Тәгәрмәскә тығылған таяҡ09.11.2016
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эшмәкәрлекте көйләү буйынса комиссияның ултырышын үткәрҙе. Унда коррупцияға ҡаршы алып барылған көрәш алымдары һәм норматив хоҡуҡи акттарҙың коррупцияға ҡаршы экспертизаһы мәсьәләләре тикшерелде.
Республикала был комиссия бер йыл элек булдырылғайны. Уның төп маҡсаттарының береһе – бөтөн власть структуралары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт ойошмалары, матбуғат саралары араһында көйләнгән хеҙмәттәшлек булдырыу. Һәр район һәм ҡалала ла ошондай комиссиялар эшләй. Республика буйынса коррупцияны һәм ошо йүнәлештәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн төрлө вазифа биләгән 890 кеше билдәләнгән, уларҙың 147-һе дәүләт власы органдарында, 743-ө район һәм ҡала хакимиәттәрендә эшләй.
Башҡортостанда 13 мең кеше коррупцияға бирелеү мөмкинлеге булған өлкәлә хеҙмәт итә. Был исемлеккә депутаттар, дәүләт һәм муниципаль өлкәлә эшләүселәр инә. Уларҙың бөтәһе лә килеме тураһында декларация тултырған, тик 24 кеше генә төрлө сәбәптәр арҡаһында тулы мәғлүмәт бирмәгән.
Дәүләт органдарында эшләүселәр араһында коррупция осраҡтары һирәк теркәлә. Шулай ҙа, һуңғы туғыҙ ай эсендә 126 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, өс кеше биләгән вазифаһынан бушатылған. Дөйөм алғанда, коррупцияға ҡаршы енәйәттәр һаны республика буйынса 3,2 процентҡа кәмегән. Былтыр улар 715-кә етһә, быйыл 692 осраҡ теркәлгән. Коррупция илебеҙҙе артҡа һөйрәй, эшҡыуарлыҡҡа үҫешергә ирек бирмәй, илдә эшлекле хеҙмәттәшлек алып барыуға аяҡ сала. Шуға ла беҙ был бәлә менән аяуһыҙ көрәш алып барырға бурыслы, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан прокуратураһы ла коррупция мәсьәләһен иғтибар үҙәгенә ҡуя. Быйыл коррупцияға ҡаршы законды боҙоуҙың 3,5 мең осрағы теркәлгән, 1,5 мең кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған, әлеге материалдар буйынса 46 енәйәт эше асылған.
Рөстәм Хәмитов халыҡтың хоҡуҡи белем кимәленең түбән булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ысынлап та, ниңәлер халыҡ коррупцияны ғәҙәти бер күренеш кеүек ҡабул итә. Был йәһәттән аңлатыу эше алып барыу – матбуғат сараларының эше.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов республика баҫмаларындағы коррупцияға ҡаршы пропаганда тураһында ентекле һөйләне. Мәҡәлә яҙғанда журналистарҙың белгестәр фекеренә таяна алмауына, матбуғат саралары менән эксперттарҙың хеҙмәттәшлек итмәүен телгә алды.
Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова мәктәптәрҙәге коррупцияға ҡаршы көрәш алымдарын барланы.
– Министрлыҡтың “ҡыҙыу телефоы”на килгән һәр шылтыратыу һәм мәғлүмәт яуапһыҙ ҡалмай, тикшерелә. Мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандары мәлендә ришүәт биреү һәм алыу ихтималлығы күпкә арта. Шулай ҙа телефондарҙы һүндереү, ентекле тикшереү һөҙөмтәһен бирә. Һуңғы йылдарҙа бындай осраҡтар теркәлмәне тиерлек, – тине Гөлназ Радмил ҡыҙы.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина менән Рәсәйҙең Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Лариса Кучинаның сығыштарын тыңлағандан һуң сарала ҡатнашыусылар артабанғы эшмәкәрлек алымдарын барланы. Коррупцияға ҡаршы көрәш алымдарын көсәйтеү – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың талабы. Шуға ла был йәһәттән эшмәкәрлек артабан әүҙемләшәсәк кенә.