70 йыл элек алынған хәрби байраҡ23.03.2012
Ошо көндәрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына хәрби байраҡ тапшырылыуҙың 70 йыллығы билдәләнә. 1942 йылдың 22 мартында кавалерия дивизияһының “Дим” станцияһындағы штабында БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов командир Миңлеғәле Шайморатовҡа байраҡ һәм башҡорт халҡының дивизия яугирҙәренә наказы тексын тапшыра.
“Халҡыбыҙҙың ышанысын аҡлаясаҡбыҙ, һуңғы тамсы ҡаныбыҙ ҡалғанға тиклем дошманға ҡаршы батырҙарса һуғышасаҡбыҙ һәм еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ”, — тип ант итә яугирҙәр исеменән комдив.
Ҡаһарман яугирҙәр антында тора. Дондан алып Эльбаға тиклем яу юлы үтеп, дивизия Юғары Баш командующий бойороҡтарында һуғышта айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәткәндәр иҫәбендә 15 тапҡыр телгә алына. Уның 3 860 яугире орден-миҙал менән бүләкләнә, 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры була.
Комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа килгәндә, генерал да антына тоғро ҡала. Ул 1943 йылдың 23 февралендә Ворошиловград өлкәһендә дошман тылы буйлап рейдтан ҡайтҡанда һәләк була. Әммә, күрһәткән батырлыҡтарына ҡарамаҫтан, уға “Советтар Союзы Геройы” тигән исем әлегә тиклем бирелмәгән.
Бөгөн байраҡ тапшырылыуҙың 70 йыллығы айҡанлы Башҡорт дәүләт филармонияһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән ойошторған “Намыҫ, батырлыҡ һәм дан символы” тип аталған тантаналы кисә үткәрелә.
Тимур РӘХМӘТУЛЛИН.


Вернуться назад