– Һыу күбәйгәндән-күбәйә. Пляж да ҙурая. Бында килгән һайын яр сиктәренең киңәйгәнен күрәбеҙ, – ти фабриканың капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Юрий Архипов. Уны тыңлағандан һуң күҙ алдына шундай күренеш баҫа: диңгеҙ, ҡом, пальмалар... Әммә былар ысынбарлыҡтан алыҫ торған хыялдағы образдар ғына. Ысынында һүҙ бөтөнләй икенсе нәмә хаҡында –
Сибай байыҡтырыу фабрикаһының ҡалдыҡтар һаҡлау урыны тураһында. Фабрикала эшкәртелгән һыу, буш тау тоҡомдары менән ҡушылып, пульпа барлыҡҡа килтерә һәм ҡалдыҡтар һаҡланған урынға оҙатыла. Ни өсөн велосипед уйлап сығарып маташырға? Тау тоҡомдарын байытыусылар үҙ телмәрҙәрен профессионализмдар менән ҡатмарлаштырырға теләмәй, барыбыҙға ла таныш – пляж, тулҡын һырты, яр сиге кеүек һүҙҙәрҙе ҡуллана. Хатта пляждарҙы йыуҙыртыу процесы кеүек төшөнсә лә бар. Ҡалдыҡтар таралғандан һуң пульпа ятҡылыҡтың уртаһына ултыра. Һыу яйлап китә, пульпалағы ҡаты матдәләр аҫҡа төшөп кибә һәм шул рәүешле пляж барлыҡҡа килә. Йәғни һәр һыу ятҡылығыныҡы кеүек, бының да төбө, шунан батҡағы һәм, ниһайәт, атлап йөрөп була торған сите бар.
Фабриканың ҡалдыҡтар ятҡылығы “Унипромедь” институты проекты буйынса бынан быуат ярым йыл элек төҙөлгән. Башта ул ике бүлектән тора. Сәнәғәт күләмдәре артҡан һайын өсөнсөһөн төҙөү мохтажлығы тыуа. Шулай итеп, 90-сы йылдарға ҡалдыҡтар ятҡылығын киңәйтеү проекты тормошҡа ашырыла башлай. 2001 йылда ул сафҡа ингәс, мәғдәнде эшкәрткәндән һуң ҡалған һыу өсөнсө бүлеккә аға башлай. Шул уҡ ваҡытта дамбаның беренсе һәм икенсе бүлектәренең һыйҙырышын арттырыу буйынса проект та әҙерләнә. Киләсәкте күҙаллап, өсөнсө бүлеккә лә иғтибар кәмемәй. Бөгөнгө көндә икенсе бүлек эксплуатацияланһа, беренсеһендә төҙөлөш эштәре дауам итә. Уларҙы хеҙмәтләндереүгә, яңыртыуға йыл дауамында 46 миллион һум тирәһе аҡса бүленә. Бер һауыт тула икән, икенсеһенә күсәләр, икенсеһе тулһа, өсөнсөһө әҙер тора. Һәр ҡайһыһында ҡаты матдәләр яйлап аҫҡа ултыра, һыуы тороп ҡала бара. Ҡалдыҡтарҙан таҙартылған һыу тағы байыҡтырыусылар фабрикаһының технологик циклына ебәрелә.
Тағы шуны билдәләү зарур: әлеге көндә сәнәғәт ҡалдыҡтары ятҡылыҡтарының төбөнә махсус геомембрана йәйелгән. Махсус материал ҡалдыҡтар шыйыҡсаһын ерҙән айырып ята. Шулай экологик тигеҙләнеш булдырылған.
– Элек эзбиз карьерынан ташлы тупраҡ ташып, өйөп, ятҡылыҡҡа урын әҙерләй торғайныҡ. Килеп сыҡҡан һауыттың стеналарынан шыйыҡсаһы аҡмаһын өсөн балсыҡ менән нығыта инек. Уның өҫтөнә тағы тупраҡ һалдыҡ. Үҙенә күрә шундай “торт” барлыҡҡа килә торғайны. “Торт”тың эсен тәбиғи изолятор – балсыҡ тәшкил итте, – ти Юрий Александрович Архипов. – Балсыҡ үҙ бурысын үтәүен-үтәне, әммә ул зарарлы матдәләрҙе ергә һәм һыуға эләгеүҙән тулыһынса һаҡлап ҡала алманы, сөнки ул герметик түгел. Бөгөнгө көндә тәбиғи материалдарға ҡыйыу рәүештә яһалмаларын ҡаршы ҡуйып була. Әйткәндәй, беҙ ҡулланған геомембрана һүҙе латинсанан тәржемә иткәндә “ерҙәге япма” тигәнде аңлата. Был материал бик оҙаҡ хеҙмәт итеүгә яраҡлаштырылған. Шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау ҡанундарының барлыҡ талаптарына ла тап килә. Германияла етештерелгән геомембрананы һатып алыуға бик күп аҡса түгелде, әммә материал быға торошло.
Әйткәндәй, ҡалдыҡтар ятҡылығында өҫтө-өҫтөнә йыйылған ауыр фракцияларҙы эшкә егеп булмаймы икән? Ни тиһәң дә, мәғдән байытылғанда унан файҙалы ҡаҙылмалар тулыһынса алынып бөтмәй. Белгестәр фекеренсә, унда ҡиммәтле металдар булыуға ҡарамаҫтан, был технологик йәһәттән әлегә башҡарып булмай торған эш. Киләсәктә быға ла тотонорҙар, файҙалы ҡаҙылма ресурстар икһеҙ-сикһеҙ түгеллеген һәр кем яҡшы аңлай.