Аҡһөйәктәр һәм ҡаҡһөйәктәр09.11.2016
Донъя ғәҙел түгел, ти кемдер. Уны шунда уҡ уңмаған, даланһыҙ кешеләр рәтенә индереп ҡуялар. Бәлки, ул бәхетһеҙҙең һүҙендә дөрөҫлөк тә барҙыр, ә?
Хәтерегеҙҙәлер, Бразилиялағы быйылғы йәйге Олимпиадаға беҙҙең ил йыйылма командаһын тулыһынса үткәрмәнеләр. Атап әйткәндә, Дарья Клишинанан тыш барлыҡ еңел атлеттар – 67 кеше, 20 ишкәксе, һигеҙ ауыр атлет, алты каноэ һәм байдаркала йөҙөүсе, дүрт велосипедсы, ике бишалыш спортсыһы – был бәхетте татыманы. Судлашып-бәхәсләшеп, ниһайәт, һуңғы сиктә рөхсәт алған ҡайһы берәүҙәр йә Көньяҡ Америкаға барып етергә өлгөрмәне, йә махсус ойошторолған көсөргәнешкә сыҙамай яҡшы һөҙөмтә күрһәтә алманы. Мәҫәлән, йыл буйы велосипедсы Илнур Закаринды күҙәтеп барҙым. Ватандашыбыҙ майҙың һуңғы көндәрендә “Джиро д,Италия” турнирында ҡолап умрау һәм ҡалаҡ һөйәген һындырғайны. Операциянан һуң өс аҙнала ғына аяҡҡа баҫып, ул июль башында “Тур де Франс”та старт алды. Ике аҙнанан таулы этаптың еңеүсеһе лә булды. Бер нисә көн алдараҡ та финишҡа беренсе килә ине, әммә күҙенә кейгән линзалары менән мәшәҡәткә тарып, артта ҡалды. Тап Олимпиадаға егет идеаль спорт хәленә ингәйне, унда мотлаҡ миҙал яулаясаҡ тип фараз ҡылынғайны. Халыҡ-ара олимпия комитетының “бесәй-сысҡан” уйыны арҡаһында Илнур иң һуңғы сиктә генә ҡатнашыуға рөхсәт алып, самолетҡа билет булмау арҡаһында велоуҙыш ярышына һуңланы...
Һәм бына ике ай уҙыуға илдең Олимпиясыларға ярҙам фонды уйындарҙа ҡатнаша алмағандарға дөйөм суммаһы 40 миллион һумға барып баҫҡан компенсация аҡсаһы түләргә хәл итте. Ләкин... 42 еңел атлетҡа ғына. Уларға ла тигеҙ бүлеп биреп түгел. Мәҫәлән, Елена Иҫәнбаева, Сергей Шубенков һәм Мария Кучина, Риолағы уйындарҙың еңеүселәре кеүек үк, дүртәр миллион һум аласаҡ. Ҡалған 28 миллионы башҡа 39 спортсы араһында бүленәсәк. Йәнәһе, тәүге өсәү – мотлаҡ алтын миҙалға, кемдер призерлыҡҡа дәғүә итер ине, бәғзе берәүҙәрҙең финал уҙышына эләгере күҙалланды.
Был компенсация аҡсаһын еңел атлеттарҙың төрлө халыҡ-ара ярыштарҙа һәм Олимпиадала алыу ихтималы булған бүләк аҡсаһын юғалтыуы менән бәйләйҙәр.
Туҡтағыҙ, һуңғы мәлдә ҙур сарала ҡатнашырға рөхсәт алған Дарья Клишинаның ни ғәйебе бар һуң? Ул да донъя лидерҙарының береһе бит. Миҙал да яулауы мөмкин ине. Тик килеп тыуған психологик көсөргәнеште күтәрә алманы. Һөҙөмтәлә алыҫлыҡҡа һикереүҙә финалға ла үтмәне...
Унан килеп, спорт чиновниктарының уйы буйынса, беҙҙең еңел атлеттар Бразилияла 7-8 алтын миҙал яуларға тейеш булды. Ниңә хәҙер өсәүһе генә дүртәр миллионға лайыҡ һуң?.. Башҡаларға аҡса етмәйәсәкме?.. Ә фонд бит бөтә олимпиясыларға ла ярҙам итер өсөн булдырылған.
Шул уҡ Илнур Закарин ни ере менән еңел атлеттарҙан кәм? Ә шулай уҡ тотош команда менән дисквалификацияланған ауыр атлеттар компенсацияға лайыҡ түгелме? Улар Спорт министрлығына талаптарын еткергән дә инде. Ишкәкселәр ҙә был хәл менән риза түгел. Йөҙөүселәр Юлия Ефимова менән Владимир Морозов та ярыштар ваҡытында ҡаты ҡыҫым аҫтына эләкте. Әле уларҙың икәүһе лә Олимпиаданан һуңғы Донъя кубогы этаптарында бер-бер артлы еңеү яулай!
Ә инде ғүмере буйы спортсыны тәрбиәләгән тренерҙар нилектән бүләктән мәхрүм? Улар былай ҙа йышыраҡ дәүләткә түгел, ә тәрбиәләнеүселәренең мәрхәмәтлегенә күҙ төбәй. Тәүге балалар тренерҙары тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Бәләкәс спортсының һәләтен күреп, уны ҙур юлға сығарған был остаздар, ғәҙәттә, төбәктәрҙә аҙ ғына эш хаҡына осто-осҡа ялғап йәшәргә һәм эшләргә мәжбүр...
Ярай, быныһы бер. Ә бит Олимпиада – үҙенә бер төрлө йыйын. Унда йыш ҡына ошо мәлгә донъя лидеры булған спортсы еңеү яуламай. Уларҙың үҙҙәре араһында хатта шундай ырым-ышаныс та йөрөй. Мотлаҡ берәй “ала ҡарға” килеп сығып эште боҙасаҡ. Тимәк, шул уҡ Иҫәнбаеваны ла алтын миҙал яулар ине тип раҫлап булмай.
Улайһа, ниңә шул уҡ йәй мәлендә беҙҙең еңел атлеттар араһында ла Бөтә Рәсәй ярышы уҙғармаҫҡа ине? Бына шунда уларҙың уңыш-рекордтарын Риолағы башҡаларҙың һөҙөмтәһе менән сағыштырыр ҙа лайыҡлыларға бүләген дә тапшырыр инек. Ана, паралимпиясылар 8-9 сентябрҙә шулай итте бит. Һөҙөмтәләре Бразилияла сығыш яһаған дәғүәселәренекенән юғарыраҡ булғандар премия аласаҡ. Бәхәсле мәлдәрҙе махсус комиссия тикшереп, ҡарар сығарасаҡ. Бөтәһе лә асыҡ, аңлайышлы, йәмәғәтселектә һорау ҙа тыумай...
Ә бында ваҡытынан алда баштарына таж кейгән аҡһөйәктәр бүләкте үҙ-ара бүлешеп аласаҡ. Еңел атлетиканы “спорт королеваһы” тип йөрөткән хәлдә лә, башҡалар ҙа ҡәҙер-хөрмәт, ихтирамға лайыҡтыр бит?!