу;
“(Е) DVD-RAM дисководы” — оптик дискка яҙҙырырға;
Менюлағы “Ҡырҡып алырға” ғәмәле объектты алмашыу буферына күсерә;
“Күсермә яһарға” — күсермә яһай;
“Өҫтәлмә индерергә” — алмашыу буферындағы, йәғни икенсе урындан күсереп алынған объектты өҫтәй;
“Ярлыҡ булдырырға” — эш өҫтәлендә ярлыҡ асыу;
“Юҡ итергә” — объектты “Кәрзин”гә ташларға;
“Исемен үҙгәртергә” — объекттың исемен үҙгәртеүҙе рөхсәт итергә;
“Үҙенсәлектәр” — дөйөм файҙаланыу һәм хәүефһеҙлек тәҙрәһенә оҡшаш тәҙрә аса.
Төрткөнөң уң яҡ төймәһе ҡаты дискка ҡарата ҡулланылһа, үрҙә билдәләнгән ғәмәлдәргә тағы ла “Форматларға” тигән команда өҫтәлә. Ул дисктағы бөтә мәғлүмәттәрҙе тулыһынса юҡ итә.
Төрткөнөң уң яҡ төймәһендәге меню командалары исемлеге һәр программала төрлөсә.
Марият АРТЮХОВА.


Вернуться назад