Таңда яңғыҙ түгелһең11.11.2016
“Ике йөҙлөләр иртәнге һәм төнгө намаҙҙарҙы уҡыуҙан ситләшергә тырышалыр, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. — Әгәр бының арҡылы нимә юғалтҡанын белһәләр, ғәмәл ҡылырға тубыҡланып килерҙәр ине”.
Эйе, күптәр был ваҡыттағы намаҙ­ҙарҙы иң ауыры тип һанай. Ә йоҡонан ваҡытында уяныу өсөн физик һәм ру­хи әҙерлек, ихтыяр көсөнөң булыуы мө­һим. Иң мөһиме – иртәнге ғибәҙәт­тең башҡалары араһында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйәлеген оноторға ярамай.
“Намаҙҙы көндөҙҙән ҡараңғы төнгә ҡәҙәр (өйлә, икенде, аҡшам, йәстү) ҡыл, ә Ҡөрьәнде таңда, шаһиттар (фәрештәләр) янында уҡы”, – тиелгән изге китапта. Тимәк, иртәнсәк әҙәм ба­лаһы яңғыҙы булмай, уның доғаларын тыңлаусы бар.
Ғөмүмән, таңда намаҙ уҡымау Аллаһ Тәғәләнең ярҙамынан мәхрүм ҡалыуға килтерә. Ошолай булмаһын өсөн йоҡлар алдынан бүлмәне ел­лә­тергә, йәстүҙән һуң ваҡытында ятырға кәрәк. Иртәнге намаҙҙың ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеген, уны ҡалдырырға ярамағанлығын аңға ныҡлы һеңдереү мөһим. “Тағы бер-ике минут ҡына ятам да...” тигән уйҙың алдатҡыс икәнлеген оноторға ярамай.
Иртәнсәк самолетҡа өлгөрөргә йә эш буйынса ҡайҙалыр барырға тура килһә, һис шикһеҙ, берәү ҙә ләззәт­ләнеп йоҡлап ятмаясаҡ, мотлаҡ уяна­саҡ. Ошо күренеш менән сағыштыр­ғанда ғына ла, мосолмандың иртәнге намаҙҙы ҡалдырыуын аҡлау мөмкин түгел: әгәр ул таңдан тормай икән, ти­мәк, әҙерлеге лә шул саҡлы. Үҙ-үҙең­де тәрбиәләргә, хаталарыңды төҙәтергә өйрәнергә кәрәк.

Һиңә һыйынам
Ғүмер биргән өсөн рәхмәт, Аллам,
Һөйөү биргән өсөн – өсләтә.
Сәләмәтлек бирҙең ҡыҙғанмайса
Фани донъялыҡта йәшәргә.

Башҡарған эш, ҡылған ғәмәлдәрем
Булһын ине гелән изгелек.
Бары өсөн дә мин, эй, Аллаһым,
Бурыслымын Һиңә иң элек.

Көн дә уҡыған изге доғаларым
Һиңә, Раббым, барып етһендәр.
Юлдарым да фани донъялыҡтан
Йәннәт-ожмахтарға илтһендәр.

Ҡылған гонаһтарым булһа әгәр,
Кисереүҙе көтөп ҡаламын.
Тағы һыйынамын Һиңә, Раббым,
Рәхмәт Һиңә, бөйөк Аллаһым!



Вернуться назад