Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында Мәғлүмәт сәйәсәте, Мәғариф һәм фән комиссиялары “Башҡорт телендәге киң мәғлүмәт сараларында әҙәби тел ҡағиҙәләрен һаҡлау” темаһына киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Сараны комиссия рәйесе Артур Дәүләтбәков алып барҙы.
Көн тәртибе һәм сығыш яһаусылар менән таныштырғандан һуң, Артур Хәсән улы: “Бер-беребеҙҙе ғәйепләмәй генә, матбуғат баҫмаларында тел йәһәтенән киткән хаталар тураһында һөйләгән докладсыларҙы тыңлайыҡ. Доклад яһаусылар килтергән миҫалдарға иғтибар итеп, башҡаса хаталарға юл ҡуймайыҡ тип, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүгә саҡырам”, – тине.
“Юлдаш” радиоһының теле” тип аталған сығышында гәзитебеҙҙең үҙ хәбәрсеһе Ансар Нуретдинов дикторҙар тарафынан йыш ебәрелгән хаталарҙы миҫалдар менән нигеҙләп һанап үтте. “Гәзит һәм журналдарҙа әҙәби тел нормаларын һаҡлау” тураһында БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика кафедраһы профессоры, филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков сығыш яһаны. БДУ-ның Бөрө филиалы доценты Гөлнур Ҡасҡынова алты район баҫмаларын берләштергән “Йәнтөйәк” тип исемләнгән гәзиттең һуңғы һандарына, Нефтекамала нәшер ителгән “Ҡурай” гәзитенең стиленә байҡау яһаны.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, сығыш яһағандарҙы тыңлағандан һуң, үҙ фекере менән уртаҡлашты.
– Күтәргән мәсьәләләрҙең тамыры, нисек кенә булмаһын, кадрҙар әҙерләүгә барып тоташа. Матбуғат саралары, юғары уҡыу йорттары араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу мөһим. Бөгөн ҡайһы гәзиттең генә баш мөхәррирен тотоп һорама, юғары уҡыу йортонан сейле-бешле кадрҙар килә, тип әйтәсәк. Уларҙы эшкә өйрәтеп алыу күп ваҡыт талап итә. Бер-ике йылда йәш белгес ҡәләмен шымартып ала ла аҡсалыраҡ ергә эшкә китә. Бөгөн күтәрелгән проблема шул тиклем етди икән, әйҙәгеҙ журналистарҙы йыйып семинар, конференциялар үткәрәйек. Агентлыҡ йыл әйләнәһенә район һәм ҡала гәзиттәренең хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тиҫтәләгән семинар ойоштора. Шулай ҙа, бөгөнгө саранан һуң, БДУ-ның журналистика кафедраһы нигеҙендә киңәйтелгән фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыуҙың кәрәклегенә инандым, – тине Марат Әсҡәт улы.
Сарала утыҙҙан ашыу кеше ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе – башҡорт теленең киләсәге өсөн янып-көйгән шәхестәр. Әлеге ултырышта күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү, киләсәктә ошондай хаталарҙы бөтөрөү юлдарын да һәр кем үҙенсә күрә. Вәкил Хажин, Гүзәл Хәсәнова, Нурислам Ҡалмантаев, Фәнзил Санъяров, Сәлмән Ярмуллин, Луиза Сәмситова, Вельмир Аҙнаев, Миңдебай Юлмөхәмәтов, Мөнир Ҡунафин, Рөстәм Нурыев, Әхмәр Үтәбай тос фекерҙәре менән сығыш яһаны. Улар нигеҙендә комиссия ҡарар сығарҙы. Был йүнәлештәге артабанғы эш тап ошо ҡарарға нигеҙләнеп атҡарыласаҡ.