Яңы Ергән ауылында төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Сиҙәм күтәреү осоронда был яҡтарға Ҡалтасы районынан бер төркөм удмурт халҡы килә. Йылдар үтеү менән улар, төйәкте үҙ итеп, ошонда төпләнеп ҡала, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә. Хатта башҡорт телендә һөйләшкән удмурттар ҙа бар. Шулай уҡ ауылда урыҫтар, сыуаштар һәм татарҙар йәшәй.
Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡ үҙ-ара татыу, берҙәм һәм матур донъя көтә. Район үҙәгенә – 10 саҡрым, күрше Ырымбур өлкәһе менән сиктәштәр. Ауылға Сара тимер юлы станцияһы яҡын, шуға күрә элек-электән ергәндәр Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ, Орск, Гай ҡалаларына баҙарға йөрөй, балалары шунда белем ала. Бөгөн дә ауыл халҡы үҙҙәре етештергән һөт ризыҡтарын, ит, башҡа кәрәк-яраҡты күршеләренә тәҡдим итә, ырымбурҙар ҙа был яҡтарға саң ҡундырмай.
Ауыл Таналыҡ йылғаһын һыулай, унда йәй буйы ҡош-ҡорт кинәнә, бала-саға рәхәтләнеп һыу инә. Халыҡ етеш, мул йәшәй, йәштәрҙең күбеһе, ситтә эшләһә лә, тыуған ауылында нигеҙ ҡороп, яңы йорт күтәрә. Хатта йәштәрҙән торған тотош урам барлыҡҡа килгән, балалар баҡсаһы, урта мәктәп гөрләп эшләп тора.
Яңы Ергән ауылының төп бренды — ошоға тиклем һаҡланып ҡалған саман өйҙәр. Ата-бабаларҙың шөғөлөн дауам итеп, әле лә саман кирбестәре һәм балсыҡ иҙмәһе етештереп, яңы йорттар һалалар. Хәйер, был хаҡта саҡ ҡына һуңғараҡ.Рәйсә + Рәйес
Миәкә районы егете Рәйес Вәлиевте, Башҡорт ауыл хужалығы институтын уңышлы тамамлап ҡулына зоотехник дипломы алғас, йүнәлтмә буйынса Яңы Ергәнгә – “Яңы юл” колхозына эшкә ебәрәләр. Йәш белгес Хәйбулла яҡтарына яңғыҙ килмәй – күптән күҙ һалып йөрөгән ауылдашы Рәйсәне кәләшлеккә әйттереп, яңы тормош ҡорорға, дәртләнеп эшләргә тигән яҡты уйҙар менән хеҙмәт юлын башлай.
– Беҙ килгәндә колхоздың көслө сағы ине, – тип хәтирәләр ебен һүтте Рәйес Фәррәх улы. – Шунда уҡ фатир бирҙеләр, иртәгәһенә үк фермаға эшкә барҙым. Һигеҙ меңдән ашыу һарыҡ, 1 мең 500 баш һыйыр малы, 1 мең 300 сусҡа иҫәпләнә, һәр кем эшле һәм ашлы. Ҡатыным һауынсы булып урынлашты, бергәләшеп эшләйбеҙ, кистәрен төрлө сараларға йөрөйбөҙ. Халыҡ татыу, барыһы ла хужалыҡты алға сығарыу өсөн янып йөрөй. Тырышлыҡ та бушҡа китмәне: колхоз миллионерға әйләнде. Бөгөн ул ваҡыттарҙы хәтерләргә генә ҡалды, – тип бошоноп алды геройым.
Ҡасандыр күмәк эштә тырышып тир түккән, үҙҙәре төҙөгән ойошма бер мәл селпәрәмә юҡҡа сыға. Үҙ ҡулдары менән күтәргән келәт-аҙбарҙарҙы ситтән килтерелгән көслө техниканың емереүен күҙ йәше аралаш күҙәткән оло быуын кешеләренең ниҙәр кисереүен аңлауы ҡыйын түгел. Әммә ауырлыҡтар алдында бөгөлөп ҡалмай улар: заман менән йәнәш атлай, артабан йәшәргә, эшләргә тырыша. Вәлиевтәр – икеһе лә хеҙмәт ветераны. Ҡырҡ йылдан ашыу һыйыр һауған Рәйсә Мулләхмәт ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте юғары баһалана, уның күкрәген орден биҙәй. Тормош иптәше лә юғары наградаларға лайыҡ була.
Ошо көндәрҙә бәхетле ғаилә алтын юбилейын билдәләй. “Илле йыл илле көн кеүек үткән дә киткән, – тип йылмая йорт хужабикәһе. – Бер ҡасан да һүҙгә килешеп, бер-беребеҙҙең йөҙөн йыртманыҡ. Тормош булғас, һауыт-һаба шалтырамай тормағандыр, әммә балалар алдында бер ҡасан да үпкәләшкәнебеҙҙе һиҙҙермәнек. Ирем миңә ҡарата шул тиклем игелекле мөнәсәбәттә булды. Шулай булмаһа, уға эйәреп сит ергә килер инемме ни?!”
Хаҡ һүҙҙәр. Ысынлап та, ун туғыҙы ла тулмаған йәш ҡыҙҙың, сит төбәкте үҙ итеп, балалар үҫтереп, йәмәғәтенә таяныс һәм терәк булып йәшәүенә һоҡланмау мөмкин түгел! “Үҙегеҙҙең Миәкә яҡтарына кире ҡайтырға тигән уйҙар булдымы?” тигән һорауыма икеһе лә бер тауыштан: “Юҡ!” – тип яуапланы.
– Ауыл халҡы шул тиклем йылы ҡабул итте, бер ваҡытта ла “килмешәк” тигән һүҙҙе ишетмәнек, ҡырын ҡарашты тойманыҡ, тыуған еребеҙ кеүек яҡын күреп йәшәнек тә киттек. Шуға күрә кире ҡайтабыҙ тигән уй бер ваҡытта ла булманы, тыуған ауылдан да яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк ул. Балаларыбыҙ ошонда донъяға килде, уҡыны, ғаилә ҡорҙо, әле лә бында йәшәйҙәр.
Хаҡлы ялдабыҙ тип ҡул ҡаушырып ултырмай улар: мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Рәйсә апайҙы районда егәрле ҡатын-ҡыҙ булараҡ яҡшы беләләр, ул етештергән һөт ризыҡтарын һәр кем һатып алырға тырыша, әленән-әле заказ бирәләр. Әйткәндәй, татар килене аш-һыуға ла бик оҫта: ул бешергән сәксәк, бәлештәр туй табындарын йәмләй, аш-һыуы телеңде йоторлоҡ була. Бәхетле парҙың ете ейәнсәре менән бер ейәне бар. Алтын туйға иң оло бүләк булып тиҙҙән ейәндәре Тәлғәт әрме сафынан ҡайтасаҡ.
Ҡаҙ өмәһе – тормош биҙәге
Көндәр һыуытып, бер аҙ ҡар яуғас, ауылда матур саралар башлана. Муллыҡ байрамын сағылдырған ҡаҙ һәм һуғым өмәләре һәр ауылда тиерлек үтә. Ә инде һәр йортта кәмендә егермеләгән ҡош-ҡорт аҫраған Яңы Ергән хужабикәләре өсөн көн дә – ҡаҙ өмәһе.
Беҙгә лә шуларҙың береһендә булырға тура килде. Күрше-күлән, йәш килендәр бер-береһе менән ярышып ҡаҙ мамығы йолҡа, олораҡтары уларҙы өтөп таҙалай, икенселәре йыуып, эсен таҙарта. Өмәселәр йырлап ала, төртмә таҡмаҡтарҙы ла һүтә генә, дәртлеләре ҡаҙҙарын тотоп бейеп тә китә. Бер-береһенә ярҙамлашыу менән бер юлы аралашыу, мәрәкәләшеп матур итеп ултырыу, йәштәргә ҡаҙ йолҡоу серен өйрәтеү, киләһе йылдарҙа ла хужабикәнең ҡош-ҡорто уңыуын теләүҙе үҙ эсенә алған Ҡаҙ өмәһе – үҙе бер оло байрам. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә тағы ла бергәләшеп ҡаҙ мамығын айырып, уларҙан ҡабарып торған мендәрҙәр ҙә эшләй икән Яңы Ергәндең уңған һәм оҫта хужабикәләре.
Ҡулдарынан нур тама
Һәр ауылда үҙ шөғөлөнән йәм тапҡан, уны йәшәү рәүеше итеп алған кешеләрҙе осратырға мөмкин. Ундайҙарҙы ауылдың оҫта ҡулдары, матурлыҡҡа ғашиҡ йәндәр, тип тә әйтеүсәндәр. Был юлы ла беҙгә ихлас күңелле, алтын ҡуллы оҫтабикәләр менән танышырға насип булды. Айһылыу Таһирова – “Ағинәйҙәр” ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе, ауыл клубында ойошторолған “Хужабикәләр” түңәрәгенең даими ағзаһы, абруйлы ағинәй. Йылайыр районының Ғәле ауылынан килен булып төшкән Айһылыу Тажетдин ҡыҙы бала саҡтан ҡул эшенә маһир. Ишле ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙға әсәһе бәйләү серҙәрен өйрәтеп, ғүмерлеккә һөйөү уята. “Бәләкәйҙән үк шәл бәйләүгә тотондом”, – тип хәтерләй Айһылыу апай.
Тормош иптәше Ибраһим ағай менән өс балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙҙарының күптән үҙ ғаиләһе бар, улы Рамаҙан Өфөлә белем ала. Ире вафат булғас, күңел болоҡһоуын бәйләм-сигеү менән баҫа геройым.
– Төрлө мәшәҡәттәр менән көн һиҙелмәй ҙә үтеп китә ул, ә бына кисен ваҡыт уҙғарыуы ҡыйын. Шул саҡта ҡулыма бәйләм тотам, ҡайһы саҡта сәғәт телдәренә лә иғтибар итмәй, төнгө өстәргә тиклем ултырам, – тип йылмая Айһылыу Таһирова. – Төрлө күлдәк, кофта-юбкалар бәйләп кейәм. Кардигандарҙың ниндәйҙәре генә юҡ, ойоҡ, бейәләйҙәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Ысынлап та, оҫта ҡуллы хужабикәнең йорто үҙе бәйләгән әйберҙәрҙән йәйғор төҫтәреләй балҡып тора. Карауат, диван ябыуҙары, өҫтәлгә йәйелгән төрлө биҙәкле салфеткалар, сағыу һәм матур булып балҡыған сәскәләр, иҙәндәргә түшәлгән балаҫтар – бар ергә хужабикәнең тилбер ҡулы тейгәнлеге һиҙелә. Хатта ейәнсәрҙәре өсөн ҡурсаҡтар эшләп, уларҙы кейендереп тә ҡуйған, бәйләнгән сынаяҡ-сәйнүктәренә тиклем осратырға мөмкин.
– Бәйләм ептәрен Өфөнән, Дим баҙарынан, алып ҡайтам. Эштәремдең күпселеген бүләк итәм, заказ да бирәләр. Теләүселәргә белгәндәремде өйрәтәм, журналдарҙан ҡарап яңы өлгөләрҙе өйрәнәм, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашам, – тип, һаман булһа бәйләмен ҡулынан ысҡындырмай, беҙҙең һорауҙарға яуап бирҙе апай.
Ут яҡтыһында емелдәгән төҫлө ептәр тағатылған һайын Айһылыу Таһирова үҙенең үткән тормошон байҡай, киләсәген күҙаллай, серле лә, сағыу ҙа, матур ҙа бәйләм ептәре уның күңеленә тыныслыҡ бирә, йәшәйешен байыта, киләсәккә өмөт уята.
Өйлө булыу –
ҙур бәхет
Ауыл уртаһында тирә-яҡҡа йәм биреп ултырған ике ҡатлы йорт янына килеп туҡтағас та, көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, йорт хужаһы Радик Шакировтың әле булһа төҙөлөш эштәре менән булышып йөрөүенә тап килдек. “Өйгә өйәң дә өйәң инде”, – тип яуапланы ул, беҙҙең аптыраулы ҡарашыбыҙҙы күргәс.
Йәштәр үҙ көстәре менән ике ҡатлы йорт күтәргән, әле уның эсендәге эштәре ҡалған. “Йәшәргә бәләкәй йорт булғас, ҡабаланманыҡ. Барыһын да теүәлләп, киләһе йыл өй туйларға иҫәп”, – тип йылмая йәштәр.
Гөлназ менән Радик Шакировтар Тимур һәм Искәндәр исемле баһадирҙар үҫтерә, тиҙҙән улар янына иш булырлыҡ ҡыҙыҡай алып ҡайтырға йыйына әсәй кеше.
– 2013 йылда йорт күтәрә башланыҡ, Әсәлек капиталын тотондоҡ, ауыл ерендә йәшәгән йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән кредит алдыҡ. Заман талаптарына яуап биргән ҙур һәм яҡты йортобоҙға тиҙерәк күсеп сыҡҡы килә, әммә әлегә финанс ауырлыҡтары ҡамасаулай, — ти хужабикә.
Боронғо шөғөлдө үҙ итеп
Киң далалы Хәйбулла халҡына тормош көтөү еңелдән түгел, шуға күрә элек-электән ата-бабалар яланда йәшәү өсөн яраҡлашып, төрлө алымдар ҡулланған. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн дә боронғо шөғөлдәр тергеҙелә, йәштәр олатай-ҡартатайҙарының кәсептәрен үҙ итә.
Виталий Арманшин бына инде ете йыл ата-бабаларҙан килгән һөнәр менән шөғөлләнә. Ул хәҙерге заманда ла бик кәрәкле саман кирбестәре һәм балсыҡ иҙмәһе етештерә. Оҫтаның һәр көнө балсыҡ карьерынан башлана. Ул үҙенең ярҙамсылары менән балсыҡты машинаға тейәй. Махсус йыһазландырылған техника ярҙамында балсыҡ иҙмәһе барлыҡҡа килә һәм формаларға ҡойола. Ҡояшлы ваҡытта кирбестәр биш көндә әҙер була.
Виталий әйтеүенсә, балсыҡ эше ныҡлы физик әҙерлек һәм сабырлыҡ талап итә. Көндәр һыуыныу менән был шөғөл туҡтаған, әммә әҙер самандар бер-бер артлы теҙелеп ултыра. Үҙ хужаларын көтәме, тип һорауыбыҙға, оҫта йылмайып: “Үҙем йорт күтәрәм, шуға ҡалдырҙым”, — тип яуапланы.
Саман кирбесе һыу, балсыҡ һәм һаламдан тора. Әҙер кирбес экологик яҡтан таҙа, ҡыш ул йылылыҡты һаҡлай, йәйен һалҡын була. Шуға күрә халыҡ йорттарын самандан төҙөргә тырыша. Арзан да, уңайлы ла.
Яңы Ергән ауылында саман йорттар күп кенә, хатта уларҙы айырыуы ла мөмкин түгел. Саман кирбесенән йорт һалып, тышын заманса төҙөлөш материалдары менән көпләп алғанда, өйөңдө танырмын тимә! Шундай йорттарҙың береһен Айрат Дәүләткилдин төҙөгән. Йәш ғаилә 7х11 метрлыҡ йортто саман кирбестәренән һалған. Бөтәһе 1 мең 500 дана кирбес ҡулланылған, өмә ярҙамында күтәргәндәр. Әйткәндәй, Айрат Аралбай улы мунсаһын да саман кирбестән төҙөй башлаған. “Быйыл тиҙ һыуытты, өлгөрмәй ҡалдыҡ”, — ти ул.
Хәйбуллалар һаман булһа саман йорттарҙа йәшәй, тигән һүҙҙе ошоғаса ишетеп, уны нисектер кәмһетеү кеүек ҡабул итә торғайным. Үҙ күҙҙәрем менән күреп, саман кирбесенең үҙенсәлегенә төшөнөп, йорттарҙың ни тиклем уңайлы һәм экологик яҡтан таҙа булыуын аңлағас, беҙҙең кеүек “таш” йорттарҙа йәшәгәндәрҙе бер аҙ йәлләп тә ҡуйҙым...
“Умоесь-а”, йәғни “Һаумыһығыҙ!”
Һәр халыҡтың элек-электән һаҡланған ҡомартҡыларының осрауы һөйөндөрә. Йылылыҡ бөрккән бындай ҡул эштәре — милли хазинаның бер өлөшө.
Удмурт ҡыҙы Нәғимә Әхмәтдинова әсәһенең туй күлдәген әле булһа ҡәҙерләп һаҡлай. Уны кейеп, әсәһе 1947 йылда тормошҡа сыға, тимәк, күлдәккә 69 йыл! Шулай уҡ сигелгән мендәр, карауат япмалары, төрлө салфеткалар ҙа әле булһа көнкүрештә хеҙмәт итә.
– Сығышыбыҙ менән Ҡалтасы районынан. Тормош иптәшем Геннадийҙы ошо яҡтарға эшкә ебәргәстәр, мин дә килдем. Ауыл халҡы йылы ҡаршы алды. Үкенмәнек, бик матур йәшәнек, дүрт бала үҫтерҙек. Улар хәҙер Мәскәүҙә, Күмертау, Орск ҡалаларында һәм Аҡъярҙа көн итә. Бик йыш ҡайтып торалар, ярҙам итәләр. Элегерәк удмуртса аралаша инек (ауылда удмурттар күп, улар Борай, Ҡалтасы районынан килгән. – Авт.), хәҙер башҡортса шартлатып һөйләйбеҙ. Көнө-төнө “Юлдаш” каналын тыңлап, уларға ҡушылып йырлап та алам, — ти удмурт ҡыҙы.
Туған телде онотоу мөмкинме һуң? Юҡ, әлбиттә! Ауылда йәшәгән удмурт халҡы ла милли йолаларына хыянат итмәй, онотмай, байрамын да үткәрә, йырҙарын да башҡара. Тиҙҙән Хәйбулла районында йәшәгән милләттәштәре менән яҡындан танышыу маҡсатында Удмурт Республикаһынан бер төркөм журналистың килеүе көтөлә.
***
Ауыл биләмәһе башлығы Хәйепйән Шәрипов менән Яңы Ергән буйлап үтәбеҙ. Һәр йортҡа күрһәтеп, ауыл тормошон бәйән итә. Тәү ҡарауға проблемалар ҙа юҡ түгел кеүек. Шулай ҙа һаман булһа ергәндәр кәрәҙле телефон аша аралашыуҙан мәхрүм, эшһеҙлек мәсьәләһе лә борсой ауыл биләмәһе башлығын. Әммә нисек кенә булмаһын, ауылда яңы йорттар ҡалҡа, сабыйҙар тыуа, тормош дауам итә. Иң мөһиме — төрлө милләт халҡы үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәй.