Ҡурҡҡанға ҡуш күренәме, йәки ҡышҡы урман аша белем эстәргә?11.11.2016
Ҡурҡҡанға ҡуш күренәме, йәки ҡышҡы урман аша белем эстәргә? Ғәҙәттә, Башҡортостанды һирәк-һаяҡ ҡына иҫкә алған федераль телеканалдарҙан һуңғы арала республиканың исеме йыш яңғырай. Ҡайһыныһын асма, Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауыл Советына ҡараған Ямаш ауылы уҡыусылары һәм ата-әсәләре Интернет селтәренә һалған видеояҙманы күрһәтәләр. Сюжет йәмәғәтселектә ҙур ығы-зығы тыуҙырҙы.

Видеола балаларҙың мәктәптән ҡайтҡанда бүре күреүе тураһында бәйән ителә. Ике ҡыҙ һәм улар артынан малай атлай. Бишенсе класта уҡыған малайҙың ҡулында – балта. Йәнәһе, ошо “ҡорал” менән урмандан килеп сыҡҡан йыртҡыс­тан һаҡланалар. Сюжетты ҡарағандан һуң һорау артынан һорау тыуҙы. Мәсьә­ләгә аныҡлыҡ инде­реү­ҙәрен һорап, Бөрйән районы хаки­миәтенә шыл­тыраттыҡ.
Район хакимиә­те баш­лығының социаль мәсьә­ләләр буйынса урын­баҫары Айҙар Әлибәков бына нимә тине:
– Ямаш ауыл Советы үҙә­ге булған Ғәлиәкбәрҙән 10 саҡрым алыҫлыҡта ята. 20 – 25 йорттан торған ауылда әлеге мәлдә 56 кеше йәшәй. Башланғыс мәктәп бар. Өлкән класс уҡыусы­лары, йәмғеһе биш кеше, Ғәлиәк­бәр мәктәбенә йөрөп уҡый. Аҙна буйы балалар шунда йәшәй, барыһы ла туғанда­рында урынлаш­ҡан. Ял көндәрендә ата-әсәләр транспорт табып, балаларын алып ҡайта.
Был видеояҙманы каникул алдынан төшөргәндәр. Ата-әсәләрҙең береһе бала­ларҙы алырға килгән. “Хәҙер машина һөйләшәм, көтөп тороғоҙ”, – тип киткән. Үҙе­нең балалары мәктәп алдында көткән, ә видеосюжетта һеҙ күргән уҡыу­сылар, атлай торабыҙ тип, ҡуҙғал­ған. Күпмелер ара үткәс, урманда ниндәйҙер хайуан күргән­дәр. Хәҙер уның бүре­ме, әллә ҙур этме икәнлеген дә аныҡ ҡына әйтә алмай­ҙар. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тиҙәр бит әле. Балалар кире боролоп, йәшәгән фатирҙа­рына ҡайтҡан. Ә теге атай балаларын ауылға килтереп еткергәс, башҡаларҙың һа­ман ҡайтмауына аптыраған. Борсолған ата-әсәләр Ғә­лиәк­бәргә юлланған. Икенсе көндө теге хайуанды күргән урынды ҡайтып барған саҡта төшөрөп алғандар һәм Интернетҡа һалғандар.
Ни­сек кенә булмаһын, беҙ тайгала, ҡара урманда йә­шәй­беҙ. Әлбиттә, бала-саға бүрегә балта менән ҡаршы тора алмай. Хатта физик яҡтан әҙер булмаған ир-егет тә һөжүм иткән бү­рене еңә алмаҫ ине. Ямаш менән Ғәлиәкбәр араһында транспорт йөрөрлөк юл юҡ. Текә тауҙар аша һалынған шоссе ғына бар. Унда йә “УАЗ”, йә “Нива” машиналары менән генә үтеп була. Шуға ла ҡы­шын ата-әсәләр балаларын атта алып йөрөй. Мәк­тәп автобусы ауылға үтә алмай. Бынан тыш, закон буйынса, бының өсөн маршрут паспорты кәрәк. Ә юл бул­маған ерҙән нисек автобус ебәрергә мөм­кин?
Әлеге мәлдә ра­йон­дағы бер мәк­тәп автобусы ла был юлдан үтә алмаясаҡ. Бары тик фургон тибындағы “УАЗ” автобусына өмөт тотабыҙ. Ул ба­ла­ларҙы ял көндәренә алып ҡайтып, алып килеп торасаҡ. Әле төрлө тәҡдим­дәр ҡара­ла. Ата-әсәләр ме­нән һөй­ләшеп, улар риза бул­һа, уҡыусыларҙы район үҙәген­дәге мәктәп-интер­натҡа кү­се­реүҙе хәл итеү был осраҡ­та иң ҡулайлыһы буласаҡ.


Вернуться назад