Йәшерен исем ҡушылмаһа ла...11.11.2016
– Ҡаршылыҡтар аҙым һайын осрап тора, бер нимәгә лә өлгәшә алмайым. “Бәләкәй са­ғыңда уҡ күҙ тейҙе бит һиңә”, – ти апайым. Минеңсә, бәхетһеҙлегемдең сәбәбе – исе­мемдә. Яратмайым уны. Ишетеүемсә, мулланан үҙеңә икенсе исем ҡуштырырға мөмкин икән. Ул йәшерен була, бер кем дә белмәй. Дөрөҫмө был, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

М. ҒҮМӘРОВА.
Белорет районы.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Һорауҙың йөкмәткеһенән үк аңлашылыуынса, уны биргән ҡәрҙәшебеҙ йәш әле. Моғайын, үҙаллы тор­мошҡа күптән түгел аяҡ баҫып, тәүге ауырлыҡтар менән осрашҡандыр. “Йәш­лек – еңеллектең бер ботағы”, – тигән пәй­ғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ҡәрҙә­шебеҙҙең барыһы ла алда әле. Иншаллаһ, ул йәшәй-йәшәй һәммәһенә төшөнөр, сабыр, түҙемле булырға өйрәнер, уңышҡа тиҙ арала өлгәшеү мөмкин түгеллеген аңлар.
Әлбиттә, күҙ тейеү ихтималлығы ла бар. Бындай күренеш тормошта киң таралған. “Күҙ тейеү хаҡ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ысынлап та, бының дөрөҫ­лөгөн белеп-күреп торабыҙ. Ҡаты күҙле кеше­ләрҙең кире көсө әҙәм балаһына ла, малға ла тейеүсән. Был йәһәттән айырыуса сабыйҙар зыян күрә. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ниндәйҙер гүзәллекте, хайран ҡалмалы сафлыҡты күргән ваҡытта “сөбхәналлаһ” тип әйтергә онотмайыҡ. Был “Аллаһ Тәғәләнең матур бер заты”, “Хоҙай тарафынан яралған гүзәллек” тигән төшөнсәне бирә. Ә инде күҙ тейеүҙән һаҡланыу өсөн “Ҡәләм” сүрәһенең аҙаҡҡы 51-се, 52-се аяттарын уҡырға кәрәк, тип өйрәткән пәйғәм­бәребеҙ.
Ҡәрҙәшебеҙҙең исемен үҙгәртергә теләүенә килгәндә, был дөрөҫ түгел. Ундай ғәмәл Исламға хас түгел. Эйе, диндә яңы һүҙ һөйләүселәр араһында бер фекер барлыҡҡа килде: имеш, кешегә ике исем ҡушырға мөмкин, уларҙың береһе йәшерен була, хужаһы ғына белә, икенсеһе иһә – ғөмүм. Бындай йола башҡа диндәрҙә бар, беҙҙә юҡ.
“Әҙәм балаһы һәр яҡтан матур булырға тейеш: холоҡ-фиғеле лә, йөрөш-торошо ла, кейеме лә, исеме лә, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Ата-әсәнең балаһына биргән иң ҙур бүләктәренең береһе — исем. Ҡиәмәт көнөндә лә уны әйтеп саҡырырҙар”. Икенсе бер хәҙистә исемдең сабый өсөн ауырыуҙарҙан пәрҙә булып тороуы хаҡында бәйән ителә. Гүйә, яңы тыуған балаға мең төрлө микробҡа, күҙ тейеүгә һәм башҡа бәлә-ҡазаға ҡаршы бик ҡуйыла. Кейеме ҡалын булһа, әҙәм балаһы һалҡынға бирешмәй бит, шуның шикелле исем мөхиткә яраҡлаштыра, йәшәү көсө бирә. Уны ҡушҡанда матур һәм мәғәнәлеләргә, милләтте, динде аңлатҡандарға өҫтөнлөк биреү мөһим. Әҙәм балаһы исемен аҡлау маҡсаты менән йәшәргә, уны ишеткән һайын рухы артырға, ошо бәрәкәттә юғарылыҡҡа ынтылырға, уңыш­тарға өлгәшергә тейеш. Ә сабыйҙы уйынсыҡ кеүек күреп, ни етте шуның менән атау – гонаһ. Был эште бергәләп, кәңәшләшеп башҡарыу зарур, хөрмәтле ҡәрҙәштәр: балаларыбыҙ ата-әсәһенең генә түгел, халҡының, иленең ғорурлығы булып үҫергә тейеш. Ошондай бәрәкәттә, иншаллаһ, әҙәм балаһы, һис ниндәй йәшерен исеме булмаһа ла, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшер.
Раббыбыҙ һәммәбеҙгә лә ауырлыҡтарға бирешмәйенсә алға барырға, тормошто яратырға, изге ғәмәлдәр ҡылып, исемебеҙҙе аҡлап йәшәргә насип ҡылһын. “Сабырлыҡ төбө – һары алтын” тиҙәр, шуны онотмайыҡ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад