Ошо көндәрҙә тарих фәндәре докторы, профессор Рим Йәнғужинды иҫкә алып, яҡташтары баш ҡалаға килде. Был ғалимдың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы сараларҙың башланыуы ине.Ҡунаҡтарҙы Башҡорт дәүләт университетының алдында тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев ҡаршы алды. “Был осрашыу ҡыҙыҡлы булмаҡсы, бөгөнгө тормошобоҙҙоң әсенеүле хәлдәре лә ситтә ҡалмаҫ” тигән уй тыуҙы. Һәм, ысынлап та, Рим Йәнғужин исемендәге этнография музейы менән таныштырған арала, ырыуҙарҙан алып хәҙерге проблемаларға, был йәһәттән төбәк компоненты булараҡ уҡытылған дәреслектәргәсә телгә алынды.
Сараға Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге баш белгесе Эльвира Иманғолова етәкселегендә 31 уҡытыусы килгән. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы, мәҙәниәтенән белем бирәләр икән. Әйтеүҙәренсә, тәүҙә Рим Йәнғужиндың тыуған ауылындағы музейҙа булғандар, унан тура баш ҡалаға юлланғандар. Эльвира Ғүмәр ҡыҙы райондың алдынғы тарих уҡытыусыһы Константин Касьянов һәм Ҡаһым түрәнең быуынына ҡараған Йәмилә Ҡасимова менән дә таныштырҙы.
Артабан юлыбыҙ Салауат батыр һәйкәленә, һуңынан ғалим йәшәгән йортҡа илтте. Әйткәндәй, 2011 йылда унда шәхестең иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ эленгән.
Ғалимдың тормош иптәше Зәйтүнә апай беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Иң тәүҙә Рим Йәнғужиндың эш өҫтәленә йүнәлдек. Ҡәләм, ручка һәм ҡағыҙҙар эргәһендә ятҡан “Революцияға тиклемге Рәсәй башҡорттарының хужалығы” (“Хозяйство башкир дореволюционной России”) исемле китап иғтибарҙы йәлеп итте. Апай, ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы күреп, был китап Рим ағайҙың тәүге хеҙмәттәренең береһе булыуын әйтте, башҡа йыйынтыҡтарын, ҡулъяҙмаларын күрһәтте.
– Ағай менән нисек таныштығыҙ? – тип ҡыҙыҡһындыҡ.
– Ауылыбыҙға экспедиция менән килгәйнеләр. Бер саҡ өс егет торалар ине. “Ошо ҡыҙ минең кәләшем буласаҡ”, – тине береһе шаяртып. Мин әйтәм: “Хыялыйһыңмы әллә?!” Танышыу бына шулай башланды, һуңынан йәрәшеп тә ҡуйҙыҡ. Рим һигеҙ операция үткәрҙе. Әммә мин бер ваҡытта ла ҡаршылыҡтарҙан өркмәнем, барыһын да йырып сыҡтым.
Зәйтүнә апайҙың Рим ағай хаҡында хәтирәләрен тыңлап ултырам, шул арала башта уйҙар урала: “Гәзитебеҙ ҙур шәхестәребеҙҙең ҡатындары тураһында мәҡәләләр баҫтырып тора, тимәк, Зәйтүнә апай тураһында ла уҡырға насип булыр, Алла бирһә!”